Тутанхамон
Тутанхамо́н (Тутанхато́н) — Боронғо Мысыр фирғәүене, Яңы батшалыҡтың XVIII династияһынан, яҡынса б. э. т. 1332—1323 йылдарҙа хакимлыҡ итә. 1922 йылда Говард Картер Батшалар үҙәнендә ғәмәлдә бөтөнләй тейелмәгән KV62-се һанлы кәшәнә таба һәм халыҡта Боронғо Мысырға ҡыҙыҡһыныу уята. Фирғәүен һәм уның алтын ерләү битлеге (әлеге ваҡытта Ҡаһирәлә Мысыр музейында һаҡлана) шул көндән алып популяр символдарға әйләнә[3], ә 1922 йылғы экспедицияла ҡатнашҡан ғалимдарҙың «мистик» үлеме «фирғәүендәр ҡарғышы» тигән төшөнсәнең барлыҡҡа килеүенә килтерә.
Тутанхамон | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Новое царство[d] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-mis" does not exist. |
Титул | Фирғәүен |
Имя в иероглифической разметке | ra-xpr-Z2:nb, nfr-h:p-Z2*w-s-g:r-H-a:N17:N17, U39-xa:Y1:Z2-S29-Htp:t*p-nTrw, i-mn:n-t-w-t-anx-S38-O28-M26 һәм E1:D40-t-w-t-ms:O34-t-w-Z3 |
Тыуған көнө | б. э. т. 1341 |
Тыуған урыны | Амарна[d], Эль-Минья[d], Мысыр |
Вафат булған көнө | б. э. т. 1323 |
Вафат булған урыны | Мемфис[d], Эль-Гиза[d], Мысыр |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Малярия |
Ерләнгән урыны | KV62[d] |
Атаһы | Эхнатон[d] |
Әсәһе | KV35YL[d] |
Бер туғандары | Анхесенпаатон-Ташерит[d], Меритатон-Ташерит[d], Макетатон[d], Анхесенамон[d], Нефернефруатон-ташерит[d], Нефернефрура[d], Сетепенра[d] һәм Меритатон[d] |
Хәләл ефете | Анхесенамон[d] |
Балалары | 317a mummy[d] һәм 317b mummy[d] |
Нәҫеле | XVIII династия[d] |
Һөнәр төрө | хаким |
Биләгән вазифаһы | Фирғәүен |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | б. э. т. 1338[2] |
Милке | Tutankhamun's meteoric iron dagger blade[d] |
Эра | Новое царство[d] һәм XVIII династия[d] |
Платформа | Commodore 64[d] |
Тутанхамон Викимилектә |
Сығышы
үҙгәртергәТутанхамондың тыуған урынын күрһәткән теүәл мәғлүмәттәр табылмаған. Тәхеткә ултырып таж кейгәненә тиклем уның батша улы булыуын Гермополдә табылған таштағы «фирғәүен Тутанхатондың яратҡан улы» тигән яҙыу ғына раҫлай[4]. Мысыр тарихын өйрәнеүселәр ике фараз тәҡдим итә:
- ул фирғәүен Эхнатондың улы[5];
- Тутанхамондың атаһы фирғәүен Сменхкара, кейәүе, ағаһы йәки Эхнатондың улы була.
2010 йылдың 17 февралендә Захи Хавасс һәм Мысырҙың мәҙәниәт министры Фарук Хосни 2007—2009 йылдарҙа үткәрелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен йәмәғәтселеккә еткерә, унда мумияларға ҡатнаш ДНК-анализ яһала һәм радиологик тикшеренеүҙәр үткәрелә. Тикшеренеүселәр шундай һығымтаға килә: Тутанхамон — KV55-се һанлы кәшәнәләге мумияның (ул — Эхнатон тип фаразлана) һәм KV35-се кәшәнәгә ҡуйылған һәм кем булыуы асыҡланмаған принцессаның («кесе ҡатындың») улы 16 маркерҙы билдәләүгә өлгәшә, шунан һуң, Тутанхамондың ҡаны R1b1a2 Y-хромосома гаплотөркөмөнә ҡарай, тигән фаразға туҡтала.
Шул уҡ 2010 йылда Рәсәйҙең Мысыр тарихын өйрәнеүсеһе А. О. Большаков Хавасстың тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләрен шик аҫтына ҡуя. Уның фекеренсә, эпиграфика мәғлүмәттәре Эхнатондың балалары араһында хатта бәләкәй генә ҡыҙҙары ла, атаһы менән бер рәттән, Атонға табыныуҙа ҡатнашыусылар сифатында һүрәтләнеүгә ҡарамаҫтан, Тутанхамон исемле малай һүрәтләнмәүен күрһәтә. Большаков Ю. Я. Перепёлкин кеүек үк KV55-се кәшәнәгә — Сменхкара мумияһы ята, тигән фаразды яҡлай.
Хакимлыҡ итеүенең һуңғы йылдарында Тутанхамон тултырған документтарында атаһы тип үҙенең олатаһы Аменхотепа III-не атай. Быны сәйәси һәм дини ҡараштарҙың үҙгәреше һөҙөмтәһе тип баһаларға кәрәк[4].
Исеме
үҙгәртергәБала сағында Тутанхатон (мысыр. twt-anx-itn — «Атонды тереләй күҙәләндереү») исемен ала, иероглифитар менән яҙыуҙа түбәндәгесә:
|
Эхнатон вафатынан һуң һәм элекке патеонды тергеҙеү тенденциялары йоғонтоһонда Тутанхатон хакимлыҡ итеүенең икенсе йылына үҙенең исемен Тутанхамон (мысыр. twt-anx-imn HqA-iwnw-šmA Тутанхамон Хекаиунушема — «Амондың тере кәүҙәләнеше, көньяҡ Иуну хакимы») тип үҙгәртә. Уның ҡатыны батшабикә Анхесенпаатон дә («ул Атон өсөн йәшәй») изменила үҙенең исемен Анхесенамон («улАмон өсөн йәшәй») тип үҙгәртә[4]. Иероглифитар ҡулланып яҙғанда уның исеме Амон-тут-анкх тип яҙыла, илаһ исеме иң тәүҙә атала[6]. Тәхеткә ултырғас, Тутанхамон Небхепрура (мысыр. Nb-ḫprw-Rˁ — «Раның тере кәүҙәләнеше») тигән тәхет исеменронное имя ала, Амарн архивында ул шул исем менән таныла.
Ғаиләһе
үҙгәртергәТутанхамон Анхесенамон (фаразлау буйынса KV21A һаны ҡуйылған мумия) Эхнатон һәм Нефертитиҙың өсөнсө ҡыҙына өйләнә. Был ғаиләлә ике бала үле килеш тыупа, улар Тутанхамон кәшәнәһендә табыла[7].
1996 йыл аҙағында Ален Зиви етәкселек иткән француз экспедицияһы Мемфисста Саккары некрополендә гробницу Тутанхамондың Майя исемле һөт әсәһенең кәшәнәһен таба. Кәшәнәләге яҙыуҙар һәм һүрәттәр Тутанхамон вафатынан һуң да был кәшәнәлә эштәр дауам итеүен раҫлай[8][9].
Хакимлыҡ итеү
үҙгәртергәТәхеткә ултырыу
үҙгәртергәЭхнатондың вафатынан һуң власть Сменхкарға күсә, тиҙ арала вафат булыуы сәбәпле — Анкхетхеперура тигән тәхет исемен алған бер батшабикәгә, Ваенраның (=Эхнатон) һөйәркәһеНефернефруатонға күсә. Уның Нефертити, йәки Меритатон (Сменхкараның тол ҡатыны)[10], йәки хатта Нефернефруатон-ташерит (Эхнатон һәм Нефертитиҙың дүртенсе ҡыҙы) булыуы ихтимал. Нефернефруатондың шәхесен ҡайһы берҙә хетт сығанаҡтарында атап үтелгән билдәһеҙ батшабикә менән дә берләштерәләр, унда ул Дахамунцу тип атала[9]; йәки Дахамунцуның хаттары ун йылдан һуң тол ҡалған Анхесенамондан килә[11]. Нефернефруатон кесе йәштәге Тутанхамон янында регент булыуы ихтимал[9].
Ул 10 йәштәр тирәһендә тәхеткә ултыра[4].
Яңы баш ҡала Амарнда археологтар фирғәүен Тутанхатон йәки уның тәхет исемдәре (Хорово имя, Имя по Небти) менән бәйле әйберҙәр тапмай. Тимәк, кесе йәштәге фирғәүен үҙенең яңы Тутанхамон исеме менән элекке илаһҡа ҡайтҡандан һуң хакимлыҡ итә башлай[9].
Эске сәйәсәте
үҙгәртергәДинде яңынан тергеҙеү
үҙгәртергәУның исеменән Карнакта ҡуйылған ҙур стелалағы текстан шул билдәле: тәхеткә ултырғандан һуң тәүге өс йылда Тутанхамон һарай хеҙмәтселәре менән бергә Ахетатонда йәшәй. Хакимлыҡ итеүенең икенсе йылында[4] Тутанхатон һәм уның ҡатыны, Атон культы юҡҡа сыҡҡас, ҡайтанан культы тергеҙелгән Амон хөрмәтенә исемдәрен алмаштыра. Фирғәүендең икенсел исемдәренең береһе уны «Аллаларҙы ҡәнәғәтләндереүсе»[12] тип иғлан итә. Тутанхамон, үҙен фирғәүен Аменхотеп III-нөң (олатаһының) туранан-тура вариҫы тип атап, хакимлыҡ итеүен законлаштыра, ә Эхнатонды мөртәт тип иғлан итә[4].
Тутанхамон хакимлыҡ иткән дәүерҙә, Эхнатон заманында элекке аллаларҙың ташландыҡ хәлгә ҡалған ғибәҙәтханалары — Мысырҙағы ғына түгел, ә Кушта — мәҫәлән, Кавалағы (Гемпаатонда) һәм Фарастағы ғибәҙәтханалар тергеҙелә[4]. Ләкин аҙаҡ Хоремхеб Тутанхамондың эштәрен юҡҡа сығара.
Ул шулай уҡ ҡанбабалар, йырсылар һәм ғибәҙәтханалар хеҙмәткәрҙәренә өҫтөнлөктәр бирә, иң яҡшы Ливан кедрынан ғибәҙәт ҡылыу кәмәләрен әҙерләргә, уларҙы алтын менән ялатырға ҡуша (Реставрациялау Стелаһы)[4]. Үҫмер Тутанхамон һарай чиновниктары һәм традицион культтың ҡанбабалары ҡулында марионетка булып ҡала. Кесе йәштәге фирғәүен янында Эйе (Тутанхамондың өләсәһенең Тия исемле ҡустыһы) регент була.
Ахетатондан киткәс, Тутанхамон һарайы кире Фиваға (божество-покровитель Амон) ҡайтмай, ә Мемфиста (божество-покровитель Птах) төпләнә. Тутанхамон даими рәүештә көньяҡтағы баш ҡалала була. Мәҫәлән, ул Амондың төп ҡала байрамында ҡатнаша. Тутанхамон Амон һәм башҡа элекке аллалар культын тергеҙә, әммә Атон культын тотҡандарҙы эҙәрлекләмәй. Тутанхамондың батшалыҡ итеүенең 9-сы йылында ла Ҡояш ғибәҙәтханаһы виноград плантациялары хужаһы булып ҡала. Ҡояш һәм Эхнатондың һүрәттәренә лә зыян килтерелмәй, яҙмаларында Тутанхамон ҡайһы берҙә үҙен «Атон улы» тип атай.
Төҙөлөш
үҙгәртергәФирғәүен Мемфисты үҙенең ғәмәлдәге баш ҡалаһы тип таныуы сәбәпле, Саккара некрополендә бай түрәләрҙең бик күп кәшәнәләре булдырыла, улар араһында хәрби начальник, ҡаҙнаны тотоусы һәм архитектор Хоремхебтың кәшәнәһе айырыуса матур итеп биҙәлеүе менән айырылып тора. Фивала бай түрә Аменхотеп Хевиҙың кәшәнәһе беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып килеп еткән, Ул заманда батша наместнигы Нубияның («Куштың батша улы») кәшәнәһе яҡшы һаҡланған.
Реставрация эштәренән тыш Тутанхамон бойороғо буйынса күп кенә ғибәҙәтханаларҙа, шулай уҡ Луксор ғибәҙәтханаһында Аменхотеп III-нөң ғибәҙәтханаһында процессиялар үтә торған колонналар теҙмәһендә биҙәү эштәре башҡарыла, Гизда ҙур булмаған Хоран ғибәҙәтханаһы төҙөлә; Нубияла Солебта Аменхотепа III-нөң ғәйәт ҙур ғибәҙәтхана комплексының төҙөлөшө тамамлана, Кавала Амон ғибәҙәтханаһы һәм Фараста алла кеүек күрелгән Тутанхамондың ғибәҙәтханаһы төҙөлә. Батша вафатынан һуң батша ерләнгән ғибәҙәтхана Мәҙәнит Әбүнән бик үк алыҫ булмаған Фивала урынлаша; аҙаҡ был ғибәҙәтхана фирғәүендең вариҫтары Эйе һәм Хоремхеб тарафынан узурпациялана (Хоремхотепты Тутанхамон онотолорға тейешле аллаһыҙҙар исемлегенә индергән була).
Тышҡы сәйәсәте
үҙгәртергәБәлки, Тутанхамон хакимлыҡ иткән дәүерҙә хәрби начальник, киләсәктә фирғәүен буласаҡ Хоремхеб, Сүриәлә еңеү яулағандыр. Шул еңеү тантанаһына арнап, Карнакта батша судноһының килгән мәле һүрәткә төшөрөлә. Бәлки, шул мәлдә хакимлыҡ иткән батшалыҡ Нубияла хәрби хәрәкәттәрҙе лә уңышлы алып барғандыр. Хәрби хәрәкттәр мәлендә алынған табышы менән Тутанхамон ғибәҙәтханаларҙы байыта, тип раҫлана. Нубия наместнигы Аменхотептың кәшәнәһендәге яҙыуҙан билдәле булыуынса, Сүриәнең бер нисә ҡәбиләһе даими рәүештә яһаҡ түләүе билдәле. Нубиянан да һалым алына.
Тутанхамондың хакимлыҡ итеү дәүере атонизмдан баш тартыу менән генә танылыу ала. Тутанхамондың кәшәнәһен тапҡан археолог Говард Картер түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтә:
Хәҙерге заманда алынған белемгә таянып ышаныслы рәүештә шуны ғына әйтә алабыҙ: уның тормошондағы иң иҫтәлекле ваҡиға — ул уның вафаты һәм ерләнеүе.
Тутанхамондың үлеме
үҙгәртергәТутанхамон 19-сы йәшендә вафат була һәм Батшалар үҙәнендә KV62-се кәшәнәгә ерләнә.
Фирғәүен Тутанхамондың үлеме буйынса бер нисә фараз бар:
- Тутанхамонды уның вафатынан һуң фирғәүен булған регент Эйе бойороғо буйынса үлтереүҙәре ихтимал;
- 2005 йылдағы тикшеренеүҙәр, Тутанхамон алынған йәрәхәт һөҙөмтәһендә үлгән, тигән фаразды еткерә. Әммә 2005 йылдың 8 мартында Мысыр тарихын өйрәнеүсе Захи Хавасс огласил результаты Тутанхамондың компьютерной томографияһы һөҙөмтәләрен йәмәғәтселеккә еткерә: фирғәүен иҫән сағында баш һөйәге-мейе йәрәхәттәрен алмаған, ә баш һөйәгендәге тишек мумиялаштырғанда хасил булған. Бынан алдағы рентген тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре лә кире ҡағыла: Тутанхамлондың арҡа һөйәгендә үтә ауыр дәрәжәләге скалиоз сире лә булмаған;
- 2010 йылдағы тикшеренеүҙәр Тутанхамон « тапма сиренең ауыр ҡатмарлы формаһынан» үлгән, тигән һығымта яһай, сөнки ДНК-анализ барышында уның тәнендә шул сирҙең ҡуҙғытҡыстары табыла. Тутанхамондың кәшәнәһендә тапма сирен дауалауҙа ҡулланылған дарыу сараларының булыуы ла шуны уҡ раҫлай.
- Йәрәхәтте фирғәүен һунар мәлендә тәгәрмәсле арбанан ҡолап алған, тигән фараз да бар. Тутанхамондың үлеме Мысырҙағы һунар осорона тап килә. Мумиялаштырыу процесы 70 көн дауам итә, тимәк уның үлеме декабрь-ғинуар айҙарына тура килә[13].
- Скотленд-Ярдтың медицин хеҙмәткәрҙәре (патологоанатомдар-криминалистар), мумияның баш һөйәген ҡарап шундай һығымта яһай: был кешене бер ни тиклем балтаға оҡшаған әйбер менән үлтергәндәр (сығанаҡ күрһәтелмәгән 1480 көн).
2010 йылдың 17 февралендә Захи Хавасс һәм Мысырҙың мәҙәниәт министры Фарук Хөсни Мысырҙа 2007—2009 йылдарҙа үткәрелгән ДНК-ны тикшереүҙәре һөҙөмтәләрен йәмәғәтселеккә еткерә, уның буйынса Тутанхамондың ғаилә ағзаларында генетик сир була[14]. Атап әйткәндә, уның ҡайһы бер вәкилдәре, шул иҫәптән Тутанхамон, Кёлера сиренән яфалана (ҡан әйләнешенең боҙолдоуы сәбәпле, табан һөйәктәре некрозы). Шул уҡ ваҡытта ул дәүерҙә йәшәгән хакимдарҙың кәүҙә төҙөлөшөнә «ҡатын-ҡыҙ» ҡиәфәтен бирә торған Марфан синдромы, гинекомастия һәм башҡа генетик тайпылыштарҙың булмауын асыҡлана. Фирғәүендең башҡа сирҙәре араһында аңҡау аралыуы («бүре тамағы» — тыумыштан ҡаты аңҡауҙың һәм өҫкө яңаҡтың бөтәшмәүе) һәм тайыш табанлыҡ та була.
Законлы вариҫ ҡалдырмаған Тутанхамон үлгәндән һуң тәхетте мираҫ итеп алыуҙа ҡатмарлылыҡтар килеп тыуа[4]. Тутанхамондың вафатынан һуңғы осор тураһындағы мәғлүмәттәр бәхәсле һәм ентекле рәүештә тергеҙеү өсөн бик ҡатмарлы[9]. Был ваҡиғанан алда ғына тол ҡалған Анхесенамон, хакимлыҡ итеү хоҡуғына эйә булмаһа ла, уға статусы буйынса тиң булған кейәүҙең юҡлығына ҡарамаҫтан, хетт принцы Заннанза (ҡара Дахамунцу) менән никах килешеүе төҙөргә тырыша. Принц Мысыр сигендә һәләк була, батшабикәнең исеме лә тарих киңлегендә юҡҡа сыға[4][11]. Тутанхамондан һуң Эйе рәсми хаким була, артабан власть элекке хәрби начальник Хоремхебҡа күсә. Уларҙың береһе лә үҙенән һуң вариҫ ҡалдыра алмай, шулай итеп, XVII династия юҡҡа сыға.
Кәшәнә
үҙгәртергәХХ быуат башына тиклем тарихсылар араһында Тутанхамон әллә ни билдәле булмай, икенсел фирғәүен булып ҡала. Хатта уның ысынбарлыҡта булыуы шик аҫтына ҡуйыла. Шуға ла Тутанхамон кәшәнәһенең табылыуы археология тарихында бөйөк ваҡиғаларҙың береһе булып һанала.
Күрәһең, Эхнатон иҫән саҡта уҡ батша улы Тутанхатон өсөн Амарна янында кәшәнә төҙөлөлә башлай, әммә иҫке тәртиптәргә ҡайтыу менән унда эш туҡтап ҡала. Тутанхамон өсөн Фивала яңы кәшәнә әҙерләнә башлай, ләкин уның вафатына тиклем унда эштәр тамамланып өлгөрмәй. Тутанхамондың Батшалар үҙәнендәге кәшәнәһен (KV62) инглиз археологы Говард Картер 1922 йылда таба. Кәшәнәгә ике тапҡыр боронғо ҡомартҡыларҙы эҙләүселәр ингән, әммә енәйәт ҡыла алмайынса кәшәнәне ташларға мәжбүр булғандар ахыры.
XVIII династияһы кәшәнәләренән был кәшәнә ҙурлығы буйынса ҡайтышыраҡ, сөнки ул Тутанхамонды ерләү өсөн эшләнмәй. Тутанхамон вафат булғас, тиҙ арала әҙер кәшәнәне фирғәүенде ерләү өсөн ҡулайлаштыралар.
Тутанхамон кәшәнәһендәге бөтә ҡомартҡылар ҙа, Мысыр музейҙары йыйылмаһына инеп, Гизда төҙөлөп ятҡан Ҙур Мысыр музейының берҙәм экспозицияһына ҡуйыласаҡ[15][16].
«Фирғәүен ҡарғышы» тураһында
үҙгәртергәЭҙләүҙе финанслаған лорд Дж. Карнарвон 1923 йылдың 5 апрелендә Ҡаһирәнең «Континенталь» ҡунаҡханаһында үпкә шешенән вафат була, шунда уҡ уның мәрхүм булыуы тирәләй мистификациялар хасил була. Артабанғы йылдарҙа матбуғат «фирғәүендәр ҡарғышы» тураһында төрлө имеш-мимештәр тарата, йәнәһе лә шул «ҡарғыш» арҡаһында ҡәберҙе беренсе асыусылар үлемгә дусар булған. 22 кешегә еткән «ҡарғыш ҡорбандарының» 13-ө беренсе тапҡыр ҡәберҙе асыуҙа туранан-тура ҡатнашҡан. Улар араһында Американан профессор Дж. Г. Брэстед, Мысыр теле грамматикаһы авторы А. Х. Гардинер, профессор Н. Г. Дэйвис та телгә алына.
Ләкин факттар күрһәтеүенсә, Картер экспедицияһында ҡатнашыусыларҙың күпселеге өлкән йәшкә еткән, ә уларҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо 74,4 йәш тәшкил иткән. Мәҫәлән, Дж. Г. Брэстедҡа — 70, Н. Г. Дэйвисҡа — 71, ә А. Х. Гардинерға 84 йәш була. Гвард Картер ҡәберлектәге бөтә эштәр менән туранан-тура етәкселек иткән, иң һуңғы булып 1939 йылда, 64 йәшендә вафат булған. Экспедицияла ҡатнашыусыларҙың һәләк булыуын анализларға тырышҡан популяр теорияларҙың береһе «ҡарғышты» бәшмәк йәки башҡа микроорганизм менән бәйләй, был, атап әйткәндә, астматик Дж. Карнарвондың беренсе булып вафат булыуын аңлата.
Палеогенетика
үҙгәртергәДНК-ны тикшереү күрһәтеүенсә, фирғәүен Эхнатон һәм уның тарихта билдәле булмаған һеңлеһе Тутанхамондың ата-әсәһе булған. Ул ауыр генетик ауырыуҙарҙы (аңҡауы тарҡалыу, тайыш табанлыҡ) мираҫ итеп алған. Ү-хромосомалы гаплотөркөм Аменхотептан Эхнатонға һәм Тутанхамонға тапшырылған. Тутанхамондың һәм уның тарихта билдәле булмаған әсәһенең (КВ35, кесе һеңлеһе) митохондриаль гаплотөркөмө билдәләнгән[17][18]. Мумия тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, фирғәүен үлер алдынан, аяғын һындырған, бәлки, арбанан ҡолағанда һындырғандыр. Был, үҙ сиратында, ерләү милке араһында таяҡтарҙың булыуын аңлата. Һөйәк тейешенсә ҡушылып төҙәлмәгән, серей башлаған, был иһә үҫмерҙең инфекцияға бирешеүсәнлеген арттырған. Кәшәнәлә табылған орлоҡтар, емештәр һәм япраҡтар, бәлки, дауаланыу өсөн файҙаланылғандыр, әммә уларҙың фирғәүенде тапма сире менән заралауы ла ихтимал. Әммә ҡайһы бер ғалимдар уйлауынса, малярия паразитының булыуы фирғәүендең тапма сиренән үлгәнен аңлатмай; Ливерпул университетынан мумияны тикшергән доктор Боб Конноли фекеренсә, Тутанхамондың үлеменә арбанан ҡолап төшөү сәбәпсе булған, сөнки күкрәк ҡыуышлығы эскә батҡан, ҡабырғалары һынған булған[19].
Мәҙәниәттә
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr. — NYC: OUP, 2012.
- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Выдвинута смелая гипотеза о реальном происхождении маски Тутанхамона 2021 йыл 2 сентябрь архивланған. // РГ, 29.07.2021
- ↑ 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 John Coleman Darnell, Colleen Manassa. Tutankhamun's Armies: Battle and Conquest During Ancient Egypt's Late Eighteenth Dynasty. — John Wiley & Sons, 2007. — С. 48, 51. — 321 с. — ISBN 9780471743583.
- ↑ ცივილიზაცია XXI. Discovery: Тайны гробницы Тутанхамона: Королевская кровь / 1 серия (6 февраль 2016). Дата обращения: 6 февраль 2018. Архивировано 23 март 2019 года.
- ↑ Zauzich, Karl-Theodor. Hieroglyphs Without Mystery. — Austin: University of Texas Press, 1992. — С. 30—31. — ISBN 978-0-292-79804-5.
- ↑ Тутанхамон / гл. ред. А. М. Прохоров. Большая советская энциклопедия: [в 30 т.]. — 3-е. — М.: Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Alain-Pierre Zivie. La Tombe de Maia, Mère Nourricière du Roi Toutankhamon et Grande du Harem. (Les Tombes du Bubasteion à Saqqara. Nr. 1). — Caracara: Toulouse, 2009.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Marianne Eaton-Krauss. The Unknown Tutankhamun. — Bloomsbury Publishing, 2015. — С. 13, 28. — 209 с. — ISBN 9781472575630.
- ↑ J. Tyldesley. Chronicle of the Queens of Egypt. — Thames & Hudson, 2006. — С. 136—137.
- ↑ 11,0 11,1 И. А. Стучевский. Межгосударственные отношения и дипломатия на Древнем Востоке. — М.: Наука, 1987. — С. 75. — 311 с.
- ↑ Price B. Tutankhamun: Egypt’s Most Famous Pharoah. — Summersdale Publishers, 2007. — С. 37. — ISBN 184839604X.
- ↑ Учёные раскрыли тайну смерти фараона Тутанхамона . rus.newsru.ua. Дата обращения: 1 апрель 2016. Архивировано 3 апрель 2016 года.
- ↑ Zahi Hawass et al., JAMA, vol. 303(7), pp 638—647, 2010
- ↑ Second of Tutankhamen collection transferred to Grand Egyptian museum - Daily News Egypt (инг.), Daily News Egypt (21 June 2017). 22 сентябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Editorial, Reuters. King Tutankhamen's military chariot moved to new Egyptian museum (инг.), U.S.. 22 сентябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Yehia Z Gad et al. 2020. Maternal and Paternal Lineages in King Tutankhamun’s Family 2021 йыл 2 февраль архивланған. // Guardian of Ancient Egypt: Studies in Honor of Zahi Hawass, Volume I. Charles University, Prague, Faculty of Arts: 497—518
- ↑ Yehia Z Gad et al. Insights from ancient DNA analysis of Egyptian human mummies: clues to disease and kinship 2021 йыл 7 ғинуар архивланған., 15 October 2020
- ↑ Michelle Roberts. 'Malaria' killed King Tutankhamun (инг.), BBC News (16 February 2010). 8 декабрь 2017 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Брукнер Карл. Золотой фараон / Пер. с нем. Ю. О. Бема и Н. А. Долдобановой. — М.: Молодая гвардия, 1967. — 200 с.: ил.
- История Древнего Востока. Зарождение древнейших классовых обществ и первые очаги рабовладельческой цивилизации. Часть 2. Передняя Азия. Египет / Под редакцией Г. М. Бонгард-Левина. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1988. — 623 с. — 25 000 экз.
- Картер Говард. Гробница Тутанхамона / Пер. с англ. Ф. Л. Мендельсона и Д. Г. Редера. — М.: Изд-во восточной лит-ры, 1959. — 262.: ил.
- Кацнельсон И. С. Тутанхамон и сокровища его гробницы. — М.: Наука, Главная ред. восточной лит-ры, 1979. — Изд. 2-е. — 152 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
- Керам К. Боги. Гробницы. Ученые. Роман археологии / Пер. с нем. А. С. Варшавского. — М.: Изд-во иностранной лит-ры, 1960. — 400 с.: ил.
- Косидовский Зенон. Когда солнце было богом / Пер. с пол. Н. М. Дубова. — М.: Наука, Главная ред. восточной лит-ры, 1968. — 346 с.: ил.
- О’Фаррелл Д. Великая мистификация. Загадки гробницы Тутанхамона. — Смоленск: Русич, 2010. — 320 с.: ил. — Серия «Историческая библиотека».
- Перепёлкин Ю. Я. Тайна золотого гроба. — М.: Наука, Главная редакция вост. лит-ры, 1969. — 176 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
- Сильверберг Роберт. Приключения в археологии / Пер. с англ. Е. В. Лазаревой. — М.: Вече, 2007. — 384 с.: ил. — Серия «Великие тайны». — ISBN 978-5-9533-1924-9.
- Солкин<span about="#mwt209" data-cx="[{"adapted":true,"targetExists":true}]" data-mw="{"parts":[{"template":{"target":{"wt":"Nbsp","href":"./Ҡалып:Nbsp"},"params":{},"i":0}}]}" data-ve-no-generated-contents="true" id="mwBQ4" typeof="mw:Transclusion mw:Entity"> </span>В.<span about="#mwt210" data-cx="[{"adapted":true,"targetExists":true}]" data-mw="{"parts":[{"template":{"target":{"wt":"Nbsp","href":"./Ҡалып:Nbsp"},"params":{},"i":0}}]}" data-ve-no-generated-contents="true" id="mwBQ8" typeof="mw:Transclusion mw:Entity"> </span>В. Тутанхамон. / Древний Египет. Энциклопедия. — М., 2005
- Тутанхамон и его время: Сб. ст. — М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1976. — 216 с. — 10 000 экз.
- Древний Восток и античность. // Правители Мира. Хронологическо-генеалогические таблицы по всемирной истории в 4 тт. / Автор-составитель В. В. Эрлихман. — Т. 1.
- Von Beckerath J. Handbuch der ägyptischen Königsnamen. — München: Deutscher Kunstverlag, 1984. — 314 p. — (Münchner ägyptologische Studien). — ISBN 3422008322.
- James T. G. H. Tutankhamun. — Cairo, 2001.
- Reeves N. The Complete Tutankhamun. — London, 1990.
Ссылки
үҙгәртергәТутанхамон Викимилектә |
- Тутанхамон — энциклопедическая статья с сайта Древний Египет
- Реставрационная стела Тутанхамона — перевод Ю. Я. Перепёлкина
- Кто убил Тутанхамона? 2009 йыл 2 август архивланған.
- Тутанхамон: фотографии 1922—1923 годов 2009 йыл 24 ғинуар архивланған.
- Сокровища фараона глазами первооткрывателей — раритетные фото времён открытия гробницы
- Загадки жизни и смерти Тутанхамона
XVIII династия | ||
Алдан килеүсе: Сменхкара |
Мысыр фараоны Б.Э.Т.1333—1323 йылдар тирәһе |
Алыштырыусы: Эйе ( XVIII династия фараоны) |