Туварджиевтар йорто
Туварджиевтарҙың бильярдханалы йорто — бер ярым ҡатлы, тарихи әһәмиәткә эйә булған, Дондағы Ростовта[1] Шаумян урамындағы 41-се йорт. Ҡоролмаға яҡынса 100 йыл[2] тирәһе була. Ул XIX быуат аҙағындағы сауҙагәр йортоноң типик миҫалы булып тора. Был йортта ҡалала беренсе бильярд бүлмәһе урынлашҡан була. 2016 йылда йорт һүтелә.
Иҫтәлекле урын | |
Туварджиевтар йорто
| |
Туварджиевтар йорто Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәXIX быуат аҙағы
үҙгәртергәЙорт XIX быуат[3] аҙағында төҙөлә. Уның тураһында 1894 йылда баҫылып сыҡҡан Дондағы Ростовта күсемһеҙ мөлкәтте Баһалауҙа беренсе тапҡыр телгә алына. Ул ваҡытта был төҙөлөш 67-се номерлы итеп билдәләнә, ә уның эйәһе Иванова Анна Александровна исемле ҡатын-ҡыҙ була. Документҡа ярашлы, милек 2750 һумға баһалана. Ошо уҡ йылда бер туған Туварджиевтар — Степан һәм Егор, йорт хужалары булып китәләр тигән мәғлүмәт бар. Улар эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып баралар — шарап менән һатыу итәләр. Бының өсөн улар Иҫке баҙар майҙанына яҡын урынлашҡан магазиндарҙы ҡуртымға алалар.
XX быуат башында йорт «Сауҙагәр Туварджиевтарҙың бильярдханалы йорто» булараҡ билдәле була, алдағы йылдарҙа йорттоң тап ошо исеме нығына ла инде. 1904 йыл мәғлүмәттәре буйынса, йорт хаҡы 5500 һум менән баһалана. 1911 йылда Степан Христофорович һәм Евгения Дмитриевна Туварджиевтар күсемһеҙ милектең хужалары булып китәләр. Был хужалар йортҡа үҙгәртеп ҡороу яһайҙар, уның хаҡы 3 тапҡырға арта. Йортта мансарда төҙөйҙәр, цоколь ҡаты башҡаса ҡулланыла башлай. Бильярдхана барлыҡҡа килә[4]. 1913—1914 йылдар араһында «Білліардная»[5] тигән яҙыу барлыҡҡа килә, ул 2016 йылға тиклем һаҡлана. Яҙыу Мишустиндың махсус оҫтаханаһында эшләнгән, ул тәүҙә уларға күрше урынлашҡан була, ә һуңынан бер йорт аша. 1920-се йылдарҙа бильярдхана ябыла. XX быуатта йортта бер нисә коммуналь фатир була, йорттоң фасады фильм төшөргән саҡта йыш ҡулланыла.
2015 йылда тарихи ҡиммәттәргә эйә булған йортто һүтеү тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килә. Бөтә Рәсәй ҡомартҡыларҙы һаҡлау союзының Ростов бүлексәһе йортто һаҡларға тырыша. Уның вәкилдәре мәҙәниәт Министрлығына, йортҡа һаҡлау статусын биреү һәм «Туварджиевтарҙың бильярдханалы йортон» йәмәғәт ҡиммәттәренә[6] эйә булған объект тип таныу үтенесе менән, бөтә кәрәкле документтар һәм кәрәкле мәғлүмәттәрҙе бирә. Мәсьәлә 2016 йылдың февралендә хәл ителергә тейеш була. Төҙөлөштө мәҙәни мираҫ объекты итеп таныуҙан баш тарталар. 2016 йылдың апрель аҙаҡтарында сауҙагәр Туварджиевтарҙың бильярдханалы йорто һүтелә. Уның урынында күп ҡатлы ҡунаҡхана[7] төҙөлөшө алып барыла.
Һүрәтләнеш
үҙгәртергәЙорт XIX быуат аҙағындағы йорт төҙөлөшөнөң типик миҫал булып тора. Тарихи үҙәк биләмәһендә урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ростовчане пытаются отстоять историческое здание в центре города
- ↑ Под снос: минкульт не увидел ценности в здании первой бильярдной Ростова-на-Дону 2017 йыл 11 февраль архивланған.
- ↑ В Ростове снесли здание первой бильярдной//Панорама
- ↑ Жители Садовой против сноса дома Туварджиевых//Новости 2017 йыл 11 февраль архивланған.
- ↑ Активные ростовчане пытаются сохранить уникальный купеческий особняк донской столицы// «МК на Дону»
- ↑ Зданию первой бильярдной в Ростове могут присвоить статус памятника//Городской репортер
- ↑ На месте здания первой ростовской бильярдной построят 7-этажную гостиницу