Трутовка
Трутовка — йомортҡа һалыусы эшсе ҡорт.
Билдәле булыуынса, эшсе ҡорттар енси органдары үҫешеп етмәгән инә ҡорттар. Улар ҙа йомортҡа һалыуға һәләтле. Ҡайһы саҡ улар аталанмаған йомортҡа һала башлай, һәм унан гел әре ҡорттар үрсей. Бындай хәл оҙаҡ ваҡыт инәһеҙ ҡалған йәки ҡарт инәле күстәрҙә күҙәтелә.
Тышҡы ҡиәфәтенән трутовкаларҙы эшсе ҡорттарҙан ацрып булмай. Эске ағзалары иһә айырыла: йомортҡалар барлыҡҡа килеүсе күкәй көпшәләре 12-гә барып етергә мөмкин.
Трутовкалар йомортҡаны дөрөҫ һалмай, ҡайһы саҡта бер күҙәнәккә бер нисә йомортҡа һала, ә ҡайһы күҙәнәктәрҙе һалмай уҙып китәләр. Ҡайһы бер осраҡтарҙа умарталағы ҡорттар, трутовкаларға инә ҡортҡа ҡараған һымаҡ ҡарай башлайҙар.
Трутовкаларҙың барлыҡҡа килеүе умартала инә ҡорттоң кәрәклеген иҫкәртә. Трутовкалар барлыҡҡа килгән ғаиләгә яңы бәләкәс күс өҫтәү тәҡдим ителә. Һәм ҡорттар был ғаиләләге трутовкаларҙы юҡҡа сығара.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |