Троицкий күпере (Санкт-Петербург)
Троицкий күпере (1918-1934 йылдарҙа Тигеҙлек күпере, 1934-1991 йылдарҙа Киров күпере, 1991 йылдан алып Троицкий күпере) Санкт-Петербургтағы күтәртмәле күпер. Үҙ-ара Петроград һәм 1 Адмиралтейский утрауҙарын тоташтырып тора. Нева йылғаһы аша даими өс күперҙең (Благовещен һәм Литейный күперҙәренән һуң), береһе[1][2][3]. 1990 йылда Рәсәйҙең төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты тип таныла һәм дәүләт һаҡлауы аҫтында тора[4]. 2005 йылдан алып күпер тартмаһын асыу — уҡыуҙы тамамлаусыларҙың «Ал елкән» символы[5].
Троицкий күпере | |
Нигеҙләү датаһы | 1903 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Урын | Санкт-Петербург |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | ҡорос |
Архитектор | René Patouillard-Demoriane[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1903 |
Өҫтөнән/аҫтынан үтә | Нева |
Число пролётов | 10 |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Оҙонлоҡ | 582 метр |
Киңлек | 23,6 метр |
Троицкий күпере Викимилектә |
Беренсе йөҙөүсе понтон күпер төҙөү 1803 йылда төҙөлә[⇨]. 1897—1903 йылдарҙа француз фирмаһы «Батиньоль»[fr] урыҫ инженерҙары ҡатнашлығында даими металл күпер төҙөй[⇨]. 1965 йылда Александр Невский күпере төҙөлгәнгә тиклем Троицкий күпере ҡаланың иң оҙон күпере (582 м) булып тора[6]. 1965—1967 йылдарҙа яңынан күпер тартмалы итеп төҙөлә[⇨], ҡалала 2001—2003 йылдарҙа күперҙе реконструкциялау үткәрелә[⇨].
Урынлашыуы
үҙгәртергәКүпер Суворов майҙанын Марс яланы алдында һәм Троицкий майҙанын (Петроград яғы) тоташтырып тора. Күпер аръяғында Каменноостровский проспекты башланған. Күперҙең төньяҡ өлөшө Пулковский меридианды киҫеп үтә[7][8].
Оло Нева йылғаһының үрге ағымында Литейный күпере, түбән яғында — Һарай күпере (Оло Нева аша) һәм Биржа күпере тора (Кесе Нева аша)[5].
Исеме
үҙгәртергә1803 йылдағы плашкоутлы (понтон) күпере 1804 йылда Петербург күпере[8] тип атала. Яңынан 1824—1827 йылдарҙа төҙөлгән күперҙе Суворов күпере тип атарға уйлайҙар, сөнки ул Суворов майҙаны һәм А. В. Суворов һәйкәле ҡаршыһында урынлашҡан. Әммә күперҙе 1827 йылда Троицк күпере тип атайҙар, сөнки күпер янында Троицкий майҙаны һәм Троицкий соборы (емерелгән 1932 йылда) торған була. 1891 йылда Ҡала Думаһы бында даими күпер төҙөргә һәм уны Александр III һәм Мария Федоровнаның туйына 25 йыл тулғанлыҡ хөрмәтенә Александро-Мариинский тип атарға тәҡдим ителә[9], ләкин император күперҙең Троицкий[10][11] исемен һаҡлап ҡалырға ҡуша. 1918 йылдың октябрендә күперҙең исеме Тигеҙлек күпере тип үҙгәртелә. С. М. Киров үлгәндән һуң СССР Үҙәк башҡарма советы ҡарарына ярашлы күпер 1934 йылдың 15 декабрендә Киров күпере[8][12] тип атала. 1991 йылдың 4 октябренә тиклем был исем ғәмәлдә була, Санкт-Петербург халыҡ депутаттары советы 04.10.1991 № 314 «ҡала тарихи объект исемдәрен тергеҙеү тураһында» ҡарарына ярашлы күпер тағы ла Троицк күпере[8]тип атала.
Күпер хөрмәтенә «Адмиралтейство верфы»нда эшләнгән танкерҙы «Троицк күпере» тип атайҙар, ул 2003 йылдың 25 февралендә һыуға төшөрөлгән була. а[13].
Тарих
үҙгәртергәПлашкоутлы (понтонлы) күпер
үҙгәртергәБыл беренсе күпер 1803 йылда барлыҡҡа килә. Ул йылғаның юғары ағымында урынлашҡан һәм Кронверк проспектын Йәйге баҡса менән тоташтырып тора. Ул һүтелгән Воскресерский понтон күперенән күсерелгән була[14]. Петроград утрау яғында ер дамба булдырыла, ул күперҙе ҡыҫҡартыу өсөн төҙөлә. Петербург күпере аша, ул саҡта шулай атала, егерме йыл дауамында йөрөйҙәр. Бынан тыш, уны архитектура күҙлегенән сығып та алмаштырырға кәрәк була: ул Нева яры ансамбле менән яраҡлашмай, уларҙың йәмен боҙоп торғанбула. 1818 йылда архитектор К. России проекты буйынса Суворов майҙаны формалаша, ул күпер башының архитектура нигеҙе була[1].
1824 йылда күпер ҡорола башлай. Яр буйы Михайловский замогын уратып торған каналдан соҡоп алынған гранит блоктар яңы күпер ҡоролмалары өсөн ҡулланыла. Инженер Лебедев яр буйы нығытмалары проектын төҙөй[1]. 1824 йылдың 19 ноябрендә һул яҡ нигеҙ әҙер була, ә уң яҡтағыһы Нева йылғаһы эсенә тәрән инеп торған дамба киләһе йылдың ғинуарында башланған. Санкт-Петербургтың иң оҙон (500 метрҙан ашыу) плашкоут күперен асыу тантанаһы 1827 йылда[1] үткәрелә. Башҡа понтон күперҙәрҙән айырмалы рәүештә был күпер матур иеп биҙәлгән була, уның бағаналары суйындан ҡойолған.
1876 йылда күперҙе ат-тимер юлы өсөн нығытҡандар[15].
Даими күпер
үҙгәртергәXIX быуат аҙағында был күпер урынына даими күпер төҙөүгә ихтыяж барлыҡҡа килә. Был ябай ғына күпер булып тормайынса, Петербургтың статусын күтәреүгә булышлыҡ итеүсе күпер булырға тейеш була.[16].
1879 йылда инженер А. Е. Струве Ҡала думаһына күпер төҙөү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә[17]. Дума ҡаҙнала аҡса булмау сәбәпле ҡарар ҡабул итмәй[18].
Иҫәп буйынса өсөнсө даими ҡала күперен төҙөү тураһыдағы ҡарарҙы Ҡала думаһы 1891 йылдың 9 октябрендә[19][20] ҡабул итә. 1892 йылда күпер проектына халыҡ-ара конкурс иғлан ителә. Конкурста 16 проект ҡатнаша, шуларҙың бишәүһен урыҫ инженерҙары, ҡалғандарын сит ил инженерҙары тәҡдим итә[21]. Бындай ҙур конкурста билдәле күпер төҙөүсе Н. А. Белелюбский, Д. П. Проскуряков , К. Я. Михайлов, Л. Ф. Николаи һәм башҡалар заказдары күплеге арҡаһында ҡатнашмай ҡалған.[22].
Беренсе премия — 6000 һум — А. Г. Эйфель фирмаһының проекты өсөн; икенсеһе — 3000 һум — урыҫ инженеры К. Э Лембка һәм Е. К. Кнорр проекты; өсөнсөһө — 1500 һум — болғар инженер П Момчилов проекты өсөн бирелә. Был проект-документациялар Рәсәй империяһының милкенә әйләнә[23][20][24]. [21]. Әммә һуңғы һайлау һәм төҙөлөш проекты буйынса эш башларға ашыҡмайҙар, сөнки конкурстан француз фирмаһы «Батиньоль»[fr], формаль сәбәптәр буйынса конкурста ҡатнашырға рөхсәт ала алмай. Конкурс комиссияһы уны «уңышлы ғына» тип таба[25]. Конкурс комиссияһы «проектты үҙаллы төҙөп, урыҫ материалдарын һәм урыҫ эшселәре көсөн ҡулланып төҙөргә кәрәк» тигән фекергә килә[25].
1896 йылда Ҡала думаһы конкурстың икенсе конкурс турын иғлан итә[1]. «Батиньоль» фирмаһынан тыш, тағы ла ике автор күпер проектын күрһәтә[26]. 1897 йылдың 5-7 февралендә Ҡала думаһы ултырышында «Батиньоль» фирмаһына күпер төҙөүҙе тапшырырға була тигән фекергә киләләр. Күпер төҙөүҙең хаҡы 5 млн 200 мең һум тора. 1897 йылдың 5 июнендә Николай II тарафынан проект раҫланған [1].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Мосты Ленинграда, 1986
- ↑ Мосты и набережные Ленинграда, 1963
- ↑ Логачев К. И. Петропавловская (Санкт-Петербургская) крепость : Ист.-культ. путеводитель. — Л.: Аврора, 1988. — С. 137. — 143 с.
- ↑ Решение Исполнительного комитета Ленинградского городского Совета народных депутатов от 06.08.1990 N 645 "О взятии под охрану памятников градостроительства и архитектуры" .
- ↑ 5,0 5,1 Троицкий мост . СПб ГБУ «Мостотрест».
- ↑ Ленинград : Энциклопедический справочник / Под общ. ред. Л.С. Шаумяна. — Л.: БСЭ, 1957. — С. 620. — 806 с.
- ↑ Друзь А. А. Петербург: пешком по городу. — М.: АСТ, 2018. — С. 171. — 253 с. — (Пешком по городу). — ISBN 978-5-17-983298-0.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 Троицкий мост. 115 лет, 2018
- ↑ Алфавитный указатель «Известий С.-Петербургской городской думы» за 1891 год. — СПб.: типография Шредера, 1892. — С. 60.
- ↑ Всеподданнейший отчет С.-Петербургского градоначальника за 1891 год. — СПб.: типография С.-Петербургского градоначальства, 1892. — С. 44.
- ↑ Альбом работ по постройке моста, 1903
- ↑ // Ленинградская правда. — Л., 1934.
- ↑ Троицкий мост, 2003
- ↑ Степнов, 1991
- ↑ Всеподданнейший отчет С.-Петербургского градоначальника за 1876 год. — СПб.: типография Канцелярии С.-Петербургского градоначальника, 1877. — С. 137.
- ↑ Слухи и вести // Неделя строителя. — СПб., 1886. — № 4. — С. 2—3.
- ↑ Всеподданейший отчет С.-Петербургского градоначальника за 1879 год. — СПб., 1880. — С. 1—2.
- ↑ По поводу проекта сооружения 3-го постоянного через Неву моста // Неделя строителя. — СПб., 1881. — № 33. — С. 229—230.
- ↑ Мосты Ленинграда, 1986, с. 134
- ↑ 20,0 20,1 Альбом работ по постройке моста, 1903, с. 1
- ↑ 21,0 21,1 Повесть о ленинградских мостах, 1971, с. 101
- ↑ Кочедамов, 1958, с. 19
- ↑ Мосты Ленинграда, 1986, с. 135
- ↑ Троицкий мост. 115 лет, 2018, с. 54
- ↑ 25,0 25,1 Повесть о ленинградских мостах, 1971, с. 102
- ↑ Хроника // Неделя строителя. — СПб., 1896. — № 49. — С. 242.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Троицкий мост. 115 лет / науч. ред. Богданов Г. И. — СПб.: Издательский дом «Бранко», 2018. — 216 с. — ISBN 978-5-903521-54-8.
- Бунин М. С. Мосты Ленинграда. Очерки истории и архитектуры мостов Петербурга — Петрограда — Ленинграда. — Л.: Стройиздат, 1986. — 280 с.
- Кочедамов В. И. Мосты Ленинграда. — Л.: Искусство, 1958. — 60 с.
- Тумилович Е. В., Алтунин С. Е. Мосты и набережные Ленинграда. Альбом. — М.: Издательство Министерства Коммунального Хозяйства РСФСР, 1963. — 298 с.
- Пунин А. Л. Повесть о ленинградских мостах. — Л.: Лениздат, 1971. — 192 с.
- Новиков Ю. В. Мосты и набережные Ленинграда / Сост. П. П. Степнов. — Л.: Лениздат, 1991. — 320 с.
- Пунин А. Л. Архитектура отечественных мостов. — Л.: Стройиздат, 1982. — 152 с.
- Санкт-Петербургское городское общественное управление. Городская комиссия по постройке Троицкого моста. Альбом работ по постройке постоянного через р. Большую Неву Троицкого моста, дамбы и набережных между Кронверкским и Сампсониевским мостами. 1893-1903. Санкт-Петербург / Сост. Г. Г. Кривошеин. — СПб., 1903.
- Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — 4-е изд., перераб. — СПб.: Норинт, 1996. — С. 336. — 359 с. — ISBN 5-7711-0002-1.
- Богданов Г. И., Петров Ю. А., Ярохно В. И. Троицкий мост // Нева. — 1999.
- Кузнецова Т. Ю., Крылов Ю. Ю. Реконструкция Троицкого моста через р. Неву // Вестник мостостроения. — М., 2003. — № 1—2. — С. 37—42.
- Ландау С. Мост в тумане. Страницы семейной хроники // Звезда. — СПб., 1999. — № 8.
- Павлов В. Е. Троицкий мост (к столетию со дня открытия) // История Санкт-Петербурга. — СПб.: Нестор, 2003. — № 4 (14). — С. 13—18.
- Пунин А. Л. Понятие стиля и Троицкий мост в контексте творческих исканий архитектуры и мостостроения эпохи модерна // 100 лет петербургскому модерну. Материалы научной конференции 30 сентября — 2 октября 1999 года. — СПб.: Альт-Софт, Белое и Черное, 2000. — С. 86—97.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Троицкий мост . СПб ГБУ «Мостотрест».