Трилогия (грекса tri — өс, logos һүҙ, хикәйә) — дөйөм һәм уртаҡ тема, образ, идея, сюжет менән берләшкән, шул уҡ ваҡытта үҙ эсендә (күләмендә) йомғаҡланған (тамамланған) үҙ аллы өс киҫәктән торған эпик йә драматик әҫәр. Антик осор драматургияһында уҡ өс киҫәктән торған трагедиялар популяр булған. Рус әҙәбиәтендә триологияға миҫал итеп Максим Горькийҙың «Бала саҡ», «Малайлыҡта», «Минең университеттарым»; Алексей Николаевич Толстойҙың «Ғазап сигеп йөрөү» («Һеңлеләр», «Ун һигеҙенсе йыл», «Йонсоу иртә»); Константин Фединдың «Тәүге шатлыҡтар», «Ғәҙәттән тыш йәй», «Костер» исемле әҫәрҙәрен килтерергә мөмкин. Башҡорт әҙәбиәтендә Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш», Фәрит Иҫәнғоловтың «Арыш башағы», «Ир-егеткәй менән ат башы», «Һәйкәлдәр тереләр өсөн» романдары тәүге трилогиялар булды. Хәҙерге башҡорт прозаһында Гөлнур Яҡупованың «Ҡатындар» трилогияһы «Ҡыҙ бала», «Бер һөйгәнем өсөн», «Кесе йыһан — Оло йыһан» романдарынан тора. Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» әҫәре шулай уҡ трилогияға ҡарай.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 1965. 190-191-се биттәр.
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006. 182-се бит.