1861

Иҫтәлекле урын
Третьяков йорто
Ил Рәсәй,
Адрес Таганрог ҡалаһы, Петр урамы, 43.
Төҙөлгән ваҡыты 1861

Третьяков йорто — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһының Петр урамындағы 43-сө йорт. 1861 йылда төҙөлгән. Урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чехов ғаиләһе менән бәйле.

Третьяков йорто Таганрог ҡалаһында төҙөлгән ике ҡатлы кирбес йорт. Ул Петр урамында сауҙагәр Василий Николаевич Третьяков аҡсаһына 1859 йылдың көҙөндә төҙөлгән. Беренсе ҡатында магазиндар, икенсе ҡатында казино урынлашҡан. 1870 йылда йортта «Төньяҡ» ҡунаҡханаһын урынлаштырырға ниәтләгәндәр.

Төрлө ваҡытта йорт хужалары:

  • Сауҙагәр В. Третьяков(18731880);
  • Сауҙагәр, тегенсе И Баксеваниди (18901906);
  • Д. Дмитриади, К. һәм Г. Баксеваниди, Х. Николаиди, Ф. Хаджи-Антоноглу, К. Кочеткова һ. б. — 1915 йылда.

18651869 йылдарҙа бинаның икенсе ҡатында П. Е. Чехов — А. П. Чехов атаһының ғаиләһе фатирҙа торған. Павел Егорович Чехов Третьяков йортона үҙенең бакалея тауарҙары магазинын да күсереп алып килгән. Третьяков йорто менән Чеховтарҙың тормошо ныҡ бәйле: бында уларҙың улы — Михаил Чехов тыуған, бында йәшәгән ваҡытта, сауҙагәрҙәр йәмғиәте, аталарына ҙур ышаныс күрһәтеп, уны сауҙа депутация ағзаһы итеп һайлап ҡуйған. Бында торған саҡта улдары Николай һәм Антон грек мәктәбендә уҡыған.

Беренсе ҡатта И. А. Золотовтың бөҙрәханаһы, кәрәсин шәмдәре һатыу магазины эшләгән. Был лампалар кистәрен йортто ныҡ яҡтыртып торған.

Икенсе ҡатта казино, ә һуңыраҡ ҡунаҡхана һәм «Олимпия» рестораны эшләгән. 1880-се йылдарҙа икенсе ҡатта Музыкаль-драматик йәмғиәт, 1913—1914 йылдарҙа — «Паллас» кинотеатры урынлашҡан. Октябрь революцияһы алдынан йортта : Аяҡ кейеме; Яҙыу-һыҙыу тауарҙары ; Баш кейемдәр, Ит һатыу магазиндары; Аптека һ. б. урынлашҡан булған.

Хәҙерге ваҡытта был — беренсе ҡатын магазиндар алып торған торлаҡ йорт.

Архитектура

үҙгәртергә

Ике ҡатлы Третьяков йорто ҙур булмаған ҡала классицизмы стилендә төҙөлгән. Йорттоң кәрнизе иҫ китмәле теш кеүек семәрле биҙәк менән матурланып эшләнгән. Тәҙрәләрҙең майҙаны ғына бөҙрәхана һәм магазиндар урынлаштырыу маҡсатында классицизм стиленә хас булмағанса ҙур итеп эшләнгән.

Икенсе ҡаттағы заманында француз Триллгә бирелгән бүлмәләр иҙәне кеше фигуралары төшөрөлгән нәзәкәтле паркет менән түшәлгән.

Әҙәбиәте

үҙгәртергә
  • Энциклопедия Таганрога. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 2003. — 512 с. — ISBN 5-7509-0662-0

Һылтанмалар

үҙгәртергә