Третьяков Владимир Всеволодович
Третьяков Владимир Всеволодович (6 ғинуар 1890 йыл — 31 ғинуар 1970 йыл) — ғалим-акушер гинеколог. 1946 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968 йылға тиклем акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире. 1946—1967 йылдарҙа Башҡортостан акушер-гинекологтар йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1942), профессор (1935). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945).
Третьяков Владимир Всеволодович |
Биографияһы
үҙгәртергәВладимир Всеволодович Третьяков 1890 йылдың 6 ғинуарында Ҡазан губернаһының Зөйә ауылында (Татарстандың Свияжск ҡалаһы) тыуған.
Хеҙмәт юлы
үҙгәртергә1915 йылда Ҡазан университетын тамамлаған.
1920 йылдан башлап Томск университетының акушерлыҡ-гинекологик клиникаһында эшләгән.
1924 йылдан башлап Омск медицина институтында уҡытҡан.
1935 йылда - Төрөкмән медицина институтының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире (Ашхабад).
1946 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968 йылға тиклем акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире.
1946—1967 йылдарҙа Башҡортостан акушер-гинекологтар йәмғиәте рәйесе.
1947 йылдан алып 1968 йылға тиклем Башҡорт медицина институтының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире вазифаһында эшләгән.
Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге йөклөлөк патологияһы, бала тыуҙырғандан һуң септик өҙлөгөү, ҡатын-ҡыҙға бала тыуҙырыуҙа рациональ ярҙам күрһәтеү һәм ауыртыуҙы баҫыу, акушерлыҡ ярҙамын, акушерлыҡта һәм гинекологияла операция яһау техникаһын камиллаштырыу, шул иҫәптән кесарева сечения операцияһы проблемамаларына; халыҡҡа медицина ярҙамын ойоштороуға, ҡатын-ҡыҙҙарҙың енси өлкәһенә йоғонто яһарлыҡ хеҙмәт шарттарын өйрәнеүгә һ. б. арналған.
40-тан ашыу ғилми эш авторы. 1942 йылдан - медицина фәндәре докторы, 1935 йылдан - профессор.
Владимир Всеволодович Третьяков 1970 йылдың 31 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 1945 - СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы
- 1957 - БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Третьяков, Владимир Всеволодович.
Некоторые материалы по обезболиванию родов [Текст] / Проф. Третьяков. — Ашхабад : Туркменгосиздат, 1936. — Обл., 21 с.; 21 см. FB Я 234/1422 FB Я 234/1423 Дата поступления в ЭК — 10.02.2016
Һылтанмалар
үҙгәртергә- [Третьяков Владимир Всеволодович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. рф/2-statya/5760-tretyakov-vladimir-vsevolodovich.html Третьяков Владимир Всеволодович]
- Уфа ГИД Третьяков Владимир Всеволодович
- Студопедия. Развитие хирургической службы в РБ
- [wiki02.ru/encyclopedia/Tretyakov_Vladimir_Vsevolodovich/t/14209 Башкортостан Главная энциклопедия]
- Российская государственная библиотека