Трагик (хикәйә)
Трагик — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1883 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1883 йылда «Осколки» журналының 41-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға
Трагик | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
русса |
Ижат ителгән ваҡыты | |
Тәүге тапғып нәшер ителгән | |
Баҫмалар
үҙгәртергәА. П. Чеховтың «Трагик» хикәйәһе 1883 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1883 йылда «Осколки» журналының 41-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. Хикәйә 1884 йылда «Сказки Мельпомены» йыйынтығына һәм А. Ф. Маркс баҫмаһына индерелә. А. Ф. Маркс баҫмаһы өсөн А. П. Чехов хикәйәне үҙгәртә, ундағы комик тәфсирлек һәм вульгаризмдарҙы төшөрөп ҡалдырыла.
«Сказки Мельпомены»ға аноним автор яҙған рецензияла «Трагик» хикәйәһе артистар тормошондағы драматик хәлдәр һүрәтләнгән, тип әйтелә[1].
Чехов тере саҡта хикәйә серб-хорват теленә тәржемә ителгән.
Сюжет
үҙгәртергәТеатрҙа трагик Феногеновтың бенефисы бара. «Князь Серебряный» спектаклендә бенефициант Вяземский, антрепренер Лимонадов — Дружина Морозов, актриса Беобахтова Еленаны уйнай. Трагик иҫ киткес шәп уйнай. Исправник Сидорецкийҙың ҡыҙы Маша атаһы менән бергәләшеп спектаклде ҡарай. Маша үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр театрҙа була. Ул атаһына театрҙан һуң артистарҙы үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырыға ҡуша.
Икенсе көндә төшкө ашҡа ҡунаҡтар исправникка килә, улар араһында антрепренер Лимонадов, трагик Феногенов һәм комик Водолазов бар. Төшкө аш бик күңелле үтә. Артистар исправник ҡыҙына бик ныҡ оҡшай, улар ҡыҙға бик аҡыллы, башҡа кешеләргә бер ҙә оҡшамаған кеүек күренә.
Оҙаҡламай Маша театрға йыш йөрөй, трагик Феногеновҡа ғашиҡ була. Бер көндө ул Лимонадов труппаһы менән ҡасып китә һәм Феногенов менән сиркәүҙә никахлаша. Туйҙан һуң артистар күмәкләшеп исправникҡа хат яҙа. Яуап хатында исправник «бушты-бушҡа бушатып, бер ниндәй һөнәрһеҙ йөрөгән хохолға кейәүгә сыҡҡаны өсөн» ҡыҙынан баш тарта. Икенсе көндө Маша атаһына хат яҙа: «Атай, ул мине туҡмай! Беҙҙе ғәфү ит!». Феногенов ысынлап та Машаны Лимонадов, ике кер йыуыусы һәм ут яҡтыртыусылар алдында туҡмай. Ул һәр саҡ үҙенә бай кәләшкә өйләнергә кәңәш биргәнде иҫенә төшөрә, сөнки ул ҡыҙҙың бирнәһенә үҙ театрын ойоштора алған булыр ине, шунлыҡтан ул Машаға: «Әгәр атайың аҡса бирмәһә, мин һине ағастан тап тураған кеүек итеп ярасаҡмын. Мине алдаған кешеләрҙе яратмайым!» — тип тамамлай. Бер тапҡыр труппа хатта Машаны ҡалдырып китергә лә итә, тик Маша Финогеновҡа үҙенең ирҙе ныҡ һөйөүе тураһында әйтә.
Бер аҙ ваҡыт үткәс. Машаны труппаға алалар һәм ул горничныйҙарҙы, паждарҙы уйнап йөрөй, артабан уға етдиерәк ролдәр ҙә бирәләр. Бер тапҡыр губерна ҡалаһында Лимонадов труппаһы Шиллерҙың «Разбойники» спктаклен ҡуя. Феногенов — Францты, ә Маша — Амалияны уйнай. Франц Амалияға мөхәббәтен әйткәнгә тиклем барыһы ла бик шыма, матур ғына бара. Финогенов, дерелдәй биреп, Машаны үҙ ҡосағына ала. Ә Маша уны этеп ебәреп «кит минән!» тип әйтә торған урынға, ҡалтыранып, урынында ҡатҡан көйө: «Йәлләгеҙ мине!… Мин шул тиклем бәхетһеҙ!» — тип бышылдап, һүҙен тамамлай. Трагик уның ҡулына шпагаһын тоттора һәм уның ролде белмәүен әйтә.
Спектаклдән һуң Лимонадов менән Феногенов Машаның был ҡылығын тикшерә. һәм антерпренер Машаға ролдәрҙе насар белгәнен һәм үҙенең функцияларын онотҡанын әйтә. Быға Феногенов бары тик «ҡаштарын йыйыра ла йыйыра…». Икенсе көн Маша яңынан атаһына хат яҙа, унда иренең уны туҡмауына зарлана һәм атаһынан аҡса ебәреүҙе һорай.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. Трагик // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Наблюдатель», 1885, № 4, стр. 68
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Чехов А. П. Трагик 2017 йыл 5 май архивланған.. Оригинальный русский текст