Токареваның айырым йорто

Токарева йортоТокарева теремогы», «Токареваның семәрле өйө») — Пермь ҡалаһында урындағы әһәмиәткә эйә булған ҡала төҙөлөшө һәм архитектура ҡомартҡыһы, Пермь ҡалаһының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан[1][2]. Йорт Пермь урамы һәм Комсомол проспекты мөйөшөндә (элекке Көнгөр урамы), Пермь урамы, 67-се йорт адресы буйынса урынлашҡан.

Токареваның айырым йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пермь һәм Ленин районы[d]
Урынлашҡан урамы Пермская улица[d]
Архитектура стиле архитектура модерна[d] һәм Урыҫ стиле[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Адрес Пермская, 67
Карта
 Токареваның айырым йорто Викимилектә

Дәүләт архивында «1883 йылдың 20-21 июнендә Пермь урамы, 67 буйынса А.И. Токарева таш нигеҙҙәге ағас йортҡа бүлмә һәм йылы күтәрмә төҙөү тураһында ғариза биргән» тигән мәғлүмәттәр бар[3].

Йорт 1911 йылда Клавдия Афанасьевна Токареваға ҡараған[4].

1985 йылда йорт тергеҙелгән[3].

Архитектураһы

үҙгәртергә

Йорт өс метрҙан ашыуыраҡ бейеклектәге бер ҡатлы айырым ағас бинанан ғибәрәт[5], XIX быуат аҙағында — XX быуат башында рус модерн стилендә төҙөлгән[6] рус ағас төҙөлөшөнөң ижады булып тора. Бина проектының авторы билдәһеҙ[1] Токареваның айырым йорто архитектура йүнәлештәренең береһе — псевдорус стиле өлгөһө булып тора[7]. Айырым йорт ропетов архитектураһының матур миҫалы[8].


Айырым йорт бай семәр менән биҙәлгәне өсөн уны «Токарева теремогы» йәки «Токареваның семәрле өйө» тип атайҙар. Йорттоң төҫтәр гаммаһында өс төҫ: аҡ һәм йәшел төҫтәр өҫтөнлөк итә, ә нигеҙе һәм ҡыйығы ҡыҙыл төҫтә. Бинаның фундамент бут ташынан һалынған[9].

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

2000 йылдар башында Токарева айырым йортонан алыҫ түгел урында 14-се Төҙөлөш-Монтаж тресының яңы бина төҙөү һөҙөмтәһендә архитектура ҡомартҡыһына зыян килтерелә. Яңы объектты төҙөүҙә технологик дисциплиналарҙы боҙоу менән бәйле, архитектура ҡомартҡыһының түбә таҡталарында ярыҡтар барлыҡҡа килә, тышҡы буяуҙары зыян күрә, ә траншеянан һыуҙың үтеүе айырым йорттоң фундаментын йыуыуына һәм шешенеүенә килтерә[10]

2000 йылдарҙың икенсе яртыһында Рәсәй Архитекторҙар союзының Пермь ойошмаһы рәйесе һәм ҡала төҙөлөшө советы ағзаһы Сергей Шамарин тарафынан Пермь урамы һәм Комсомол проспекты мөйөшөндә үтә күренмәле куб формаһында яңы ете ҡатлы бина төҙөү планы әҙерләнә[11],ул Токарева йорт эргәһендә үк була. Архитектор фекере буйынса, XIX быуат аҙағы — XX быуат башы йорто һәм офис үҙәгенең яңы бинаһы архитектура стилдәренең контраслы принцибы буйынса йәнәш торорға тейеш[12].

Әлеге ваҡытта йорт шәхси кешеләргә ҡарай[13], бинаны кафе биләй. 1997 йылдан бинала «Феникс-К» Фәнни-производство берекмәһе [14]; шулай уҡ «Феникс» Пермь төргәкләү материалдары заводының офисы урынлашҡан[15].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Архитектура и достопримечательности Перми

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Особняк Токаревой
  2. Распоряжение Губернатора Пермской области от 5 декабря 2000 года № 713-р о государственном учёте недвижимых памятников истории и культуры Пермской области местного (областного) значения
  3. 3,0 3,1 Спешилова Е. Старая Пермь: Дома. Улицы. Люди. 1723-1917. — Пермь: Курсив, 1999. — 580 с. — 5000 экз.
  4. Справочная книга «Вся Пермь на 1911 год», издание И. И. Мацкевича, Пермь, 1911
  5. ГИС — историческое наследие(недоступная ссылка)
  6. Шамарин и Грунер назвались сэром // Компаньон ONline(недоступная ссылка)
  7. Микрорайон Центр Ленинского района, Пермь. Дата обращения: 8 июль 2009. Архивировано из оригинала 29 октябрь 2012 года. 2012 йыл 29 октябрь архивланған.
  8. Пермская архитектура в контексте поиска национального стиля (XIX — нач. XX в.)(недоступная ссылка)
  9. Пермская архитектура в контексте поиска национального стиля (XIX — нач. XX в.)(недоступная ссылка)
  10. Исторический центр: огонь и вода // Информационное агентство «Перископ» 2007 йыл 29 апрель архивланған.
  11. В историческом центре Перми может появиться стеклянный параллелепипед // Новый компаньон от 28 августа 2008 г.(недоступная ссылка)
  12. http://www.nk.perm.ru/pda/articleid.php?article_id=18154&newspaper_id=665(недоступная ссылка) Шамарин и Грунер назвались сэром // Компаньон ONline
  13. Затраты на реставрацию компенсирует арендодатель // Деловое Прикамье от 14.07.04. Дата обращения: 8 июль 2009. Архивировано из оригинала 10 июль 2012 года. 2012 йыл 10 июль архивланған.
  14. ГИС — историческое наследие(недоступная ссылка)
  15. Ул. Кирова, 67
  • Спешилова Е. Старая Пермь: Дома. Улицы. Люди. 1723-1917. — Пермь: Курсив, 1999. — 580 с. — 5000 экз.