Тклапи
Тклапи (груз. ტყლაპი) — ткемали сливаһының киптерелгән иҙмәһе. Ҡайһы саҡта «әсе лаваш» тип тә атала һәм ткемалинан ғына түгел, төрлө сливанан, терндан, мушмелдан да әҙерләнә[1][2].
Әҙерләү
үҙгәртергәТкемали сливаһын талғын утта, емеш һөйәгенән һәм ҡабығынан ныҡлап айырылғансы бешерәләр. Һуңынан килеп сыҡҡан массаны тишекле сүмес аша үткәрәләр. Иҙмәне бер туҡтауһыҙ болғап тороп, яндырмай ғына ҡайнау хәленә еткерәләр [2]. Һыуынған иҙмәне 2-3 миллиметр ҡалынлығында таҡтаға йәки ниндәйҙер туҡымаға йәйәләр һәм күләгәлә, яҡшы елләгән урында, 25 °C-тан да түбән булмаған температурала киптерәләр. Кипкән корж йәйелгән таҡтанан яҡшы айырыла башлағас, уны әйләндереп һалалар һәм тағы ла берәй аҙна дауамында тоталар. Әҙер тлап корждарын торбаларға төрөп йәки тигеҙләп өйөп һаҡлайҙар. Был осраҡта уға бойҙай йәки боронғо ғәҙәт буйынса пшати оно һибәләр [2]. Тклап бешергәндән ҡалған һыуҙан квацарахи эсемлеге әҙерләйҙәр. Квацарахи — ҡыҙыл сливаның ҡуйыртылған һуты [2].
Ҡулланыу
үҙгәртергәОҙаҡ ваҡыт һаҡланырға мөмкин. Һуңынан, кәрәк булған ваҡытта, был корждарҙы үҙеңә кәрәккәнсә һындырып алырға һәм күп булмаған йылы һурпала йәки башҡа төрлө шыйыҡсала ебетеп, килеп сыҡҡан ҡатышманан блюдо әҙерләргә мөмкин. Грузин аш-һыуында харчо әҙерләүҙә мөһим компонент булараҡ файҙаланыла. Бынан тыш, салаттар һәм итле блюдоларға тәмләткес итеп тә ҡулланырға мөмкин. Тклапиға тышҡы күренеше һәм үҙенсәлеге буйынса ҡайын еләгенән әҙерләнгән продукт — левишник оҡшаған. Ул Урта Волга буйында, Татарстан, Мордовия, Марий Эл республикаларында әҙерләнә һәм файҙаланыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Украинский вариант грузинского харчо
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Киладзе, 2011, с. 216
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Киладзе Елена Сергеевна. Практическая энциклопедия грузинской кухни: история, традиции, рассказы, рецепты. — Москва: АСТ, 2011. — 255 с. — ISBN 978-5-17-073215-9.