Тиҙәйткес

ауыр әйтелгән өндәрҙең, һүҙҙәрҙең, фразаларҙың берләшмәһенән, ҡабатланыуынан төҙөлгән ритмлы проза йәки шиғри әҫәр

Тиҙәйткес — ауыр әйтелгән өндәрҙең, һүҙҙәрҙең, фразаларҙың берләшмәһенән, ҡабатланыуынан төҙөлгән ритмлы проза йәки шиғри әҫәр[1]

Тиҙәйткес
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Тиҙәйткес — ауыр әйтелгән өндәрҙең, һүҙҙәрҙең, фразаларҙың берләшмәһенән, ҡабатланыуынан төҙөлгән һәм балалар телмәренең үҫешенә булышлыҡ иткән ритмлы проза йәки шиғри әҫәр.

Тиҙәйткес көндәлек тормоштағы реаль ваҡиғалар картинаһын сағылдыра, йышыраҡ юмористик йөкмәткегә эйә. Һәр текст милли мәғәнәгә эйә һәм башҡа телдәргә тәржемә иткәндә функциональ үҙенсәлектәрен юғалта.

Мәҫәлән, башҡортса: «Мейес башында биш бесәй, /Биш бесәйҙең биш башы, /Биш бесәйҙең биш башына /Емерелмәһен мейес башы»

(һүҙмә-һүҙ: На лежанке пять кошек, /У пяти кошек пять голов, /На пять кошачьих голов /Как бы не свалилась печь).

Тиҙәйткестәр күп кенә халыҡтарҙың фольклорында осрай[2][3].

Тиҙәйткес өлгөләре

үҙгәртергә

Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа, Беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә.

Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке. Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙегеҙҙекеме?

Күпер башында күк күркә, Күк күркәгә кәрәк күп көрпә.

Һаҙый! Һыйырҙарға, һарыҡтарға һоло һаламы һал!

Ҡара ҡарға баҫты ҡарға, ҡара түгел - аҡ ҡарға[4].

Тиҙәйткестәрҙе өйрәнеүсе ғалимдар

үҙгәртергә

Шағирә Ураҡсина Рәсимә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һанашмаҡтар

Балалар фольклоры: бала саҡ — уйнап-көлөп үҫер саҡ. Өфө, 1994

Сөләймәнов Ә.М. Бала-сағаның уйын фольклоры. Өфө, 2007

Ғәләүетдинов И. Ғ. һәм башҡалар. Балалар фольлоры: Бала саҡ — уйнап көлөп үҫер саҡ (баш.). — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. — ISBN 5-295-01280-8.

Ураҡсина Р. М. Балалар фольклоры (1994—1996)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

СКОРОГОВОРКА

СКОРОГОВОРКА

ТИҘӘЙТКЕСТӘР, ТЕЛ ТӨҘӘТКЕСТӘР

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. СКОРОГОВОРКА
  2. СКОРОГОВОРКА
  3. Ғәләүетдинов И. Ғ. һәм башҡалар. Балалар фольлоры: Бала саҡ — уйнап көлөп үҫер саҡ (баш.). — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. — ISBN 5-295-01280-8
  4. ТИҘӘЙТКЕСТӘР, ТЕЛ ТӨҘӘТКЕСТӘР