Тихвин Божия Матерь иконаһы сиркәүе (Арзамас)
Тихвин зыяратындағы Тихвин Божья Матерь иконаһы сиркәүе — Рус Православие Сиркәүенең Түбәнге Новгород һәм Арзамас епархияһы православие сиркәүе Рәсәйҙең Түбәнге Новгород өлкәһе Арзамас ҡалаһында урынлашҡан.
Тихвин Божия Матерь иконаһы сиркәүе | |
Нигеҙләү датаһы | 1777 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Тихвинская икона Божией Матери[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Арзамас |
Епархия | Нижегородская епархия[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Нижегородская область/Арзамас[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | улица Володарского, Тихвинское кладбище |
Тихвин Божия Матерь иконаһы сиркәүе (Арзамас) Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәҒибәҙәтхана 1777 йылда Арзамас сауҙагәре Матвей Степанович Масленков аҡсаһына төҙөлә. Был ҡорамға Масленков үҙ ырыуының изге әйберен — «Тихвин» Божья Матерь ҙур иконаһын килтерә[2].
Тихвин Божья Матерь иконаһы байрамы сиркәүҙең иң тәүге изгеләндерелеүенән һуң соборҙан Тихвин зыяратына тәре тотоп барыу рәүешендә йыл һайын (26 июндә иҫке стиль буйынса) үткәрелә. Ҡаланың түбәнге өлөшө өсөн был иң яҡты байрамдарҙың береһе була. Тәре тотоп йөрөш барышында ҡаланың бөтә халҡы тиерлек һәм күрше-тирә ауылдарҙан, Выездная биҫтәһенән кешеләр ҡатнаша[3].
Тихвин Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә төҙөлгән ғибәҙәтхана 1931 йылда ябыла. Унда ҡала моргы урынлаша.
2001 йылда сиркәү Түбәнге Новгород епархияһына кире ҡайтарыла. 2004 йылда сиркәүҙе тергеҙеү эштәре башлана. 2005 йылда ғибәҙәт ҡылыу яңынан тергеҙелә.
2010 йылдың 7 ноябрендә Түбәнге Новгород һәм Арзамас архиепискобы Георгий (Данилов) зыярат сиркәүен «Тихвин» Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә изгеләндерә[4].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Указ Президента Российской Федерации № 176 от 20.02.1995
- ↑ О храме | Приход церкви в честь Тихвинской иконы Божией Матери, Арзамас 2016 йыл 1 февраль архивланған.
- ↑ Арзамас. Церковь Тихвинской иконы Божией Матери
- ↑ В Арзамасе освящен храм в честь иконы Божией Матери «Тихвинская» / Православие.Ru
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Приход церкви в честь Тихвинской иконы Божией Матери 2018 йыл 31 март архивланған.