Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө
Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө — 3 сентябрҙә Рәсәйҙә йыл һайын билдәләнеүсе иҫтәлекле даталарҙың береһе.
Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө | |
Йылдың көнө | 3 сентябрь |
---|
Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө тарихы
үҙгәртергәРәсәйҙең был яңы иҫтәлекле датаһы Рәсәй Федерацияһының 2005 йылдың 21 июлендә донъя күргән «Рәсәйҙең хәрби дан көндәре (еңеү көндәре)» федераль законы редакцияһына ярашлы барлыҡҡа килә[1]. Ул 2004 йылдың 1-3 сентябрендәге Беслан террорсы ваҡиғалары менән туранан-тура бәйләнгән[2].
Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөн билдәләгәндә, Бесланда ғына түгел, бөтә ил буйлап террорсы акттар ҡорбандарын, шулай уҡ тәртип һаҡлағанда бурысын үтәп һәләк булған хеҙмәткәрҙәрҙе иҫкә алалар.
2013 йылда датаны билдәләнгәндә Мәскәү ҡала думаһы Мәскәү ҡалаһы көнөн билдәләү ҡағиҙәләрен һәм был датаға ҡарата сентябрҙең тәүге ял көндәренең яҡын тороуын үҙгәртеү тураһында закон ҡабул итте.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Федеральный закон от 21 июля 2005 г. № 98-ФЗ «О внесении изменений в Федеральный закон „О днях воинской славы (победных днях) России“» . Российская газета (26 июль 2005). Дата обращения: 25 март 2018. Архивировано 25 март 2018 года.
- ↑ Лица Беслана . Коммерсантъ (3 сентябрь 2016). Дата обращения: 16 март 2018. Архивировано 16 март 2018 года.
Был байрам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |