Тере хронология
Тере хронология — Антон Павлович Чеховтың сатирик хикәйәһе. Был әҫәр тәүге тапҡыр «Осколки» журналының 2-се һанында 1885 йылдың 23 февралендә А. Чехонте псевдонимы аҫтында баҫыла. Һуңғараҡ яҙыусының эштәре «Пестрые рассказы» тигән исем аҫтында сыға һәм артабан Чехов үҙе әҫәрҙәре йыйынтығының икенсе томына индерә, шунан улар нәшерсе Адольф Маркс тарафынан 1899―1901 йылдарҙа баҫтырыла[1].
Тере хронология | |
Жанр |
юмористик хикәйә |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
урыҫ |
Ижат ителгән ваҡыты |
1885 |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1885 йылдың 23 феврале |
Хикәйә сюжеты
үҙгәртергәҠатыны, балалары һәм дуҫы компанияһында тыныс ҡына кистәрен үткәргән статский советник Шарамыкин үҙҙәренең ҡалаһында бер ниндәй ҙә мәҙәни тормоштоң булмауына зарлана башлай. Ҡатыны Анна Павловнаны ҡыуандырып, ул элек был хәлдең әллә күпме яҡшыраҡ булыуын иҫкә ала. Шулай итеп, ул теге йәки был актерҙың, йырсының элек ҡалаға килгәнен иҫкә төшөргән саҡта ваҡыт-ваҡыт ҡатыны Анна Павловнаға мөрәжәғәт итеп, һәр бер мәҙәни ваҡиғаның үҙ балаларына ул саҡта нисә йәш булыуы менән бәйләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Шуб, Е. М. Комментарии к рассказу «Живая хронология». Собрание сочинений А. П. Чехова в 12 томах. Художественная литература. Москва, 1960. Т. 3, с. 489