Тересполь күпере
Тересполь күпере — Брест ҡәлғәһенең Цитадель һәм Тересполь нығытмаларын бәйләүсе Көнбайыш Буг йылғаһы аша һалынған аҫылмалы күпер. Рәсәй империяһында бындай конструкциялы иң ҙур күпер. 1944 йылда немец армияһы сигенгән ваҡытта емерелгән.
Тересполь күпере | |
Дәүләт | Беларусь |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Брест |
Урын | Брест |
Дата производства | 1850 |
Өҫтөнән/аҫтынан үтә | Западный Буг[d] |
Оҙонлоҡ | 159 метр |
Киңлек | 9 метр |
Тересполь күпере Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәРәсәй дәүләт хәрби-тарихи архивында һаҡланған документацияға ярашлы, 1843—1848 йылдарҙа рус хәрби инженерҙар төркөмө, күперҙең айырылғыһыҙ һәм бүленмәй торған өлөшө булған Тересполь ҡапҡаһы комплексы менән (уға күпер ванттарын тарттырыу һәм нығытыу системаһы урынлаштырылған) Көнбайыш Буг аша күпер проектын эшләгән. Проект 1854 йылда раҫланған, ә 1860 йылда инде ҡоролма эксплуатацияланған. Был күперҙән беренсе булып сыкты Рәсәй империяһы[1], Ул осорҙа сәйәхәтселәрҙең яҙмаларында художество ҡиммәттәре бер генә тапҡыр билдәләнмәгән Рәсәй империяһындағы тәүге сым күпер булған. 1914 йылға тиклем күперҙең йырҙа тороғо 91,9 м һәм киңлеге 9 м самаһы, бейеклектәрҙең Балтик системаһы билдәһе буйынса суднолар йөрөү ҙурлығы 136,10 м[2].булғанда, күперҙең ситке анкерҙары араһындағы оҙонлоғо 159 м тәшкил итә.
1911—1915 йылдарҙа ҡәлғә объекттарын яңыртҡанда инженер ведомствоһы сым күперҙе тулыһынса һүтеп, уның урынына бетон-металл конструкция төҙөү планлаштырылған. Ләкин был ниәтте тормошҡа ашырырға Беренсе донъя һуғышы.ҡамасаулаған. 1914 йылда рус армияһы сигенергә мәжбүр булған, һәм шул ваҡытта терәк пилондар һәм ванттар, шулай уҡ күперҙең бөтә түшәме һүтеп алынған. 1915 йылда күперҙең бер һыҙатын немецтар тергеҙгән. 1919-1921 йылдарҙағы совет-поляк һуғышында Тересполь күпере яндырылған. 1930 йылда поляк сапёрҙары вантлы күпер урынына ағас фермалы ағас бағана терәкле күпер төҙөгән, йөрөү өлөшө кимәле бер нисә метрға күтәрелгән. Күперҙән уң яҡта Сапёрная пристань төҙөлгән[2].
Икенсе донъя һуғышы хәрби хәрәкәттәре осоронда 1939 йылдың сентябрендә һәм 1941 йылдың июнендә күпер зыян күрмәгән. 1944 йылда немец армияһы сигенгәндә ваҡытында Көнбайыш Буг аша бөтә кисеүҙәр, шул иҫәптән Тересполь күпере шартлатылған. Һуғыштан һуңғы осорҙа күпер тергеҙелмәгән, һаҡлауға, ике уның ярында ғына күпер нигеҙе фрагменты һаҡланмаған[3].
Тергеҙеү проекты
үҙгәртергә2011 йылдың 23 мартында Брест ҡала башҡарма комитеты рәйесе Александр Палышенков етәкләгән Брест ҡәлғәһе делегацияһы «Брест — Тересполь» халыҡ-ара туристик йәйәүлеләр үткәүеле төҙөү һәм эшмәкәрлек мәсьәләһе буйынса польша яғы менән консультация үткәргән. Күперҙе тергеҙеү планлаштырыла, уның аша сәйәхәтселәр йәйәү (йәки велосипедта) Польша сик[4] һыҙығы үткән яҡынса 1200 метр араны, Сик буйы утрауынан Обводной каналға тиклем үтә алыр ине.
Тересполь күперенең һәм ҡапҡаһының мәҙәни ҡатламын һәм ер аҫты ҡоролмаларын өйрәнеү маҡсатында 2011 йылдың июне һәм 2013 йылдың авгусында төҙөлөш башланырға тейешле урында археологик ҡаҙыныуҙар үткәрелгән[2].
2013 йылдың 16 июлендә «Алдынғы төҙөлөш технологиялары» компанияһы күперҙе тергеҙеү проектын тәҡдим итә[5]. 2013 йылдың 23 авгусында төп нигеҙ база сифатында 1941 йылғы күпер һүрәттәрен файҙаланыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ул саҡта күпер оҙонлоғо 92 м, ә киңлеге — 9 м тәшкил иткән. Күперҙе тергеҙеү шулай уҡ Тересполь ҡапҡаһын һәм Сапёрный пристанын да яңынан тергеҙеүҙе фаразлай [6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Николаи, 1898, с. 94
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Проект реконструкции подвесного Тереспольского моста в Брестской крепости . brestcity.com (21 октябрь 2014). Дата обращения: 16 ноябрь 2018.
- ↑ Тереспольский мост . Наследие Брестской крепости. Дата обращения: 15 ноябрь 2018. 2019 йыл 23 апрель архивланған.
- ↑ Пехам за Буг? Чаму не (белор.). nn.by (30 март 2011). Дата обращения: 15 ноябрь 2018.
- ↑ У Тереспольских ворот начались работы по строительству моста 2018 йыл 15 ноябрь архивланған. (неопр.). Реальный Брест
- ↑ На территории Мемориального комплекса "Брестская крепость-герой" восстановят подвесной мост и пристань . tut.by (23 август 2013). Дата обращения: 15 ноябрь 2018. 2018 йыл 15 ноябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Л. Ф. Николаи. Краткие исторические данные о развитии мостового дела в России. — СПб., 1898. — 119 с.