Телеграф йорто (Таганрог)

1859

Иҫтәлекле урын
Телеграф йорто
Ил Рәсәй
Адрес Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Грек урамы, 88
Төҙөлгән ваҡыты 1859
Статус Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәниәт мираҫы һәйкәле

Телеграф йортоРостов өлкәһе  Таганрог ҡалаһындағы ике ҡатлы йорт.  Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты . Ҡарар 301-се. 18.11.92. XIX быуат аҙағында йортта  телеграф станцияһы хеҙмәт иткән.

Адресы: Таганрог ҡалаһы, Грек урамы, 88.

Файл:Brockhaus_and_Efron_Encyclopedic_Dictionary_b64_784-3.jpg|мини|375x375пкс|Беренсе электрлы телеграф. 1. Электрлы ҡыңғырау. 2, 3.Тимер сымдар өсөн ике ҡатлы изолятор  4. Тимер тирәсле изолятор . 5.Алмаш ток  менән эшләүсе ҡыңғырау. 6. Тимер сымдар  тоташтырыу 7. Реле. 8. Ғәҙәти немец яҙыусы телеграф приборы. 9.Томсондың билдә ҡуйыусы сифоны. 10. Сименс һәм Гальске полярлы яҙыусы телегра аппараты. 11. Морзе ҡабул итеү  аппараты. 12. Морзе асҡысы. Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһындағы Грек урамы 88-се һанлы ике ҡатлы бинала урынлашҡан Телеграф йорто  1859 йылда  икенсе гильдия грек сәүҙәгәре Агририй Скурич аҡсаһына төҙөлгән.  Бина нигеҙендә бер типтағы ГАРО проекты буйынса төҙөлгән.

Төҙөлөш тамамланғас, йортто Беренсе Таганрог телеграф станцияһына файҙаланыуға тапшыралар.  1860 йылдың  13 ғинуарында станция асыла һәм  Бердянск–Мариуполь-Таганрог–Дондағы Ростов линияларында хеҙмәт итә.

Ҡаланың сауҙагәрҙәр ҡатламы үҙҙәренең сауҙа эштәре йәһәтерәк алып барылһын өсөн телеграф төҙөүҙе хуплайҙар. Улар  1859 йылда хөкүмәткә хат яҙып, ҡалала телеграф станцияһын төҙөүҙе тиҙләтәләр.

Телеграф рәйесе итеп Риганан килгән  подпоручик  Александр Петрович Тимофеев тәғәйенләнә.

 
Даниэль-Якоби гальваник элементы схемаһы

Ул ваҡытта станцияның йыһаздары   дүрт  даими токлы 42 батареянан эшләүсе  Даниэль ҡабул итеү- ебәреү аппаратынан торған. Телеграф иртәнге 7-нән алып киске  9-ға тиклем эшләгән һәм икенсе класлы телеграф булып һаналған.  Барлыҡ  телеграммалар  хөкүмәт, эш һәм шәхси телеграммаларға бүленгән.