Тверь балалар һәм йәштәр ижады һарайы

Тверь балалар һәм йәштәр ижады һарайы — ҙур Тверь ҡалаһының өҫтәмә белем биреү учреждениеһы. БЫл һарай Тверь өлкәһе һәм Тверь ҡалаһындағы иң эре күп профилле белем биреү учреждениеһы булып тора. Хәҙерге ваҡытта балалар ижади коллективтарында 3 500 самаһы уҡыусы бала тәрбиәләнә, һарай хеҙмәт коллективында 155 кеше иҫәпләнә[1].

Тверь балалар һәм йәштәр ижады һарайы

Тверь балалар һәм йәштәр ижады һарайы социаль-мәҙәни һәм белем биреү үҙәге булараҡ, ҡалала ҙур ихтыяж менән файҙалана. 2008 йылдағы Бөтә Рәсәй өҫтәмә белем биреү учреждениелары араһындағы конкурс һөҙөмтәләре буйынса Тверь балалар һәм йәштәр ижады һарайы Үҙәк Федераль округында 1-се урынды биләй, ә һарай педагогтарының ике белем биреү авторлыҡ программалары Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты була[1].


Был һарай Тверҙең Үҙәк районында Дарвин үткәүелендәге 3-сө йортта урынлашҡан. Һарай янында Балалар паркы урынлашҡан.

Калинин ҡалаһының пионерҙар һарайы 1939 йылдың 12 мартында асылған. 1979 йылда уның яңы бинаһы төҙөлә, бинаның дөйөм майҙаны — 8367 кв. м. Унда төрлө түңәрәктәр һәм мәҙәни саралар өсөн 63 бүлмә бар, оҫтахана, киноконцерт һәм спорт залдары, танц-фойе, обсерватория, планетарий, музей һәм китапхана урынлашҡан.

1992 йылда Пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары һарайы Балалар һәм йәштәр һарайы тип, ә 2000 йылда — Балалар һәм йәштәр ижады һарайы тип атала (ДТДМ).

 
Һарай тәрбиәләнеүсеһе

Һарай структураһы

үҙгәртергә

Мәктәпкәсә белем биреү бүлеге

үҙгәртергә
  • Математик логика
  • «Играем пальчиками» — ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын үҫтереү
  • «Буратино» — театрлаштырылған эшмәкәрлек
  • Ритмика
  • Дөйөм физик әҙерлек
  • Модельер
  • Инглиз теле (түләүле төркөмдәр)
  • Тирә-яҡ мөхит менән танышыу
  • Логик фекерләүҙе үҫтереү
  • Телмәр үҫтереү

Музыкаль тәрбиә бүлеге

үҙгәртергә
  • Автор йыр студияһы
  • «Русичи» — фольклор ансамбле (вокал, хореография, музыка ҡоралдары)
  • «Галактика» — йәштәр гитара студияһы
  • «Йондоҙлоҡ» — вокал ансамбле
  • «Kantabile»- академик вокал
  • «Әкиәт» — музыка театры
  • «Ривьера» — гитара музыкаһы студияһы
  • «Тверь фанфарҙары» — һорнайсылар ансамбле
  • «Дефиле-парад» — барабансы ҡыҙҙар ансамбле
  • Тынлы оркестр
  • Балалар вокал ансамбле
  • «Ласточка» — гармониялы үҫеш төркөмө (түләүле төркөмдәр)

.

Физик культура, спорт һәм туризм бүлеге

үҙгәртергә
  • Өҫтәл теннисы
  • «Путь к красоте» — художестволы гимнастика
  • «Каскад» — спорт акробатикаһы коллективы
  • «Ритм радости» — бейеү коллективы
  • Дзюдо
  • «Эдельвейс» — фитнес-студия
  • Ҡаяға менеү элементлы спорт туризмы
  • «Коммандос» — хәрби-патриотик клуб
  • Дөйөм физик әҙерлек
  • Дартс-клуб
  • Фитнес, тренажер залдары (түләүле төркөмдәр)

Нәфис тәрбиә бүлеге

үҙгәртергә
  • «Ультрамарин» — һынлы сәнғәт студияһы
  • «Романтик» — өлгөлө бейеү театры (конкурс нигеҙендә)
  • «Амадей» — балалар музыка театры (конкурс нигеҙендә)
  • «Локон плюс» — имидж-бөҙрәхана сәнғәт студияһы
  • «Данс Сити» — хәҙерге заман бейеү студияһы (конкурс нигеҙендә)
  • Спорт бейеү мәктәбе (конкурс нигеҙендә)
  • «Мистерия» — балалар театр-студияһы (түләүле төркөмдәр)
  • Һынлы сәнғәт студияһы (түләүле төркөмдәр)
  • Хореографияның база нигеҙҙәре (түләүле төркөмдәр)

«Содружество» лидерҙар мәктәбе

үҙгәртергә
  • Клуб «Аралашыу психологияһы»
  • Йәш журналистар клубы
  • Ял ойоштороу клубы
  • Вожатыйҙар клубы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Балалар Һәм Йәштәр Ижады Һарайында Юбилейын Билдәләй 2012 йыл 1 август архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «autogenerated1» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сайт Тверского Дворца творчества детей и молодежи