Таҡмаза — ҙур булмаған фольлор әҫәре; башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады жанры. Ижек үлсәүле, күберәк хор менән башҡарылыу яғы менән таҡмаҡҡа яҡын. Таҡмаза таҡмаҡтан уйынға-бейеүгә бәйле булмауы, тик туй йолаларына ғына хас булыуы һәм көлкөлө характеры менән айырыла. Уның шулай булыуын исеме лә аңлатып тора. "Таҡмаза" - "таҡ" ҡылымы менән "Маза" - тынысһыҙлыҡты аңлатҡан һүҙҙән яһалған исем һәм шул исемде аңлатҡан характерҙа була.