Таш күпер (Воронеж)
Таш күпер — Воронеж ҡалаһында Чернышевский һәм Карл Маркс урамдары киҫешкән урындағы көмрө күпер[1].
Таш күпер | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Воронеж |
Рәсми асылыу датаһы | 1826 |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Таш күпер Викимилектә |
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 3600047000 |
Тарихы
үҙгәртергәКүпер 1826 йылдың август-сентябрендә губернатор Н. И. Кривцов заманында ҡала архитекторы И. А. Блицин проекты буйынса төҙөлә. 1984-1986 йылдарҙа ҡаланың 400 йыллығына күпер яңыртыла, реконструкция архитектор А. В. Поспеевтың проекты буйынса башҡарыла. Ҡаланың 425 йыллығына 2011 йылда икенсе тапҡыр реконструкция үткәрелә.
Таш күперҙә «Мужская женская игра» фильмы эпизоды төшөрөлә.
Тасуирлама
үҙгәртергәКүпер оҙонлоғо 10 метрҙан артмай, уның аҫтында Воронеж һыуһаҡлағысы ярына текә төшөү юлы. Күпер ҡала халҡының традицион туй үткәреү урыны булып тора. Йәштәр туй көнө бында киләләр, шампан шешәһен күпергә ваталар һәм үҙҙәренең исемдәре яҙылған йоҙаҡ эләләр. Ошондай туй йолаһы үткәргәндән һуң никах ныҡлы һәм бәхетле була тип иҫәпләнә. Күпер икенсе төрлө «Ғашиҡтар күпере» тип атала.
Галерея
үҙгәртергә-
Таш күпер 1917 йылдағы революцияға тиклем
-
Көнбайыштан күренеш
-
Чернышевский урамынан күренеш (өҫтән)
-
Чернышевский урамынан күренеш (аҫтан)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Э. А. Шулепова, Е. Н. Чернявская, Т. С. Старцева Историко-культурное наследие Воронежа. — Воронеж: Центр духовного возрождения Черноземного края, 2000. — 575 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ғәмәлдә автотранспорт
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Был Медиафайлдар бар викиһаҡлағыста тема буйынса Таш күпер