Таулы Алтай ботаника баҡсаһы
Таулы Алтай ботаника баҡсаһы, йәки Таҙа туғай[1] — фәнни-тикшеренеү учреждениеһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Үҙәк Себер ботаника баҡсаһының Алтай филиалы, уның ғилми-производство функцияларының бер өлөшөн башҡара. Ботаника баҡсаһы Алтай республикаһының Шебалино районы Камлак ауылы эргәһендә[1] , Горно-Алтайск ҡалаһынан 77 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Биләмәһендә ботаника баҡсаһы урынлаштырылған «Шишкулар-Катаил — Таҙа туғай» тигән урын Алтай Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә. Был бик үҙенсәлекле урын: Сема йылғаһы үҙәнендә ҙур тәбиғи ялан тауҙар һәм реликт урман менән уратып алынған.
Таулы Алтай ботаника баҡсаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1994 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Алтай Республикаһы |
Мираҫ статусы | тәбиғәт ҡомартҡыһы |
Таулы Алтай ботаника баҡсаһы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБотаника баҡсаһына 1994 йылда нигеҙ һалына.
2009 йылда филиалдың коллекцияһы Таулы Алтайҙың, шулай уҡ Алыҫ Көнсығыштың төрлө төбәктәренән, һәм башҡа төбәктәрҙән үҫемлектәрҙең 1500-ҙән ашыу төрө, формаһы, сортынан тора. Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Үҙәк Себер ботаника баҡсаһының Алтай филиалының төп бурыстарына инә:
- Алтай Республикаһы үҫемлектәр донъяһының биологик төрлөлөгөн өйрәнеү һәм һаҡлау;
- Алтай Республикаһының һирәк, юғала барыусы һәм эндемик төрҙәрен интродукциялау һәм экспозицияһын булдырыу;
- Экологик белем биреү һәм аң-белем таратыу.
Ботаника баҡсаһының фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБеренсе йүнәлеш буйынса филиал, Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Үҙәк Себер ботаника баҡсаһының үҫемлектәрҙең һирәк һәм юғалыусы төрҙәрен интродукциялау лабораторияһы менән берлектә, Алтай Республикаһының һирәк һәм юғалыусы төрҙәрен өйрәнеү менән шөғөлләнә. Реинтродукция, репатриация ысулдары менән сәй үләнен (копеечник чайный) үҫеп сыҡҡан урындарында тергеҙеү буйынса күп йыллыҡ эштәр алып барыла. Карагана гривастая ценопопуляцияһын, Алтай эндемикаһын, Крылов брахантемумын һәм башҡаларҙы сағыштырма тикшеренеүҙәр үткәрелә.
Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Климатик һәм экологик системалар мониторингы институты (Томск ҡалаһы) һәм Себер ботаника баҡсаһы менән берлектә, Көньяҡ-Көнсығыш Алтайҙа ағастарҙың ылыҫлы төрҙәрендә «убырлы ҡарсыҡ һеперткеләре» («ведьмины метлы») өйрәнелә. Филиал базаһын файҙаланып сит ил ғалимдары ҡатнашлығында йыл һайын фәнни конференциялар, семинарҙар үтә, студент практикалары, ирекмәндәр программалары үткәрелә.
Филиалдың ғилми хеҙмәткәрҙәре «Красная книга Республики Алтай (үҫемлектәр)» (1996; 2007; 2017), «Определитель растений Республики Алтай» (Новосибирск, 2012), «Интродукция растений природной флоры Сибири» (Новосибирск, 2017) кеүек коллектив эштәрҙе яҙыуҙа ҡатнашалар.
Туризм
үҙгәртергәБотаника баҡсаһына туристар әүҙем киләләр. Ботаника баҡсаһына инеү һәм фотоға төшөрөү түләүле. Биләмәһендә орлоҡ, үҫемлек үҫентеләре һатып алырға, фитосәй эсергә мөмкин. Фестивалдәр үткәрелә[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Этносад моей души - LIS41.XYZ - Листок.РФ. Новости Горного Алтая, новости Республики Алтай . lis41.xyz. Дата обращения: 10 сентябрь 2018. Архивировано 10 сентябрь 2018 года. 2018 йыл 10 сентябрь архивланған.