Татьяна Репина (Чехов пьесаһы)

«Татьяна Репина» — урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың 1 шаршаулы драмаһы. Ул 1889 йылда яҙылған. Был пьеса А. С. Сувориндың "Татьяна Репина " исемле пьесаһының дауамы булып тора. Чехов пьесаһында Суворин пьесаһындағы персонаждар тураһында яҙылған. Пьеса А. С. Суворинға бағышланған. Пьесаны яҙған осорҙа Антон Павлович Чехов А. С. Суворин менән бик ныҡ дуҫ була һәм Сувориндың «Татьяна Репина» пьесаһын Мәскәүҙә сәхнәләрендә ҡуйҙырыуҙа эшлекле ҡатнаша.

Татьяна Репина
Жанр

драма

Автор

Антон Чехов

Ижат ителгән ваҡыты

1889

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1889

Чеховтың «Татьяна Репина»һы йөкмәткеһендә пьесаның ике персонажы — Сабинин һәм Оленинаның — сиркәүҙә никахлашыуы кәүҙәләндерелә. Пьесалағы «ҡара кейемдәге» ҡатын персонажын күргән халыҡ уны Суворин пьесаһының аҙағында ағыу эскән Татьяна Репина тип уйлай һәм истерикаға бирелә. Сәхнәлә барған ғибәҙәт ҡылыу (башҡа персонаждарҙың репликаһы арҡаһында өҙөлгәнлектән), цензура, әҫәр цензура шарттарына тура килмәй тип, пьесаны күрһәтеүҙе һәм баҫып сығарыуҙы тыйа. Суворин, нәшриәт хужаһы һәм «Новое время» гәзитенең нәшерсеһе булараҡ, үҙе Чеховтың бик юғары баһалаған, тик цензураны үтә алмаған бер шаршаулы пьесаһын айырым аҙ тиражлы оттискылы итеп нәшер итә. (Татьяна Репина. Антон Чеховтың 1 шаршаулы драмаһы (А. С. Суворинға арналған). — СПб.: 1889).

Ҡатнашыусылар

үҙгәртергә
  • Оленина.
  • Кокошкин.
  • Матвеева.
  • Зоненштейн.
  • Сабинин.
  • Котельников.
  • Кокошкин.
  • Патронников.
  • Волгин, йәш офицер.
  • Студент.
  • Туташ.
  • о. Иван, кафедраль протоиерей, 70 йәштәрҙәге ҡарт.
  • о. Николай
  • о. Алексей
  • Дьякон.
  • Кесе дьяк.
  • Кузьма, сиркәү ҡарауылсыһы.
  • Ҡара кейемдәге ҡатын
  • Прокурор ярҙамсыһы.
  • Актерҙар һәм актрисалар.