Татыулыҡ һәм Берҙәмлек һәйкәле (Новочеркасск)

2005

Иҫтәлекле урын
Татыулыҡ һәм Берҙәмлек һәйкәле
Файл:Памятник Примирения и Согласия.JPG
Ил Рәсәй
Урыны Новочеркасск
Проект авторы скульпторы - А. А. Скнарин, архитекторы - И. А. Жуков
Төҙөлгән ваҡыты 2005 йыл
Бөгөнгө хәле яҡшы

Татыулыҡ һәм Берҙәмлек һәйкәле — Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһындағы һәйкәл. 2005 йылда асыла. Авторҙары: скульпторы — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2004) А. А. Скнарин, архитекторы — И. А. Жуков.

Татыулыҡ һәм Берҙәмлек һәйкәле Новочеркасскта Ермак майҙанында Дон казактары баш ҡалаһының 200 йыллығы хөрмәтенә 2005 йылда асыла. Һәйкәл ҙур гранит православие тәреһенән, уның тирәләй ярым түңәрәк итеп йығытып һалынған 12 гранит таштан торған скульптура композицияһын тәшкил итә. Ташҡа казак ғәскәрҙәренең атамалары яҙылған: Дондың Бөйөк ғәскәре, Кубань казак ғәскәре, Терек казак ғәскәре, Ырымбур казак ғәскәре, Себер казак ғәскәре, Байкал аръяғы казак ғәскәре һ.б. Тәренең уң яғында — бронза казак фуражкаһы, шашка һәм башлыҡ, ә һулда винтовка менән буденовка ята. Тәре алдына ҡулын күкрәгенә ҡуйған казачканың һәм уның алдында фуражкаһын сисеп ҡулына тотҡан малай скульптураһы тора. Һәйкәл һигеҙ бетон баҫҡыс күтәрелгән түңәрәк убала урынлашҡан. Тәренең бейеклеге — 7 метр самаһы[1].

Һәйкәлдең авторҙары — скульптор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2004) А. А. Скнарин һәм архитектор И. А. Жуков. Улар уйлағанса, һәйкәл казактарҙың берләшеүен, сәйәси ҡараштарына һәм инаныуҙарына ҡарамай, бер-береһе менән татыулығын символлаштырырға тейеш була.

Граждандар һуғышы йылдарында Рәсәйҙә казактарҙың бер өлөшө совет власын ҡабул итә, башҡалары судһыҙ-ниһеҙ ғаиләләре атып үлтерелә, бәғзе казак утарҙары яндырыла. Скульптуралар алдында мәрмәр плитаға: «Үткәндәр иҫтәлеге хаҡына. Казаклыҡтың бәгәнгәһә һәм киләсәге хаҡына беҙ татыулыҡҡа һәм берһҙәлеккә килдек. Аллаға шөкөр, беҙ — казактар».

Һәйкәл һәм татыулыҡ идеяһы урыҫ һәм сит ил казактарының баш атаманы В. Водолацкий һәм Рәсәй император йортоноң баш княгиняһы Мария Владимировна Романова тарафынан тәҡдим ителә. 2005 йылда улар берҙәмлек миссияһы үткәрә. Рәсәйҙә бер нисә йыл (1999—2004) 7 ноябрҙә рәсми байрамы — Татыулыҡ һәм берҙәмлек көнө билдәләнә. казактарҙың бер өлөшө һәйкәл проекты буйынса фекер алышыу барышында урындағы сиркәү властары үтенесе буйынса буденовкалағы биш сатлы йондоҙҙо алыуға ҡаршы була.

Төҙөлөш төрлө сәйәси ҡарашлы кешеләрҙе татыулаштырыу мәсьәләһен лайыҡлы хәл итергә тырышыу ынтылышы булып тора.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә