Тарака́ндар(лат. Blattoptera, =Blattodea) — бөжәктәр отрядындағы тараҡан һымаҡтар (Dictyoptera) аҫҡы отряды. Хәҙерге көндә 4600 төрө билдәле; отряд шулай уҡ 2900 төрҙән торған термиттар отрядын берләштерә.

Таракандар

Ҡара тараҡан (Blatta orientalis)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Blattodea Brunner von Wattenwyl, 1882

Бүлендек таксондар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Тараҡандар бөтә нәмәне ашыусан, үҫемлек аҙыҡ, шул иҫәптән ағасты, өй шарттарында ҡығыҙ китапты, күндән эшләнгән изделиеларҙы боҙалар. Ауыҙ аппараты кимереү өсөн яраҡлашҡан. Тиҙ йүгереүсән, секундына 70 см ара үтә. Тараҡандар, башлыса көндөҙ ышыҡ урындарҙа ял итеүсе бөжәктәр. Улар дым һәм йылы ярата. Климат ҡорораҡ һәм һылҡыныраҡ булған һайын, был бөжәктәр аҙыраҡ була. Ҙурлыҡтары төрлөсә — 2 мм-ҙан 12 см-ға тиклем етә.

Тараҡандар бик боронғо бөжәктәр, элек уларҙын барыһы ла оса алған. Климаттың һалҡынайыуы күп төрҙәрҙең юҡҡа сығыуына килтерә. Ҡайһы берҙәре, яңы урындарҙы, мәҫәлән кеше фатирын үҙләштереп, осоуға һәләтлекген юғалтҡан.

Үҫеш ярым әүрелеш рәүешендә бара. Личинкалары өлкән заттарға оҡшаған, төләү ваҡытында үҫәләр. Яҡынса 1 йыл — 1,5 йыл тирәһе йәшәйҙәр.

Кеше торлағында йәшәгән тараҡандар аҙыҡ-түлекте бысрата һәм боҙа, дизентерия, тиф, холера, туберкулез аурыуҙарын, шулай уҡ паразит селәүсендәрҙең йомортҡаларын, бәшмәк спораларын тараталар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9