Тарас Шевченко һәйкәле (Шахты)
Тарас Шевченко һәйкәле — Ростов өлкәһе Шахты ҡалаһында украин шағиры Тарас Шевченко һәйкәле
Тарас Шевченко һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Шахты[d] |
В память о | Шевченко Тарас Григорьевич |
Тарихы
үҙгәртергәРостов өлкәһенең Шахты ҡалаһындағы Александр паркына инеү урынында 1972 йылда Т. Г. Шевченко асыла, әммә 1990 йылдар башында ул һүтеп алына, ә уның урынында фонтан барлыҡҡа килә[1].
1972 йылдың 18 мартында һәйкәл асылыу тураһында урындағы гәзит бына нисек һүрәтләй[1]:
Тарас Григорьевич Шевченко исемендәге урам — беҙҙең ҡалала иң боронғо урам. Меңләгән кеше яҙмышы өсөн ул биографияһының башланғысы булып тора. Элек ул Дала урамы тип аталған, сөнки унан һуң дала башлана. Һуңынан Пушкин урамы, әммә күп Шахты халҡы уны Шевченко урамы тип хәтерләй.
Һәм бөгөн Тарас Григорьевич Шевченко һәйкәле төҙөлдө. Ленин районы халҡы инициативаһы һәм аҡсаһына төҙөлгән һәйкәл ике халыҡтың — рус һәм украин халҡының ҡаҡшамаҫ дуҫлығының символы. |
Хәҙерге һәйкәл
үҙгәртергә2011 йылда Шахты ҡалаһының инициатив төркөмө ҡала хакимиәтенә һәйкәлде тергеҙеү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Ҡала мэры идеяны хуплай. Бюсты тәртипкә килтереү һәм уны урынлаштырыу буйынса бөтә финанс мәсьәләләре Ҡала думаһы депутаттары, хакимиәт һәм ҡала халҡы иҫәбенә тормошҡа ашырыла[1][2].
2012 йылда шағир һәйкәле яңы урында — Шевченко урамында урынлашҡан тыуған яҡты өйрәнеү музейы эргәһендә тергеҙелә[1]
2014 йылда Шахты ҡалаһында украин шағирының тыуыуына 200 йыл айҡанлы һәйкәл янында тантаналы саралар үтә[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Шукач | Памятник Т.Г.Шевченко в г.Шахты . www.shukach.com. Дата обращения: 10 октябрь 2017.
- ↑ В городе Шахты восстановлен памятник Тарасу Григорьевичу Шевченко . shahti.bezformata.ru. Дата обращения: 10 октябрь 2017. 2018 йыл 18 май архивланған.
- ↑ В г. Шахты вспомнят о Тарасе Шевченко. 10 октябрь 2017 тикшерелгән.