Тамбов дәүләт техник университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Тамбов дәүләт техник университеты (ТДТУ) — Тамбов ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто.

Тамбов дәүләт техник университеты
Нигеҙләү датаһы 1958
Рәсем
Эшмәкәрлек төрө техническое образование[d][1] һәм Юғары белем[1]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тамбов
Уҡыусылар һаны 8000
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2]
Диапазон IPv4 82.179.144.0/20[3]
Диапазон IPv6 2001:6d0:ffe6::/48[4] һәм 2001:b08:4::/48[5]
Рәсми сайт tstu.ru
Карта
 Тамбов дәүләт техник университеты Викимилектә

Университетҡа 1958 йылда, төбәктең юғары инженер белемле квалификациялы белгестәргә ихтыяжы менән бәйле, Мәскәү химик машиналар төҙөү институтының (МИХМ) Тамбов филиалы булараҡ нигеҙ һалына. 1965 йылдан — Тамбов химик машиналар төҙөү институты (ТИХМ), 1993 йылдан — Тамбов дәүләт техник университеты (ТГТУ)[6].

1958—1965 йылдарҙа Ф. С. Полянский МИХМ-дың Тамбов филиалы директоры була. 1959 йылда фәнни кадрҙар әҙерләү өсөн МИХМ-дың аспирантураһына маҡсатлы ҡабул итеү иғлан ителә, 1962 йылда институт үҙенең бик күп фәнни кадрҙары менән тулылана. 1962 йылда дөйөм техник факультет деканы вазифаһы индерелә. 1962—1964 йылдарҙа Головин В.В МИХМ-дың Тамбов филиалының беренсе деканы була, 1964 йылда В. В. Власов декан була. Мәскәү химик машиналар төҙөү институтының Тамбов филиалын Тамбов химик машиналар эшләү институты итеп үҙгәртеп ҡорғандан һуң, В. В. Власов 1965 йылда институттың тәүге ректоры була һәм 1976 йылға тиклем уны етәкләй. В. В. Власов — техник фәндәр докторы, профессор. 1976—1985 йылдарҙа техник фәндәр докторы Г. А. Минаев ТИХМ ректоры була. 1985—2012 йылдарҙа ректор булып техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты, ТИХМ-ды тамамлаусы, профессор В. В. Власовтың уҡыусыһы Мищенко Сергей Владимирович эшләй[7]. 2012 йылда юғары уҡыу йортон уңышһыҙ тарҡатырға маташыу һөҙөмтәһендә, ректор вазифаһын башҡарыусы итеп техник фәндәр докторы, профессор Станислав Иванович Дворецкий тәғәйенләнә. 2014 йылдың 10 июлендә техник фәндәр докторы, профессор Михаил Николаевич Краснянский университет ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. Рәсәй фән һәм мәғариф министрлығының 12-07-03/91 номерлы бойороғо менән 2015 йылдың 13 июлендә университет ректоры итеп раҫлана (16.07.2015 — 15.07.2020 осорға). Тамбов өлкәһенең элекке губернаторы О. И. Бетин, Ленинград өлкәһе Гатчина ҡалаһының хәҙерге мэры Калугин А. М Тамбов химик машиналар төҙөү институтын тамамлаусылар.

Структураһы

үҙгәртергә

Институттары

үҙгәртергә
  • Информацион технологиялар һәм автоматика институты;
  • Архитектура, төҙөлөш һәм транспорт институты;;
  • Тормош сифаты һәм иҡтисад институты;
  • Энергетика, радиоэлектроника һәм приборҙар эшләү институты;
  • Технология институты;
  • Юридик институт;
  • Ситтән тороп уҡыу институты;
  • Өҫтәмә профессиональ белем биреү институты;
  • ТДТУ-ның күп профилле колледжы ;
  • Политехник лицей-интернаты;
  • ТДТУ-ның техник колледжы ТГТУ;

Факультеттары

үҙгәртергә
  • «Гуманитар һәм тәбиғи фәндәр» факультеты;
  • «Халыҡ-ара белем биреү» факультеты;

Рейтингы

үҙгәртергә

RAEX (РАЭКС-Аналитика) Рейтинг агентлығы фаразы буйынса, Рәсәйҙең 100 иң яҡшы юғары уҡыу йорто исемлегендә Тамбов дәүләт техник университеты 2017 йылда 86-сы, 2018-се йылда 77-се урынды биләй ([1]).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә