The Times of India

Һиндостанда инглиз телендәге иң боронғо һәм иң популяр гәзит
(Таймс оф Индия битенән йүнәлтелде)

«Таймс оф Индиа»[2] (ингл. The Times of India) — Һиндостанда инглиз телендәге иң боронғо һәм иң популяр гәзит.

«Таймс оф Индиа»
Оригиналь
атамаһы

The Times of India

Тип

көндәлек гәзит

Форматы

киң форматлы

Хужаһы

Bennett, Coleman & Co. Ltd.

Нәшер итеүсе

The Times Group

Баш мөхәррир

Джайдип Бозе

Нигеҙләү датаһы

3 ноябрь 1838

Теле

инглиз

Төп офисы

Times House
7 Bahadur Shah Zafar Marg, New Delhi, Delhi 110002

Тиражы

2 880 144[1]

Веб-сайты

timesofindia.com

 The Times of India Викимилектә

Баҫманың тарихы

үҙгәртергә

Һиндостанда йәшәүсе Британия подданныйҙары өсөн иртәнге гәзит. 1838 йылда Бомбейҙа The Bombay Times and Journal of Commerce исеме менән баҫыла башлай. Баҫмаға 11 Британия фирмаһынан синдикат, 2 барристер һәм принц Джамсетджи Джиджибха нигеҙ һалған.

1851 йылға тиклем аҙнаһына ике тапҡыр сыҡҡан, ә һуңынан — көн һайын. 1855 йылда Һиндостанда телеграф асыла һәм гәзит Пол Рейтер менән килешеүгә ҡул ҡуя.

1892 йылда буласаҡ баҫма менән идара итеүселәр хөрмәтенә аталған Bennett, Coleman & Co Ltd холдингы ойошторола.

1861 йылда уның исеме Лондонда сыҡҡан The Times гәзитенә оҡшатып үҙгәртелә.

1907 йылдан 1923 йылға тиклем баҫманы етәкләгән мөхәррир Стенли Рид яңылыҡтар менән эшләү юлын үҙгәртеп, баҫма эсендәге яңылыҡтар ғаризаһы срогын төнгө сәғәт 12-гә тиклем оҙайта. Быға тиклем мәғлүмәт киске сәғәт 5-кә тиклем генә эшкәртелгән.

Һиндостан үҙаллылыҡ алғас, гәзиттең нейтраль һәм төплө тоны, айырыуса интеллигенция даирәһендә, уның абруйы күтәрелеүенә булышлыҡ итә. Гәзиттең редакция сәйәсәте, ҡағиҙә булараҡ, Һиндостан хөкүмәте курсына тап килә.

1949 йылда гәзит Һиндостанға күскәндән һуң бер йыл үткәс уның гербы үҙгәрә — Британия арыҫланының һәм һыңармөгөҙөнөң урынына унда ике фил күренә башлай.

1991 йылда баҫма BBC тарафынан донъялағы алты бөйөк баҫманың береһе тип таныла.

1996 йылда гәзиттең сайты эшләй башлай.

1997 йылда гәзит — ул ваҡытта донъяла инглиз телендә иң уҡымлы баҫма — үҙ битендә тәүге төҫлө фотоһүрәт сығара. Аҙаҡ ул өлөшләтә аҡлы-ҡаралы ба5ыла башлай. 2004 йылда ғына ике төҫлө матбуғаттан тулыһынса баш тартырға ҡарар ителә. Тағы йыл ярым ваҡыт баҫманың талаптарына яуап биргән баҫыу станоктарын килтереүгә, ҡуйыуға һәм эшләтеп ебәреүгә киткән.

Баҫманың гәзит сығарған 10 төбәк филиалдары бар — Мумбайҙа, Делиҙа, Бангалорҙа һәм башҡа ҡалаларҙа[3].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Һиндостанда теләһә ниндәй телдәрҙә баҫылып сыҡҡан иң таралған өсөнсө гәзит булып тора. Тиражы буйынса ул Дайник Бхаскар һәм Дайник Джагран гәзиттәренән генә ҡалыша. Тиражы — 2 880 144 дана[1].

Һиндостан халҡының 42 % гәзиткә ышана — Дурдаршан (Doordarshan) дәүләт каналына ғына күберәк кеше ышана (46 %)[4].

Гәзит түләүле яңылыҡтар тәжрибәһен ҡулланыуҙа ғәйепләнгән[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Highest Circulated Dailies, Weeklies & Magazines amongst Member Publications (across languages) (ингл.). Audit Bureau of Circulation (2019). Дата обращения: 31 май 2020. Архивировано 13 ғинуар 2021 года.
  2. Индия // Излучение плазмы — Исламский фронт спасения. — М. : Большая российская энциклопедия, 2008. — С. 246. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 11). — ISBN 978-5-85270-342-2.
  3. The Times of India turns the Times of Colour | Televisionpoint.com News. web.archive.org (12 октябрь 2007). Дата обращения: 11 сентябрь 2019.
  4. Overcoming indifference: what attitudes towards news tell us about building trust (ингл.). Reuters Institute (2019). Дата обращения: 9 сентябрь 2021. Архивировано 9 сентябрь 2021 года.
  5. Статья из журнала Нью-Йоркер. Дата обращения: 11 сентябрь 2019. Архивировано 20 апрель 2020 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә