Тажик дәүләт сәнғәт институты
М. Турсунзода исемендәге Тажик дәүләт сәнғәт институты (таж. Донишкадаи давлатии фарҳанг ва санъати Тоҷикистон ба номи Мирзо Турсунзода) (2015 йылдың 3 июленән алып — Дәүләт уҡыу-уҡытыу учреждениеһы — «Мирзо Турсунзода исемендәге Тажик дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институты»[2]) — Тажикстандың юғары уҡыу йорто. Дүшәмбе ҡалаһында урынлашҡан. Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белгестәр әҙерләү менән шөғөлләнә.
Тажик дәүләт сәнғәт институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1973 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ДДСТ |
Дәүләт | Тажикстан[1] |
Административ-территориаль берәмек | Дүшәнбе |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Дүшәнбе, Тажикстан[1] |
Рәсми сайт | ddst.tj |
Тарихы
үҙгәртергә1967 йылда Т. Г. Шевченко исемендәге Дүшәнбе педагогия институтын сәнғәт факультеты булдырыла. 1973 йылда СССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарары буйынса уның базаһында Тажик дәүләт сәнғәт институты ойошторола. 1978 йылда СССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарарына ярашлы институтҡа Тажикстандың халыҡ шағиры Мирзо турсунзода исеме бирелә.
Структураһы
үҙгәртергәИнститутта 5 факультет эшләп киләҫ
— Мәҙәниәт һәм сәнғәт факультеты
— Театр, кино һәм телекоммуникациялар факультеты
— Китапхана-мәғлүмәт факультеты
— Музыкаль белем биреү факультеты
— Квалификацияны арттырыу факультетын
20 кафедрала киләһе йүнәлештәр буйынса квалификациялы белгестәр әҙерләйҙәр
— Актерлыҡ оҫталығы
— Телевидение һәм радио журналистикһы
— Музыкаль белем (йыр һәм музыка уҡытыусыһы)
— Һынлы сәнғәт һәм дизайн
— Хореография (традицион бейеүҙәр балетмейстеры)
— Китапханасы, библиограф — педагог
— социаль — мәҙәни өлкәһе менеджменты (мәҙәниәт сфераһы хеҙмәткәре)
— Театлаштырылған тамаша һәм байрамдар режиссураһы
— Культурология
— Күмәк тамаша режиссураһы
— Туризм менеджменты (туризмды ойоштороу буйынса белгес)
— Музей фәне һәм ҡомартҡылаҙы һаҡлау
— Халыҡ — нәфис музыкаль коллективтар режиссураһы
— педагог
— музыкаль коллективтарҙың художество етәксеһе
— халыҡ йыры коллективтарының художество етәксеһе
— бейеү коллективының художество етәксеһе
— Ижтимағи фәндәр.
Уҡыу процесы очно һәм ситтән тороп уҡыу формаларында тажик һәм урыҫ телдәрендә алып барыла. Белгестәрҙе әҙерләү менән 100-ҙән ашыу юғары квалификациялы кадрҙар шөғөлләнә. Шул иҫәптән: 8 профессор, 4 фән докторы, 12 фән кандидаты, 12 доцент, 35 өлкән уҡытыусы һәм 28 уҡытыусы. Бынан тыш, уҡыу процесына илдең күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары, театр эшмәкәрҙәрее, композиторҙар, рәссамдар йәлеп ителә.
Эшләү дәүерендә институт мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә 5500-ҙән ашыу белгес әҙерләй. Бөгөнгө көндә институтты тамамлаусылар мәҙәниәт министрлығы, мәғариф, мәҙәниәт идаралығы, театр һәм мәҙәниәт һарайҙарында, дәүләт филармонияһы, өлкә һәм ҡала мәҙәниәт бүлегктәрендә төрлө вазифалар биләй. Уларҙың ҡайһы берҙәре сит илдәрҙә, шул иҫәптән АҠШ, Германия, Франция, Иран, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстанда эшләйҙәр.
Тажик дәүләт сәнғәт институты Санкт-Путербург дәүләт мәҙәниәт институты, Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институты,Рәсәй халыҡ-ара туризм академияһы, Көньяҡ Корелағы Дайджен университеты, Үҙәк Азияның Сәнғәт академияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Билдәле уҡытыусылар һәм тамамлаусылар
үҙгәртергә- Бабакулов Әхмәт
- Гадоев Хашим
- Ғафаров Мунзифа
- Исхаҡов Барно
- Мавлянова Ханифа
- Мөхөтдинов Сайдали
- Назаров Мехрубон
- Нурджанов Низам
- Розиков Тагоймурод
- Сатторов Талабхуджа
- Сабзанов Яхиэль
- Хамдамов Амон