Таганрог циркы бинаһы 1880 йылдың башында Таганрогта цирк сәнғәте төрҙәрен күрһәтеү өсөн төҙөлгән. Уны цирк артистары — ағалы-ҡустылы Труцциҙар төҙөгән[1].

Иҫтәлекле урын
Таганрог циркы
Таганрог циркы
Ил Россия
Ҡала Таганрог
Нигеҙләүсе ағалы-ҡустылы Труцциҙар
Нигеҙләнгән 1881 йыл

Труцци ғаиләһе цирк сәнғәте менән Мәскәүҙә шөғөлләнә, әммә император Александр II үлгәнлектән илдә матәм иғлан ителгәс, уларҙың эшмәкәрлеге перспективалы һәм рентабелле булыуҙан туҡтай. Ғаилә башлығы Максимилиан Труцци хәҙер ғаиләһе менән гастролдәрҙе көньяҡ провинцияларында үткәрергә була , һәм ул ысынлап та дөрөҫ уйлай: — Дондағы Ростовта уның труппаһы ҙур уңышҡа ирешә. Уның ике улы булған — Жижетто һәм Рудольф, улар Таганрог ҡалаһында цирк ойоштороу өсөн эшкә күсеп килә. 1881 йылда улар ҡала ағас стационар циркын төҙөй һәм унда сығыш яһай башлай. Максимилиан Труцци үлгәндән һуң уның балаларының һәр береһе айырым цирк ойоштора. Уларҙың әсәһе — Луиза, Максимилиан ҡатыны, шулай уҡ Таганрогта йәшәй.

1898 йылдың сентябрендә Таганрог ҡалаһында артист А. Л. Дуров сығыш яһай, ә 1909 йылда Ж. А. Труцциҙың гастролдәре Мәскәүҙә үтә[2].

1917 йылда Таганрог циркында артист А. И. Маслюков эшләй. Ул артистарҙың был осорҙа аҡсаһыҙ йәшәүе тураһында иҫләй. Цирк артистарын хлебопекарня хужаһы Юргенсон бурысҡа туйындыра, сөнки ул цирк сәнғәтен бик ныҡ яратҡан була. Һуңынан ул имкмәк бешереү эшен ташлап цирк артистары менән бергә Керчь ҡалаһына китә.

1920 йылда Таганрог ҡалаһына француз цирк артисы Буль килә: уның сығыштары ҙур популярлыҡ менән файҙалана. 1926 йылда ҡалала цирк артисы Анатолий Анатольевич Дуров сығыш яһай. 1929 йылда, уның һәләк булыуынан бер йыл үткәс , ҡала властары Труцци циркына РСФСР атҡаҙанған артисы Анатолий Анатолиевич Дуровтың исемен бирергә ҡарар итә. Цирк бинаһын ремонтлауға уның вариҫтары 2 мең һумдан ашыу аҡса иғәнә итә. Һуңынан Таганрог циркы һәр ваҡыт артист Дуровтар сәнғәте менән бәйле була. 1936 һәм 1938 йылдарҙа уның туғаны Владимир Григорьевич Дуров бында сығыш яһай. 1943 йылдың тап ул оккупациянан һуңғы Таганрогты тергеҙергә 16 мең һум аҡса иғәнә итеп бирә. 1950 йылда ағас цирк бинаһы файҙаланыуға яраҡһыҙға әйләнә. Был ваҡытта ҡалала М. А. Беликов етәкселегендә 9-сы цирк-шапито эшләй башлай. Ҡала хакимиәте йәйге полустационар цирк төҙөргә ҡарар итә. Тамаша залын ойоштороу өсөн йыйылма конструкциялар ҡулланалар, улар цирк башҡа ҡалаларҙа сығыш яһағанда һүтелеп күсерелеп йөрөтөлгән. 1967 йылдың май айында цирк етәкселеге алышына һәм М. С. Левин директор була. 19671988 йылдарҙа цирк тамашаһы апрель, май, октябрь һәм ноябрь айҙарында үткәрелә. 1987 йыл Таганрог ҡалаһына немец циркы гастролгә килә, ә 1988 йылда— Чехословакиянан. 1996 йылдың июнендә бында Тереза Васильевна Дурова сығыш яһай. 1990 йылда Союзгосцирк Таганрогтағы циркты реконструкциялау планын ҡора һәм ул план тормошҡа ашырыла — йәйге күсмә цирк йәйге стационар циркка әйләнә. 1993 йылда реконструкциялау тамамлана, май айынан алып август бөткәнсе цирк эшләп тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә