Таганрогтың 300 йыллығы исемендәге парк
Таганрогтың 300 йыллығы исемендәге парк — Таганрогтағы ҡала паркы. «Русское поле» районында урынлашҡан.
Таганрогтың 300 йыллығы исемендәге парк | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 10,1 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1998 йыл |
Урынлашыуы | |
47°13′23″ с. ш. 38°51′22″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Парк тураһында
үҙгәртергәПарк 1998 йылдың апрелендә, Таганрогтың беренсе мэры С. И. Шило ҡарары менән, Таганрогтың 300 йыллыҡ юбилейы иҫтәлегенә булдырыла. Таганрогтың 300 йыллығы исемендәге парктың майҙаны, Таганрогтың 2015 йылға тиклемге Генераль планы иҫәпләүҙәре буйынса, 26 гектар тәшкил итә.
2005 йылда ҡала хакимиәте был ер участкаһынан 8 гектар ерҙе «ЦентрДомнаРемонт»[1] фирмаһына «Яңы ҡала»[2][3] тип аталған коттедж ҡасабаһы төҙөү өсөн бүлеп бирә.
Парктың майҙаны
үҙгәртергә- 1998 йыл — 26,0 гектар
- 1998 йылда — 18,0 гектар
- 2014 йылда — 10,1 гектар
Парк менән көрәш
үҙгәртергә2012 йылдың сентябрендә эшҡыуар Малик Байрамбеков ҡала мэрияһынан парк территорияһында кафе һәм боулинг[4] төҙөү өсөн рөхсәт ала. Ләкин октябрь аҙағында уҡ Таганрог мэрияһы чиновниктәре эшҡыуарға рөхсәттең юҡҡа сығарылыуы тураһында хат ебәрә.
2014 йылдың июлендә боулинг төҙөү өсөн ағастарҙы ҡырҡыу һәм күсереп ултыртыу башлана. Ҡала Думаһының[5] бер нисә депутаты тарафынан эштәр туҡтатыла. Ҡала Думаһының сираттан тыш ултырышында депутаттар парктың артабанғы яҙмышы менән етди борсолоуҙарын белдерә һәм шуға бәйле ҡала администрацияһына[6][7] бер нисә эш тапшыра.
Кудрявцев аллеяһы
үҙгәртергә2014 йылдың июлендә, ҡала Думаһына һайлауҙар алдынан, паркка яҡын йәшәүсе Таганрог кешеһе, үҙ аҡсаһына әлеге парктағы юлға тырса һибеп сыға һәм был паркта алты баҡса эскәмйәһе һәм сүп-сар һауыттары ҡуя.
Иҫкәрмәлдәр
үҙгәртергә- ↑ О. Суханова Боулинг парку не помеха? — Таганрогская правда. — 09.07.2014
- ↑ С. Вахонин. Европейский стиль «Нового города». — Недвижимость Таганрога. — 2006. — № 4. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Е. Чехова. И «Новый город» будет. И саду тоже цвесть…. — Недвижимость Таганрога. — 2007. — № 9. 2014 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ С. Сурженко. Парк 300-летия Таганрога подготовили к вырубке. — donnews.ru. — 20.06.2014. 2014 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ Таганрог: городская Дума взяла под контроль ситуацию в парке имени 300-летия. — Молот. — 07.07.2014. 2014 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ Как не вырубить деревья и центр построить? — www.8634city.ru. — 07.07.2014. 2014 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ Алексей Иванищев: депутаты идут искать правды у губернатора. ДонИнформБюро. 04.07.2014. 2014 йыл 28 октябрь архивланған.