Табип Фидлер йорто

Табип Фидлер йортоАлматылағы бина, Верный ҡалаһының билдәле табибы — Лев Николаевич Фидлер өсөн төҙөлгән.

Табип Фидлер йорто
Рәсем
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Алматы
Карта
 Табип Фидлер йорто Викимилектә

Йорт Верный ҡалаһының билдәле табибы, Семиречье педиатрияһы һәм офтальмологияһына нигеҙ һалыусы Лев Николаевич Фидлер өсөн махсус һалына. Уның йортонда бушлай күҙ дауаханаһы эшләгән. Табиптың исеме һәм эшмәкәрлеге Мөхтәр Әүәзовтың «Абай юлы» романы биттәрендә телгә алына.[1]

1917 йылда бина национализациялана.

Д. А. Фурмановтың «Фетнә» романында бинала Семиречье өлкәһенең ғәҙәттән тыш комиссияһы урынлашҡан, тип телгә алына.

Совет осоронан һуң, беренсе Республика офтальмология фәнни-тикшеренеү институты урынлаша, шәфҡәт туташтары курстары үтә, ә унан һуңыраҡ осорҙа Республика медицина училищеһы филиалы урынлаша[2]

1993 йылда бина Монголияға илселеген урынлаштырыу өсөн ҡуртымға тапшырыла. Бина үҙгәртеп ҡорола, шунлыҡтан уның тарихи йөҙө үҙгәрә[3]

2014 йыл мәғлүмәттәре буйынса бинала Евразия банкы урынлаша.

Архитектураһы

үҙгәртергә

Фидлер йорто ҡаланың тарихи өлөшөнөң ХХ быуат башындағы төҙөлөш өлгөһө булып тора. Бина тянь-шянь ҡарағай бүрәнәләренән һалынған, диуарҙары штукатурланған һәм ағартылған. Был бер ҡатлы, кирбес цоколдән торған ҡоролма. Тәҙрәләре ҡыҫанланған. Кәрнизе ябай, тура мөйөш формаһында.[4]

Һәйкәле статусы

үҙгәртергә

2010 йылдың 10 ноябрендә Алматы ҡалаһы әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларының яңы Дәүләт исемлеге раҫлана, шул ул ваҡытта ошо сәбәп менән алдағы бөтә булған ҡарарҙар көсөн юғалтҡан тип таныла[5]. Был ҡарарҙа Фидлер йорто урындағы әһәмиәттәге ҡомартҡы статусын һаҡлап ҡала. 2014 йылда һаҡлау зоналары сиге раҫлана[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә