Табип Пантелеимон һәйкәле (Батайск)
Табип Пантелеимон һәйкәле — скульптура ҡоролмаһы, Ростов өлкәһенең Батайск ҡалаһында 2013 йылда барлыҡҡа килә[1]. Һәйкәл асыу 9 августа ғазап сигеүсенең һәм табиптың хәтер көнөндә асыла[2].
Табип Пантелеимон һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 2013 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Батайск |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза |
Тарихы
үҙгәртергәБалыҡлы һәм Ленинград урамдары киҫешкән ерҙә, яңы «Көньяҡ Яр» биҫтәһендә 2013 йылда 9 августында табип Пантелеимондың бронзанан ҡойолған һәйкәле асыла. Билдәле булыуынса, Пантелеимон беҙҙең эраның III—IV быуаттарында Никомидия ҡалаһында йәшәгән. Ул хәйерселәргә һәм ауырыуҙарға ярҙам иткән. Табип һәм табиптарҙың ҡурсалаусыһы тип һаналған.
Скульпторы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы Батайсктан Сергей Исаков. Скульптураның бейеклеге 5 метр тәшкил итә, шул иҫәптән 2 метр постаменты. Композиция үҙәгендә изге Пантелеимондың һыны, уны уратып дүрт фәрештә уратып алған. Һәйкәл эргәһендә шул Пантелеимон исеме менән ғибәҙәтхана төҙөү планлаштырыла. Культ ҡоролмаһының проекты эшләнгән[1].
Скульптураны урынлаштырыуға Ростов һәм Новочеркасск митрополиты Меркурий фатиха биргән. Һәйкәл асыу тантанаһында Ростов өлкәһенең мәҙәниәт министры Анатолий Александрович Резван, Батайск ҡалаһы мэры Валерий Васильевич Путилин, скульптор Сергей Михайлович Исаков ҡатнаша. Һәйкәлде асҡандан һуң ғибәҙәт ҡылына[2].