С. П. Боткин һәйкәле

С. П. Боткин һәйкәле — скульптуралы һәйкәл. Был һәйкәл урыҫ табибы, терапевт, йәмәғәт эшмәкәре С. П. Боткинға арналған. Һәйкәл Санкт-Петербург, ҡалаһында Боткин урамы менән Оло Сампсониевский проспекты мөйөшөндәге клиника алдында урынлашҡан. һәйкәл 1908 йылда скульптор В. А. Беклемишев моделе буйынса эшләнгән. Һәйкәл федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора[2].

С. П. Боткин һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1908
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Выборг районы
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза һәм гранит[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Санкт-Петербург/Выборгский район (часть 1)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться улица Академика Лебедева, 6 литера А (перед фасадом Михайловской больницы)
Карта
 С. П. Боткин һәйкәле Викимилектә

Табип С. П.. Боткин үлгәндән һуң уға һәйкәл урынлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә[3]. Монументты С. П. Боткин уҡытҡан Хәрби-медицина академияһының клиникаһы бинаһы ҡаршыһына урынлаштырыу ҡарала[4]. *әйкәлдең моделен скульптор А. В. Беклемишев бушлай эшләй. Скульптура А. Морандың бронза ҡойоу заводында башҡарыла һәм һәйкәлдең хаҡы 7,5 мең һум була, был сумманы табибтың шәкерттәре һәм уны һөйөүселәр йыйған[5]. 1908 йылдың 25 майында һәйкәл асыу тантанаһы үтә.

Тасуирлама

үҙгәртергә

Бейек булмаған гранит пьедесталда Хәрби-медицина академияһы клиникаһының бинаһы алдында, клиника бинаһына йөҙө менән ҡаратып, С. П. Боткиндың бронза һыны баҫтырып ҡуйылған. С. П. Боткин сюртук кейгән, башын бер аҙ бөгөлгән[4]. Табиптың ҡулдары арҡаһында, бер ҡулына ул стетоскоп тотҡан. Әйтерһең дә, Боткин әле генә ауырыуҙы тыңлаған һәм уға ниндәй диагноз ҡуйырға тип уйланып тора[5].

Ҡала легендалары

үҙгәртергә

Боткин һәйкәле арты менән ҡалаға, ә йөҙө менән клиниканың бинаһына ҡарап тора. Был ғәҙәти булмаған хәлде ҡала легендаһы аңлата. Йәнәһе, ҡала властары оҙаҡ ҡына ваҡыт Боткинға һәйкәл ҡуйыу урынын билдәләй алмай һәм шунлыҡтан уның тол ҡалған ҡатыны Е. А. Оболенскаянан: «Һеҙҙең фекер буйынса, Сергей Петровичҡа һәйкәлде ҡайҙа ҡуйырға кәрәк? Уның өсөн лайыҡлы урын ҡайҙа?» ,- тип һорағандар, тегеһе — «Исаакиевский майҙанында!» тип яуап биргән. — «Нисек унда ҡуяйыҡ, ул урын биләнгән бит инде.» — «Улайһа, урыны — Академия янында , әммә ҡалаға арты менән ҡуйығыҙ!»[5].

Хәрби-медицина академияһы студенттары араһында уңышҡа ирешеү өсөн скульптуралағы табибтың стетоскобына, төймәләренә һәм итек баштарына эйбер ышҡыу традицияһы бар. Был традиция скульптураға зыян килтерә, сөнки һәйкәлдең металы һаҡлағыс патина ҡатламын юғалта[5].

  1. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
  2. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
  3. Энциклопедия Санкт-Петербурга. Боткину С. П., памятник (скульптор Беклемишев В. А.) 2020 йыл 13 февраль архивланған.
  4. 4,0 4,1 Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятники деятелям науки и культуры, выполненные в конце XIX начале XX века // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 К 110-летию открытия памятника С. П. Боткину 2019 йыл 17 сентябрь архивланған. // Государственный музей городской скульптуры