С. К. Морозовтың айырым йорто
С.К. Морозовтың айырым йорто —1901 йылда архитектор Н.Д. Бутусов проекты буйынса төҙөлгән. Мәскәү, Горохов тыҡрығы, 14 адресы буйынса урынлашҡан. Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы объекты, дәүләт һаҡлауы аҫтында[2].
С. К. Морозовтың айырым йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1901 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Басманный район[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | кирбес |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27602961? |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | Гороховский переулок, 14 |
С. К. Морозовтың айырым йорто Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәИке ҡатлы йорт 1901 йылда хәлле крәҫтиән С . К. Морозов тарафынан архитектор Н.Д. Бутусов проекты буйынса төҙөлгән. Төп фасадта йорттоң ситтәрендә икенсе ҡаттың сығып торған ике тәҙрәһе айырылып тора. Тәҙрәләр аҡ таштан ҡатмарлы ордерҙың колонналары менән ҡыҫанланған, уларҙың осонда торған ҙур өсмөйөш фронтондар стенанан сығып тора һәм ике аттик барлыҡҡа килтерә.
Фронтондар аҫтында, тәҙрә ҡапҡастарының өҫкө өлөшөндә ҡатын-ҡыҙҙарҙың башы ҡиәфәтендә һылап яһалған биҙәктәр урынлашҡан, ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәстәре үҫемлек семәрҙәре менән ишелгән. Ҡыҙҙар ҡулланылған лорелея модерны стиле менән оҡшаш. Ҡабырға фасад үҙенең модерн стилендәге сүкеп яһалған семәрле япмаһы менән иғтибарҙы йәлеп итә[3].
1914 йылдың апрелендә йорт Бахрушиндарҙың сауҙагәрҙәр һәм сәнәғәтселәр тоҡомонан булған сауҙагәр Николай Петрович. Бахрушинға һатыла. Йортто һатып алыр алдынан ул тол ҡала, һәм бәләкәй балалары һәм кейүҙәге өлкән ҡыҙының ғаиләһе менән бында төпләнә. Беренсе ҡатта Николай Петровичтың 17 бүлмәһе урынлаша, ихата яғынан алты ҡырлы эркерҙы ҡышҡы баҡса биләй.
Күрше ике ҡатлы йортта, айырым йорттан һул яҡта, Николай Федорович Пупышевтың Фирсановкаһындағы «Надеждино» шифаханаһының табибы һәм хужаһы, Бахрушиндың кейәүенең ҡабул итеү кабинеты була. Биләмәнең ихатаһында хужалыҡ ҡоролмалары, шул иҫәптән ҡош аҙбары, гараж, ат аҙбары, бесәнлек һәм кер йорто урынлаша. Артабан быуа һәм беседка менән баҡсаға алып барыусы ҡапҡалар тора.
Совет осорондағы йорттоң өлөшөн «Международная жизнь]» журналы мөхәрририәте биләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление Правительства Москвы № 759-ПП от 16.12.2014
- ↑ Постановление Правительства Москвы «О включении выявленных объектов культурного наследия в единый государственный реестр объектов культурного наследия (памятников истории и культуры) народов Российской Федерации в качестве объектов культурного наследия регионального значения» с приложениями 2, 3, 4, от 16.12. 2014 года. 2018 йыл 18 декабрь архивланған.
- ↑ Левина, Ирина. Особняк С.К.Морозова . Узнай Москву. Дата обращения: 29 июль 2015. 2016 йыл 28 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Особняк, С.К.Морозова, 1901 г., архитектор Н.Д. Бутусов . Департамент культурного наследия города Москвы. Дата обращения: 29 июль 2015. 2015 йыл 17 ноябрь архивланған.
- Левина, Ирина. Особняк С.К.Морозова . Узнай Москву. Дата обращения: 29 июль 2015. 2016 йыл 28 сентябрь архивланған.