Сәтләүек тәбиғи ыҙаны

Сәтләүек тәбиғи ыҙаны — комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ростов өлкәһенең Кашарский районында урынлашҡан. Һаҡланыусы тәбиғәт, ғилми һәм ағартыу әһәмиәтенә эйә.

Сәтләүек тәбиғи ыҙаны
Нигеҙләү датаһы 1978
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ростов өлкәһе

Тасуирламаһы үҙгәртергә

 
Урман өрөгө сәскәһе

Комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Сәтләүек тәбиғи ыҙаны төрлө текәлектәге битләүҙәр менән йырын-үҙәнле системанан ғибәрәт. «Сәтләүек» тәбиғи ыҙаны сиктәре Ростов өлкәһенең Кашарский районы Кашары ауылынан көнбайыштараҡ ята. Ыҙан Кашары урман хужалығының Киев урмансылығындағы 17, 18, 19-сы кварталдарҙы биләй.

Тәбиғи ыҙан 267.0 гектар майҙанды биләй. Биләмәһендә ҙур булмаған һөтимәрҙәр йәшәй, төрлө орнитофауна бар. Тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә туғай һәм дала үҫемлектәре менән имәнлектәр, XIX быуат уртаһының тәбиғи урманы урынлашҡан. Бында ике шишмә сығанағы бар. Урманда башлыса имән, ҡорос ағас, йүкә, уҫаҡ, ҡайын, алмағас, груша, энәлек, гөлйемеш, тёрн үҫә.

Сәтләүек тәбиғи ыҙаны һаҡланыусы тәбиғәт, рекреацион һәм эстетик әһәмиәткә эйә. Торошо ҡәнәғәтләнерлек.

Комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн Ростов өлкәһе экология һәм Тәбиғәт ресурстары министрлығы яуаплы[1].

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Миноранский В. А., Демина О. Н. Особо охраняемые природные территории Ростовской области. Ростов-на-Дону, 2002 г.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә