Сәнғәт әҫәре (хикәйә)

Сәнғәт әҫәре  — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1886 йылдың 13 декабрендә «Осколки» журналының 50-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Произведение искусства
Файл:Произведение искусства (кино).jpg
Ижат ителгән ваҡыты

1886

Баҫмалар

үҙгәртергә

Антон Павлович Чеховтың «Сәнғәт әҫәре» хикәйәһе 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1886 йылдың 13 декабрендә «Осколки» журналының 50-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1887 йылда «Невинные речи» йыйынтығында баҫыла, ә 1891 йылда А. Ф. Маркс нәшер иткән «Пестрые рассказы» йыйынтығына индерелә.

Нәшерсе Н. А. Лейкин Чеховҡа 1886 йылда: «Һеҙҙең һуңғы хикәйәгеҙ бик мәрәкәле. Цензор ундағы бары тик ике һүҙҙе генә: «райский (ожмах)» — йылан ожмах йыланы була алмай  — һәм «опохабил (әҙәпһеҙләне)» һүҙҙәрен юйып ҡуйып үткәрҙе. Тап бына ошондай хикәйәләр юморлы журналдарға ныҡ кәрәк тә инде».

Чехов тере саҡта хикәйә болгар, немец, норвег, поляк, румын һәм чех телдәренә тәржемә ителә.

Тәнҡитсе Я. В. Абрамов Чеховтың «Сәнғәт әҫәре» хикәйәһе тураһында былай тип яҙа: «…уның әҫәрҙәре араһында бер ни тиклем һанда бик күңелле һәм бөтөнләй ҡайғы-хәстәрһеҙ юмор менән һуғарылған әйберҙәр бар — уларҙың урыны тап бына юмор баҫмаларына тура килә… Ләкин был,ысынында, ғәйепһеҙ сюжетлы әҫәрҙәрҙә тормоштоң көлкөлө урындары ябай ғына билдәләнеп ҡалмай, ә уларҙа ниндәйҙер бик ҙур әһәмиәтле әйберҙәр күренә»[1].

Хикәйәләге ваҡиға табип Кошельков кабинетында бара. Уның янына «Биржевые ведомости» төргәген тотҡан Саша Смирнов килә. Малай табибҡа ауырыуҙан ҡотолдорған өсөн әсәһе әйткән рәхмәт һүҙҙәрен әйтә һәм эсенә иҫке бронзанан эшләнгән канделябр һалынған төргәкте тапшыра. Канделябрҙа «Һауа костюмындағы ике ҡатын-ҡыҙ фигураһы һүрәтләнгән … Фигуралар бик ҡупшы йылмая һәм, әгәр ҙә май шәмдәрҙе тотоп торорға мәжбүр булмаһа, бөтөнләйе менән пьедесталдан һикереп төшөргә һәм бүлмәлә… янъял сығарырға әҙер булырлыҡ итеп эшләнгән».

Табип бик оҙаҡ был бүләктән баш тартып тора, ләкин малай, уларҙа был канделябрҙың пары юҡлыҡҡа һылтанып, төргәкте уға ҡалдырып сығып китә. Пациент сығып киткәс, табип был канделябрҙы кемгә бүләккә бирергә биреү тураһында уйлай башлай. Уйлай торғас-таба. Канделябрҙы ул дуҫы — адвокат Уховҡа бүләк итә. Уховтан сәнғәт әҫәре комик Шашкинға күсә, быныһы, үҙ сиратында, уны иҫке бронза йыйыусы бай ҡатын Смирноваға һатып ебәрә.

Ике көндән һуң табип Кошельков янына тағын Саша Смирнов килә. Уның ҡулында баяғы канделябр була! Малай табибҡа: «Доктор! Минең шатлығымды белһәгеҙсе! Һеҙҙең бәхеткә ҡаршы, беҙ Һеҙҙең канделябрға пар таптыҡ!.. Әсәйем шул тиклем бәхетле… Мин уның берҙән-бер улымын… Һеҙ минең ғүмеремде ҡотҡарҙығыҙ…» Малайҙың был һүҙҙәренә табип бер ниндәй ҙә яуап бирә алмай.

Экранлаштырыу

үҙгәртергә

1959 йылда А.П. Чеховтың «Сәнғәт әҫәре» хикәйәһе буйынса шул исемле ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөлә. Режиссеры: Марк Ковалёв. Саша Смирнов ролендә — Евгений Леонов, табип Иван Николаевич — Сергей Мартинсон.

  • Чехов А.П. Произведение искусства// Чехов А.П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Книжки Недели», 1898, № 6, стр. 164—165