Элизабет Сёдерстрём
Анна Элизабет Сёдерстрём (швед. Elisabeth Anna Söderström, 7 май 1927 йыл, Стокгольм — 20 ноябрь 2009 йыл, шунда уҡ) — швед йырсыһы (сопрано).
Элизабет Сёдерстрём | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2][3] |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған көнө | 7 май 1927[3][1][4][…] |
Тыуған урыны | Стокгольм, Швеция[3][4] |
Вафат булған көнө | 20 ноябрь 2009[3][1][5][…] (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Стокгольм, Швеция[3] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | инсульт |
Ерләнгән урыны | кладбище Галеварв[d][6] |
Атаһы | Per Albert Emanuel Söderström[d] |
Әһәмиәтле кеше | Нордмо Лёвберг, Осе[d][7] |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы |
Уҡыу йорто | Королевская Стокгольмская высшая музыкальная школа[d] |
Йырсы тауышы | сопрано[d][4] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Жанр | классик музыка |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тасуирлау биттәре | forum.genealogi.se/index…[8] |
Вики-проект | Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][9] |
Элизабет Сёдерстрём Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәЭлизабет Сёдерстрёмдың атаһы — йырсы һәм импресарио, сығышы буйынса швед, әсәһе — Анна Паласова рус пианиносыһы һәм йырсыһы, Октябрь революцияһы йылдарында сит илгә күсеп киткән була. Башланғыс музыкаль белемде рус император операһының элекке артисы Аделаида Андреева фон Скилондздан ала. 1947—1949 йылдарҙа Стокгольмда Король музыка академияһында уҡый. 1947 йылда Дроттнингхольмский һарай театры сәхнәһендә Моцарттың «Бастьен һәм Бастьенна» операһында (1947) тәү башлап сығыш яһай. 1949—1980 йылдарҙа — Швед короле операһы солисы. Донъяның иң ҙур опера театрҙары сәхнәһендә сығыш яһай — Ковент-Гарденда, Вена дәүләт операһында, Метрополитен Опера һәм башҡалар. 1993—1996 йылдарҙа Дротнингхольмский һарай театрын етәкләй. Музыкаль фестивалдәрҙә жюри составына инә, шул иҫәптән 1989 йылда «Донъя йырсыһы» фестивалендә. Элизабет Сёдерстрёмдың һуңғы сығышы 1999 йылда Метрополитен-опера сәхнәһендә (Чайковскийҙың «Пиковая дама»һында графиня) була. Инсульттан һуң өҙлөгөүҙән вафат була.
Репертуары
үҙгәртергәМонтеверди, Перголези, Гретри, Глюк, Моцарт, Бетховен, Гуно, Оффенбах операларында һәм ораторияларында йырлай. Штраустың («Кавалер розы», «Ариадна на Наксосе»), Дебюссиҙың («Пеллеас һәм Мелизанда»), Бергтың («Воццек»), Хумпердинктың («Гензель һәм Гретель»), Яначектың («Енуфа», «Катя Кабанова», «Средство Макропулоса»), Лигетиҙың («Великий мертвиарх») операларында башҡарған ролдәре менән дан ала. Шуберт, Лист, Малек, Сибелиус, Мусоргский, Чайковский, Рахманинов, Бриттен, Прокофьев, Шостакович һәм башҡаларҙың йырҙарын һәм романстарын яңғыҙ башҡара.
Владимир Ашкенази менән бергә С. Рахманиновтың вокаль әҫәрҙәренең тулы йыйынтығын яҙҙыралар.
Мемуарҙар
үҙгәртергәХәтирәләр ҡалдырған (1978).
Танылыуы
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Биография и фото (инг.)(инг.)
- Дискография 2018 йыл 5 февраль архивланған.
- Видео
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ http://calmview.musikverk.se/CalmView/Record.aspx?src=CalmView.Persons&id=DS/UK/309 — 2017.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #119006952 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 The International Who's Who of Women 2006 — Routledge, 2005. — ISBN 978-1-85743-325-8
- ↑ Elisabeth Söderström // Encyclopædia Universalis (фр.) — Encyclopædia Britannica, 1968.
- ↑ Olow, Anna Elisabeth // http://www.svenskagravar.se/gravsatt/46038379 — Svenskagravar.se.
- ↑ Aase Nordmo Løvberg 1923-06-10 — 2013-01-25 Operasångare, operachef, professor i sång
- ↑ Ämne: Söderström, Elisabeth (1927-2009)
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/d4943a76-9bc5-4e8e-af69-c98c6ed8c998 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы