Сыртланова Елизавета Александровна
Сыртланова Елизавета Александровна (22 ноябрь 1881 йыл — 11 декабрь 1961 йыл) — театр актёры, режиссёр. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1943).
Сыртланова Елизавета Александровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 22 ноябрь 1881 |
Тыуған урыны | Суксун, Красноуфимск өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 11 декабрь 1961 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Биографияһы
үҙгәртергәЕлизавета Александровна Сыртланова-Шляхтина 1881 йылдың 22 ноябрендә Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙенең Соҡсон заводы биҫтәһендә (хәҙер Пермь крайының Соҡсон ҡала тибындағы ҡасабаһы) тыуған.
1912 йылда — «Нур» труппаһының, 1915 йылдан 1917 йылға тиклем — «Ширҡәт», ә 1918—1919 йылдарҙа — Беренсе һәм Төркөстан армияларының сәйәсәт бүлектәре янындағы фронт театрҙарының актрисаһы. 1920 йылдан алып Өфө дәүләт татар-башҡорт өлгөлө театры актрисаһы, 1922 — 1930 йылдарҙа — Урал, Себер һәм Алыҫ Көнсығышта төрлө театр коллективтарының режиссёры һәм художество етәксеһе. 1931 йылдан — Баймаҡ колхоз-совхоз театры, 1933—1938 йылдарҙа — Ауырғазы колхоз-совхоз театры режиссёры, 1939—1948 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт академия драма театры музейы мөдире.
Характёрлы һәм комик ролдәр башҡарған. Сыртланова — аныҡ көнкүреш деталдәр, мәргән телмәр характёристикаһы оҫтаһы. Башҡорт һәм татар әҫәрҙәре буйынса 300-ҙән ашыу роль уйнаған: Сәрби (Х. Ибраһимов, «Башмағым»), Ғәрифә (Ғ. Исхаҡи, «Алдым-бирҙем» — «Никах килешеүе»), Ғәйнә (1911, дебют), Йәмилә, Әсә (Ғ. Камал, «Бәхетһеҙ егет»); классик рус һәм сит ил әҫәрҙәре буйынса: Мартина (Мольер, «Ирекһеҙҙән табип»), фрау Миллер (Ф. Шиллер, «Мәкер һәм мөхәббәт»), Кабаниха, Кручинина (А. Н. Островский, «Йәшен», «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр»). Шулай уҡ Сумчинская псевдонимы аҫтында сығыш яһай. Режиссер булараҡ уның репертуарында — Ф. Әмирхан, Б.Бикбай, Ф. Бурнаш, Т. Ғиззәт, Я. Вәли, Р. Ниғмәти, С. М. Мифтахов һәм башҡа драматургтар пьесалары буйынса спектаклдәре билдәле.
Башҡорт драма театрында — Х. К. Ибраһимовтың «Башмағым», Ғ. Х. Ниязбаевтың «Ағалы-ҡустылы Ғәлимовтар», А. Н. Островскийҙың «Ете юл сатында» («На бойком месте») Островский (В. Ғ. Ғәлимов менән берлектә); Ауырғазы колхоз-совхоз театрында — Ф. Бурнаштың «Йәш йөрәктәр», А. М. Таһировтың «Себер кешеһе Ғилман» («Сибиряк Гильман») драмалары буйынса спектаклдәр ҡуйған. А. Н. Островскийҙың «Без вины виноватые», В. Н. Билль-Белоцерковскийҙың «Шторм», С. И. Левитинаның «Приговор» пьесаларын татар теленә тәржемә иткән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Сыртланова Елизавета Александровна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2021)