Схалта ғибәҙәтханаһы
Схалта, Кинчаури[1] — XII быуат сиркәүе, Схалта епархияның үҙәге. Грузияның Аджария республикаһындағы Хуло муниципалитетының Кинчаури ауылында урынлашҡан.
Схалта ғибәҙәтханаһы | |
груз. სხალთის ტაძარი | |
Нигеҙләү датаһы | XIII быуат |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Хулойский муниципалитет[d] |
Урын | Аджария |
Епархия | Батумская и Лазская епархия[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Схалта ғибәҙәтханаһы Викимилектә |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҒибәҙәтхана бейек тау террасаһында, Схалта йылғаһы һәм уның ҡушылдығы араһында тора. Сиркәү тирәләй майҙан стена менән уратып алынған. Стенала ҡапҡалар бар. Әлеге ваҡытта береһенең аркалы инеү урыны ғына һаҡланған, икенсеһе күптән емерелгән. Ныҡ емерелгән килеш ҡомартҡы беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған: бинаның күп өлөшөндә стеналары таш менән көпләнгән, эске стеналары ныҡ зыян күргән. Ете ҡырлы алтары сиркәүҙең көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Көнбайыш һәм көньяҡ яғында төкәтмәләр булған, улар ваҡыт үтеү менән емерелгән. Схалта сиркәүе тулыһынса биҙәлгән. Улар башлыса алтарында, аркала һәм көнбайыш стенала һаҡланып ҡалған. Реставрация эштәренә тиклем ғибәҙәтхананың ҡыйығы булмай.
Ғибәҙәтхана тирәләй һуңғы урта быуат ауыл хужалығы ҡаралтылары, шул иҫәптән мөгәрәптәр урынлашҡан. Схалта йылғаһы аша быуат уртаһы күпере бар.
Тарихы
үҙгәртергәКүп кенә тикшеренеүселәр ҡомартҡының йәшен асыҡларға тырыша (Г. Клюге, Д. Бакрадзе, Н. Северов, Р. Меписашвили). Берәүҙәр уны X—XII быуаттар тип, башҡалары XIII быуат тип иҫәпләй.
Схалта ҡомартҡыһы тураһында мәғлүмәттәр аҙ. Был ҡомартҡы тураһында берҙән-бер боронғо документ Александр I ҡарай.
Галерея
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- ი. სიხარულიძე, «აჭარის მატერიალური კულტურის ძეგლები», ბატ., 1962, გვ., 33-34
- რ. მეფისაშვილი, «სხალთის ხუროთმოძღვრული ძეგლი» — ქართული მატერიალური კულტურის ძეგლები აჭარაში, 1955წ.
- შ. მამულაძე, «აჭარისწყლის ხეობის მატერიალური კულტურის ძეგლები», გზამკვლევი, 2000წ.