Сухозанет йорто
Сухозанет йорто — Санкт-Петербург үҙәгендә тарихи бина, Нева проспекты, 70 адресы буйынса урынлашҡан
Сухозанет йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Үҙәк районы[d] |
Урынлашҡан урамы | Невский проспект[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q50512288? |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Сухозанет йорто Викимилектә |
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәӨс ҡатлы бина фронтон менән тамамланған фасадҡа эйә. Бинаның интерьерында яһалма мәрмәр менән көпләнгән вестибюль, шулай уҡ һылау фриздары һәм матур плафондар менән биҙәлгән залдар һаҡланып ҡалған.
Беренсе билдәле бина XIX быуат башында төҙөлгән, был сауҙагәр А. Шемякиндың таш йорто була. Һуңғараҡ бинаға артиллерия генералы И.О. Сухозанет хужа була, уның өсөн 1820 йылдар аҙағында бинаны архитектор Д.И. Квадри үҙгәртеп ҡора.
Айырым йорттоң эске биҙәлешен 1835—1838 йылдарҙа архитекторҙар Д. И. Висконти һәм С. Л. Шустов башҡара.
1864 йылдан бинаны Петербург Сауҙагәрҙәр йәмғиәте биләй, 1864—1866 йылдар осоронда архитектор В. В. Штром проекты буйынса бинаның фасады үҙгәртеп ҡорола.
1910—1911 йылдарҙа интерьер өлөшө архитектор П.С.Барышников проекты буйынса яңынан эшләнә
1974 йылдан бинала Журналистар йорто урынлаша.
2000 йылдар башында интерьерҙарҙың фәнни реставрацияһы үткәрелә.
2011 йылда бина күрше 68-се йортто һүтеү менән бәйле ҡот осҡос емерелеү ҡурҡынысына дусар була. "Эксперт-техник тәьмин итеү үҙәге" ДУ эштәре вакытында бинаның торошон мониторинглау өсөн бинаға 16 геодезик марка урынлаштырыла[2]
2010 йылдың 16 декабрендә күрше йорттоң стенаһын һүтеп алғандан һуң ярыҡ барлығы асыҡлана, ул Журналистар йорто хакимиәтендә борсолоу тыуҙыра. АНО «Санкт-Петербург мәғлүмәти ярҙам үҙәге» директоры Анатолий Моргунов, был ярыҡ элек барлыҡҡа килгән, тип әйтә[3]. 2011 йылдың 12 ғинуарында йәнәшәлә яңы төҙөлөштәр менән бәйле яңы ярыҡ барлыҡҡа килә[4], КГИОП хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә[5], әммә ГУ «ЦЭТС» стандарт миҙгелле тирбәлеүҙән тыш тайпылыштар тапмай[6]. 2011 йылдың 24 ғинуарында КГИОП Нева урамындағы 68-се йортта эште туҡтатырға бойороҡ бирә, сөнки бинаның түшәмдәрендә һәм стеналарының декоратив биҙәлештәрендә ярыҡтар барлыҡҡа килеү факттарын асыҡлай[7]
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шерих, Д. Ю. По Невскому без скуки. — 2-е изд., доп.. — М., СПб.: Центрполиграф, МиМ-Дельта, 2004. — 288 с. — ISBN 5-9524-0945-8.
- Кириков Б. М., Кирикова Л. А., Петрова О. В. Невский проспект: Архитектурный путеводитель. — М., 2004. — С. 308 – 310.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ Госстройнадзор: Дом на Невском, 68 не угрожает соседним домам // Квадрат.ру : Электронное СМИ. — СПб., 2011. — Вып. 13 января
- ↑ Госстройнадзор: Дом на Невском, 68 не угрожает соседним домам // Квадрат.ру : Электронное СМИ. — СПб., 2011. — Вып. 13 января
- ↑ Администрация Дома журналистов проверяет здание на предмет новых трещин, Город, Фонтанка.ру (13 января 2011). Дата обращения 27 января 2011. «Поводом для тревоги послужила трещина,обнаруженная во дворе здания».
- ↑ Администрация Дома журналистов просит КГИОП проверить здание, Город, Фонтанка.ру (13 января 2011). Дата обращения 27 января 2011. «Хозяева дома 70 намереваются обратиться в КГИОП»
- ↑ Администрация Дома журналистов просит КГИОП проверить здание, Город, Фонтанка.ру (13 января 2011). Дата обращения 27 января 2011. «Хозяева дома 70 намереваются обратиться в КГИОП».
- ↑ КГИОП выдал предписание приостановить разборку здания на Невском, Город, Фонтанка.ру (24 января 2011). Дата обращения 27 января 2011. «приостановить работы по разборке здания по адресу: Невский проспект, 68, набережная Фонтанки, 40, лит. Б, в связи с выявлением фактов образования трещин в декоративной отделке стен и потолков парадных помещений примыкающего к нему объекта культурного наследия федерального значения «Дом Сухозанета И.О.» (Невский пр., 70).».