Сурб Хач сиркәүе (Дондағы Ростов)
Сурб Хач сиркәүе (әрм. [suɾpʰ χɑtʃʰ], рус. Изге Тәре сиркәүе) — Дондағы Ростовта әрмән сиркәүе. XVIII быуат аҙағында Ҡырымдан килгән әрмән күскенселәре тарафынан төҙөлгән. Иң боронғо бина[1].
Сурб Хач сиркәүе | |
әрм. Սուրբ Խաչ | |
Нигеҙләү датаһы | 1786 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Животворящий Крест[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Дондағы-Ростов |
Епархия | Российская и Ново-Нахичеванская епархия[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Сурб Хач сиркәүе Викимилектә |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҠорам Төньяҡ торлаҡ массивы биҫтәһе менән уратып алынған. Парк һәм ҡойма менән уратып алынған ғибәҙәтхана бейек яр буйында урынлашҡан.
Сиркәү классицизм стилендә төҙөлгән. Бинаның композицияһында мөһим элементтары булып бинаның портиктары тора. Сиркәү планында тура мөйөшлө, урта өлөшөндә ҙур булмаған ризалиттар менән һәм көнсығыш яғында сығып торған апсида бар[2].
Сиркәүҙән Темерник йылғаһына таш һикәлтә төшә, ул элек ике күпер аша йылға бөгөлөндө урынлашҡан паркҡа алып барған. Сиркәүҙән көнсығышҡа ҡарай 1862 йылда «Чорхах» шишмәһе өҫтөндә төҙөлгән ҡоролма тора.
Сиркәүҙең төп ҡомартҡыһы —VI быуат хачкары (тәре-таш), риүәйәт буйынса, Әрмәнстандың боронғо баш ҡалаһы — Ани ҡалаһынан сығарылған, һәм XVIII быуатта дон еренә Ҡырымдан әрмән күскенселәре алып килгән.
Сиркәү стеналары янында әрмән шағирҙары һәм яҙыусылары Арутюн Манукович Аламдарян, Лазаревич Микаэл Налбаднян һәм Рафаэл Патканян Габриэлович ерләнгән
Тарихы
үҙгәртергәСурб Хач монастырь сиркәүенә нигеҙ ташы 1783 йылда һалына, 1786 йылда уҡ төҙөлә башлай һәм 6 йыл дауам итә. 1792 йылдың 27 ноябрендә сиркәү изгеләндерелә.
Сиркәү архитектор Иван Старов проекты буйынса төҙөлә.
1862 йылда сиркәүҙең көнбайыш фасадынан алыҫ түгел ике яруслы, бейек дүрт ҡырлы сатыр менән манара төҙөлә. Сиркәүҙән көнсығышҡа ҡарай ике ҡатлы архиерей йорто урынлашҡан. Унда 1791 йылда ойошторолған дөйөм белем биреү мәктәбе урынлашҡан, һуңыраҡ ул пансионат менән семинария итеп үҙгәртелә. Семинария янында китапхана булдырыла, ул 1883 йылда Нахчиванға күсерелә. Шулай уҡ бинала Рәсәйҙә беренсе булған типография урынлаша, ул 1790 йылдан алып 1796 йылға тиклем эшләй. 6 йыл эсендә был типографияла 20 ашыу китап баҫылып сыға[2]. Архиерей йорто һәм манара XX быуатта юҡҡа сыға
Революция тиклемге осорҙа монастырҙың яҡынса 50 гектар ере була, улар һөрөнтө ер һәм баҡса итеп ҡуртымға бирелә. 1862 йылда бында Әрмән апостол сиркәүенең архиепискобы Габриэл Айвазовский ( рәссам К. Айвазовскийҙың ир туғаны) булған.
Монастырь 1931 йылға тиклем эшләй, ғибәҙәттәр туҡтатылғас, ҡоролмалар урындағы совхозға иген һаҡлағыс булып тапшырыла[3].
1968—1972 йылдарҙа монастырҙа тергеҙеү эштәре Маурк Григорян проекты буйынса башҡарыла. Реставрация тамамланғас (14.11.1972) ғибәҙәтхана бинаһында рус-әрмән дуҫлығының Ростов музейы асыла, унда 10 меңдән ашыу экспонат иҫәпләнә. Ғибәҙәттәр йәнә 2000 йылда яңыртыла[1][4]..
-
Монастырь панорамаһы
-
Шишмәнән сиркәүгә таш һикәлтә
-
Рафаэл Патканян һәм Микаэл Налбандяндың ҡәбер таштары
-
Шишмәнең өҫҡормаһы
-
Сурб Хач сиркәүе Рәсәй маркаһында, 2001 йыл
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Нахичевань-на-Дону
- Монастырь Сурб Хач (Крым)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Монастырь Сурб-Хач в Ростове-на-Дону возвращён Армянской Церкви . Патриархия.ru (26 март 2007). — По материалам пресс-конференции в ИА «Росбалт-Юг» заместителя главы Ново-Нахичеванской и Российской епархии Армянской Апостольской Церкви архимандрита Вртанеса. Дата обращения: 16 июль 2009.
- ↑ 2,0 2,1 В.П. Грудев, Ю.Н. Солнышкин, А.В. Тарасов, М.А. Честнов. Проект реставрации б. церкви монастыря Сурб Хач. — Ростов-на-Дону, 1988.
- ↑ Вячеслав Грантович Вартанян. Саркис Суренович Казаров. История Армянской апостольской церкви на Дону (XVIII-XX вв.). — Изд-во Таганрог. ин-та упр., 2008. — 120 с.
- ↑ Музей русско-армянской дружбы. Музей русско-армянской дружбы . Российская сеть культурного наследия (20 август 2002). — Краткая официальная информация о музее. Дата обращения: 16 июль 2009. Архивировано 1 апрель 2012 года.