Сурб Геворг сиркәүе (Солтан Салы)

1850

Әрмән-григориан ҡорамы
Георгий Победоносец сиркәүе
Сурб Геворг сиркәүе (арм. Սուրբ Գևորգ եկեղեցի)
Сурб Карапет сиркәүе
Сурб Карапет сиркәүе
Ил Рәсәй
Ауыл Солтан-Салы
Конфессия Әрмән апостол сиркәүе
Төҙөлөшө 17951850 йылдар
Бөгөнгө хәле ремонт талап ителә

 Сурб Геворг сиркәүе  — Ростов өлкәһе Мясников районы  Солтан Салы ауылындағы ғибәҙәтхана. Әрмән Апостол Сиркәүенә ҡарай. 

Адресы: Россия, Ростов өлкәһе, Мясников районы,  Солтан Салы ауылы , Беренсе май урамы, 1Б һанлы йорт.

Дон ерҙәренә  быуаттан артыҡ элек ,ХVIII быуат аҙағында, Екатерина II  Ҡырымдан әрмәндәрҙе Приазовьеға күсереү тураһынду указ яҙған. 1779 йылда меңләгән  әрмәндәр, яңы йәшәү урынына күсеп килеп, Чалтырь, Ҡырым, Оло  Салы, Солтан  Салы һәм Несветай ауылдарына нигеҙ һалғандар. Солтан Салы ауылы  1779 йылда барлыҡҡа килгән, ә ундағы ауыл Сурб Геворг сиркәүенә нигеҙ ташы  1795 йылда һалынған. 

1848 йылда сиркәү  туҙған булғанлыҡтан , мәхәллә кешеләре. сиркәү төҙөргә  аҡса йыя башлауға рөхсәт һорап, консисторияға мөрәжәғәт иткәндәр.  Яңы Нахичеван  ҡала башлығы  Арутюн Халивов  аҡса йыя башлаған.  1849 йылда сиркәүҙе талағандар, шунлыҡтан халыҡ сиркәүҙе ремонтлау урынына яңы сиркәү төҙөүҙе хуп күргән.

Сиркәүгә йөрөүсөләрҙән йыйылған аҡсаға  1850 йылда ауылда яңы сиркәү төҙөгәндәр. 1854 йылда сиркәүҙе яңынан уңайлыраҡ итеп өҫтәп һалырға ҡарар иткәндәр. 1858 йылда ғибәҙәтхананы камиллаштырыуға  рөхсәт алынған.

Дин әһеле Погос  Хрчян архитектор Гаврилов менән бергә  1863 йылда  сиркәү ҡоймаһын төҙөргә урын ҡараған.

1864 йылдың март айында халыҡ үҙ белдеге менән иҫке сиркәүҙе һүткән, ә  1867 йылда яңы сиркәү төҙөлөп, изгеләндерелгән.

Һуңыраҡ сиркәүҙең эсе-тышы  бер нисә мәртәбә ремонтланған.

 Сиркәү янында 1872 йылда сиркәү-мәхәллә мәктәбе асылған. 1908 йылда унда  126 бала уҡыған.

Сиркәү  1896 йылдың 28 октябрендәге дауыл ваҡытында ныҡ зыян күргән: уның баш көмбәҙе тәреһе менән бергә ергә йығылып төшкән. Совет власы 1930 йылда сиркәүҙе  япҡан.

 Сиркәү Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ут аҫтында ҡалып зыян күргән,  туҙған хәлдә хәҙерге ваҡытҡа тиклем торған. Бөгөнгө көндә сиркәү руханийы Тер Теодос Гайбарян  етәкселегендә сиркәү аяҡҡа баҫтырыла башлаған.

Дин  әһелдәре

үҙгәртергә

Эчмиадзин Дини семинарияһында уҡып сыҡҡан, Чалтырь ауылында тыуған Тер Теодос Гайбарян - сиркәүҙең руханийы.

Әҙәбиәте

үҙгәртергә
  • Вартанян В.Г., Казаров С.С. Армянская-Апостольская Церковь на Дону // Ростов н/Д., 2001 Е.И.
  • Халпахчьян О.X. Архитектура Нахичевани-на-Дону // Ер. 1988
  • Шахазиз Е. Новый Нахичеван и новонахичеванцы / Перевод с армянского Ш. М. Шагиняна // Ростов-на-Дону, 1999
  • Российская и Ново-Нахичеванская епархия Армянской Апостольской Церкви. Исторический путь. М., 2013

Һылтанмалар

үҙгәртергә