Суперинфекция (ингл. superinfection) — вирусологияла башта бер вирус менән зарарланған күҙәнәктең ошо вирустың икенсе штамы, йәки бер аҙ ваҡыттан һуң икенсе бер вирус менән зарарланыу (en:coinfection) процесы[1]. Вируслы суперинфекциялар вирустарҙың резистент штамдарын барлыҡҡа килтерә ала, уларҙан дауалау өсөн икенсе препараттар кәрәк буласаҡ. Мәҫәлән, кешенең ВИЧ-тың ике төрлө конифекцияһы менән зарарланыуы антиретровирус терапияһына бирешмәүсе (резистент) штамды тыуҙырыуы бар. Шулай уҡ, бер нисә инфекция (комбинированная) организмдың иммун яуабының дөйөм эффектлығын кәметеү билдәле[2]..

Медицинала суперинфекция тип бер инфекция артынан башланған икенсе инфекцияны атайҙар, был хәл бигерәк тә бығаса ҡулланылған препараттарға бирешмәүсе микроорганизмдар менән зарарланған осраҡта була. Дорлендтың медицина һүҙлеге буйынса, суперинфекция — тәүге булған бактерияларҙан айырмалы икенсе типтағы бактерияларҙың бик тиҙ үрсеүе.

Белгестәр фекеренсә, хәҙерге заманда антибиотиктар һәм башҡа препаратттарҙы кешеләрҙең күпләп ҡулланыуы суперинфекция тыуҙырыусы факторҙарҙың берһе булып тора.

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Коинфекция en:Coinfection

Реассортимент

Антиотиктарға бирешмәүсәнлек

Суперинфекция ВИЧ en:HIV superinfection

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Med-stub