Судта  — Антон Павлович Чехов яҙған хикәйә. 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр «Новое время» гәзитенең 3814-се һанында 1886 йылдың 11 октябрендә Ан. Чехов ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға. Хикәйәлә бер крәҫтиәндең ҡатынын үлтереүе хаҡындағы суд эшен ҡараусы ултырыш һүрәтләнә.

Судта
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ

Ижат ителгән ваҡыты

1886

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1886

Баҫмалар

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «В суде» хикәйәһе 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр «Новое время» гәзитенең 3814-се һанында 1886 йылдың 11 октябрендә Ан. Чехов ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға. 1887 йылда был хикәйә А. Ф. Маркс тарафынан нәшер ителгән А. Чеховтың «В сумерках» әҫәрҙәре йыйылмаһына индерелеп баҫыла. Чехов тере саҡта хикәйә инглиз, немец, серб-хорват, фин һәм чех телдәренә тәржемә ителә.

Хикәйә авторҙың 1884—1886 йылдарҙа Звенигородта йәй үткәреү тәьҫораттары йоғонтоһонда яҙылған. Бында ул йәйге ялда булған табип С. П. Успенский урынында табип вазифаһын башҡара. Был хикәйәлә шул уҡ әҫәр яҙылған йорт та һүрәтләнә.

Юрист Н. Г. Серповский иҫтәлектәрендә: «Чехов суд эшмәкәрлеге менән ныҡ ҡыҙыҡһына һәм ул суд процедуралары менән яҡшы таныш була. Уны бигерәк тә тормоштоң көлкөлө яҡтары һыҙыҡ өҫтөнә алынған судтағы әкәмәтле хәлдәр ҡыҙыҡһындыра» - тип яҙа.

Л. Н. Толстой «В суде» хикәйәһен Чеховтың иң һәйбәт хикәйәләренең береһе тип һанай. Был хикәйәне ул үҙенең ғаиләһенә һәм ҡунаҡтарына уҡый.

«Русская мысль» рецензенты «В суде» хикәйәһен иң яҡшы хикәйә тип таба. Ул «һиҙелмәй генә тормошта үтеп барыусы ябай ваҡ-төйәк тормош мәғәнәһеҙлеген автор тиҙ генә бик оҫта нескәлек менән тотоп ала һәм үҙе аңлап-тойғанын бер нисә штрихтар менән генә уҡыусы аңларлыҡ һәм тойорлоҡ итеп яҙа ала»[1]- тип билдәләп үтә.

«В сумерках» хикәйәләр йыйынтығына ингән «В суде» хикәйәһен әҙәбиәт тәнҡитсеһе В. А. Гольцев[2] та иң яҡшы әҫәр тип таба.

Тәнҡитсе Ф. Е. Пактовский хикәйәне «ҡурҡыныс фатумда ике кеше ҡатнашҡан ауыр трагедия»[3] тип характерлай.

Файл:Главный свидетель.jpg
Афиша фильма "Главный свидетель"

Бер өйәҙ ҡалаһында һоро төҫтәге ҡаҙна йорто тора. Бында земство управаһы, мир съезы, крәҫтиәндәр, эскелек, хәрби эштәр һәм башҡалар өсөн бүлмәләр бар. Болотло көҙгө көндәрҙең береһендә бында округ суды ултырышы бара. Судтағы эштәр береһе артынан икенсеһе алып барыла һәм тиҙ генә тамамланып тора.

Көндөҙгө сәғәт икелә «крәҫтиән Николая Харламовты үҙ ҡатынын үлтереүе тураһындағы эште» тыңлау башлана. Суд залына ғәйепләнеүсене алып инәләр, уның артынан мылтыҡлы конвой, Харламовтың улы Прохор, килә. Суд ғәҙәттәге тәртип буйынса бара: ниндәй хәлдәрҙә енәйәт эшләнгәнлеге , артабан ғәйепләү акты тыңланыла. А. Чехов суд сәркәтибенең, арыған суд рәйесенең, прокурорҙың, ғәйепләнеүсенең тышҡы ҡиәфәттәрен һүрәтләй.

Суд барған бина, ундағы йыһаз һәм хәл шул тиклем кәнсәләр битарафһыҙлығы менән һуғарылған һәм алдан ҡороп ҡуйылған машина кеүек кешеләрҙең йәнен өшөттөрөп тора. Суд шаһиттарҙан, табибтан, ғәйепләнеүсенең үҙенән яуап ала. Прокурор рәйескә тикшереү эштәре урынына еткерелеп башҡарылмаған, ғәйепләнеүсенең ағаһынан һәм старостанан яуап алынмаған тип бара. Судта енәйәт ваҡытында ҡулланылған балта һәм башҡа әйберҙәр ҡарала.

Судта булған кешеләр өсөн иң ауыры ғәйепләнеүсе улының конвой булыуын белеү тора. Ундағы кешеләр быны яҙмыш яңылышлығы тип уйлай, уларҙың береһе лә «һалдаттың битенә тура ҡарарға баҙнат итә алмай».

Бер мәлгә генә суд залынан суд приставы сығып тора. Быға барыһы ла иғтибар итә, ләкин үҙҙәрен бер ни ҙә булмаған кеүек тота. Уларға тыштан һаҡсылар алмашынған саҡта сыға торған аяҡ тауышы һәм өндәр ишетелеп ҡала, ә суд ултырышты дауам итә.

Экранлаштырыу

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «Бабы», «Трубная площадь», «Сирена», «В суде» хикәйәләре мотивтары буйынса 1969 йылда «Главный свидетель» тигән нәфис фильм төшөрөлә. Режиссёры: Аида Манасарова.

  • Чехов А. П. В суде// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Пактовский Ф. Е. Современное общество в произведениях А.П. Чехова / [Соч.] Ф.Е. Пактовского. - Казань : типо-лит. Ун-та, 1901. - 42 с.
  • Voir Dictionnaire Tchekhov, page 26, Françoise Darnal-Lesné, Édition L'Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • Au tribunal, traduit par Madeleine Durand et Édouard Parayre, révision de Lily Dennis, éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1967, ISBN 978 2 07 0105 49 6.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Русская мысль», 1887, № 10, «Библиографический отдел», стр. 590
  2. «Русские ведомости», 1887, № 240, 1 сентября; подпись: Ав—в
  3. Ф. Е. Пактовский. Современное общество в произведениях А. П. Чехова. Казань, 1901, стр. 38

Һылтанмалар

үҙгәртергә