Стәрлетамаҡ йәмиғ мәсете
Мәсет | |
Стәрлетамаҡ йәмиғ мәсете
Стәрлетамаҡ беренсе йәмиғ мәсете | |
Ил | Башҡортостан |
Ҡала | Стәрлетамаҡ, |
Ябылыу датаһы | 1823 йыл яна, 1930 йыл ябыла |
Манаралар һаны | 1 |
Манара бейеклеге | 7 м |
Материал | тәүҙә ағас, аҙаҡтан таш |
Тарихы
үҙгәртергәСтәрлетамаҡ беренсе йәмиғ мәсете 1823—25 йылдарҙа сауҙагәр Г. Г. Ибраевтың аҡсаһына 1823 йылда янған ағас мәсет урынында төҙөлә. 1800 йылда сауҙагәр Ш. Урманцев аҡсаһына һалынған төҙөлгән мәсет янып юҡҡа сыға. Был юлы мәсетте таштан төҙөйҙәр. Ул Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була.
1863 йылда мәхәлләлә 3208 кеше иҫәпләнә, 1899 йылда — 2644 кеше. Мәсет эргәһендә Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһе эшләй. 1930 йылда ябыла, бинаһы Стәрлетамаҡ район халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарамағына тапшырыла, һуңынан һүтелә.
Бағымсылары
үҙгәртергә- Сауҙагәрҙәр М. М. Рәмиев, Усмановтар һ.б.
Имам-хатиптары
үҙгәртергә- С. Р. Рәмиев (1800 йылдан алып),
- Ш. З. Нагаев (1815 йылдан алып),
- К. Ш. Нагаев (1839—90);
- Г. К. Нагаев (1892 йылдан алып ябылғансы)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Калимуллин Б. Г. Башкирское народное зодчество. — Уфа, 1978.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Абдрахманов Р. У., Насирова Н. О. Стәрлетамаҡ йәмиғ мәсете // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Архитектура Башкортостана(недоступная ссылка)