Студент

(Студентлыҡ битенән йүнәлтелде)

Студент (талип; лат. studens — тырышып эшләүсе, уҡыусы) — юғары уҡыу йортонда, ҡайһы бер илдәрҙә урта уҡыу йортонда уҡыусы. Боронғо Рим һәм Урта быуаттарҙа өйрәнеү процессы менән мәшғүл булыусы һәр кемде «студент» тип атағандар. XII быуатта университеттар барлыҡҡа килгәс, был термин шунда белем алыусыларҙы һәм уларҙы уҡытыусыларҙы атау өсөн ҡулланыла башлай. Уҡытыусылар өсөн ғилми дәрәжәләр (магистр, профессор һ. б.) индерелгәндән һуң, студент атамаһы менән уҡыусылар ғына исемләнә.

«Идеаль студент» (1900 йыл)

Көндөҙгө бүлектә уҡыусы студенттар юғары уҡыу йортона даими рәүештә йөрөп, лекция тыңлай, семинар дәрестәрҙә ҡатнаша. Шуларҙың һөҙөмтәһе итеп һынау һәм имтихан тапшыралар, үҙҙәренең һөнәре буйынса курс эштәре башҡаралар, практика үтәләр. Һөнәрҙе үҙләштереү буйынса бөтә баҫҡыстарҙы үтеп бөткән студенттар диплом (сығарылыш квалификация эше) эшен башҡара. Барлыҡ илдәрҙә һәм һәр дәүерҙә үҙ асылыңды табыу, үҙ өҫтөңдә тырышып эшләү студент тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Был процесс үҙешмәкәрлектә ҡатнашыу, йәмәғәт һәм фәнни эшмәкәрлек менән булышыу һ.б. аша бойомға ашырыла.

Ситтән тороп уҡыу бүлегендәге студенттар өсөн ҡағиҙәләр икенсерәк. Улар өсөн ҡыҫҡартылған лекциялар курсы әҙерләнә. Күп осраҡта ситтән тороп уҡыусы студенттар уҡыу йортона имтихандар тапшырыу өсөн генә килә.

Бакалавр һәм магистратура (Болон процесы) баҫҡыстары буйынса уҡытыу алып барылған юғары уҡыу йорттарында студент һүҙе ике баҫҡыс студенттары өсөн дә ҡулланыла. Мәҫәлән: бакалавриат студенты, магистратура студенты. Бының менән бер рәттән бакалавриат һәм магистрант төшөнсәләре лә ҡулланыла.

2012 йылда Рәсәйҙә юғары белем алыусы студенттар 3 070 235 һанын тәшкил иткән[1].

Төшөнсәнең килеп сығыуы

үҙгәртергә
 
Урта быуаттар студенты

Беренсе университеттар барлыҡҡа килгән мәлдә латин теле фәндең төп теле булып һанала. Студенттарҙы ул ваҡыттарҙа школяр (scholaris — уҡыусы, лат. schola — мәктәп) тип атап йөрөткәндәр. Был термин бөгөнгө көндә лә мәктәп уҡыусыларына, ҡайһы бер осраҡта үҙенең сикләнгән, ярлы белеме менән айырылып тороусы мәктәп уҡыусылара ҡарата ҡулланыла.

Яңы ваҡыттың башланғыс осоронда studiosus (лат. «ҡыҙыҡһыныусы») төшөнсәһе барлыҡҡа килә. Күпкә һуңғараҡ хәҙерге көндә лә юғары уҡыу йорттарында белем алыусыларҙы атау өсөн ҡулланылған studente һүҙе барлыҡҡа килә.

Рәсәйҙә 1918 йылға тиклем юғары уҡыу йортон тамамлаған, ләкин эш тәжрибәһе булмаған кешеләрҙе студент тип атағандар.

Рәсәй хоҡуғында

үҙгәртергә

«Рәсәй Федерацияһында белем алыу» Федераль законының 33-сө статьяһының 3-сө пунктында студент төшөнсәһе түбәндәгесә аңлатыла: «урта һөнәри белем биреү, бакалавр, специалист, магистратура программаларын үҙләштереүсе физик шәхес».

Файл:Скульптура студента МАДИ.jpg
Студент скульптураһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә