Струга шиғриәт кисәләре
Струга шиғриәт кисәләре (макед. Струшките вечери на поезијата) — Струга ҡалаһында (Македония Республикаһында) үткәрелә торған, Европала иң эреләрҙән булған халыҡ-ара әҙәби фестиваль.
Струга шиғриәт кисәләре | |
Нигеҙләү датаһы | 1962 |
---|---|
Эшмәкәрлек төрө | шиғриәт |
Урын | Струга[d] |
Рәсми сайт | svp.org.mk |
Струга шиғриәт кисәләре Викимилектә |
Струга ҡалаһында тыуған македон шиғриәтенә нигеҙ һалыусы Константин Миладинов иҫтәлегенә 1962 йылда ойошторолған. 1966 йылда милли фестиваль халыҡ-ара фестиваль итеп үҙгәртелә, шул уҡ ваҡытта фестивалдең иң юғары наградаһы — «Алтын таж» (макед. Златен венец) булдырыла, уның беренсе лауреаты Роберт Рождественский була. Премия лауреаттары араһында Уистен Хью Оден, Пабло Неруда, Иосиф Бродский, Булат Окуджава, Махмуд Дарвиш һәм башҡа шағирҙар бар.
2004 йылда был премияға икенсеһе өҫтәлә — «Струга күперҙәре» (макед. Мостови на Струга), иң яҡшы дебют шиғри китап өсөн бирелә (2006 йылда был наградаға рус шағирәһе Марианна Гейде лайыҡ була).
Фестиваль сиктәрендә нәшриәт программаһы киң йәйелдерелгән. Һәр йыл фестивалгә ниндәй ҙә булһа милли шиғриәттең антологияһы һәм төрлө илдәрҙән бер нисә шағирҙың автор йыйынтығы македон теленә тәржемә ителеп, македон шиғриәте тематик антологияһы инглиз теленә тәржемә ителеп сығарыла. Фестиваль ваҡытында Халыҡ-ара шиғриәт китапханаһы эшләй, уның составына фестивалдә ҡатнашыусы шағирҙар китаптары, һәм ҡулъяҙмалар, фотоһүрәттәр һәм башҡа материалдар ингән Халыҡ-ара шиғри архивтар инә.
2011 йылда ЮНЕСКО Македония хөкүмәте менән бергә фестивалдең 50-йыллығын билдәләне[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Фестивалдең рәсми сайты (инг.)(инг.) (макед.)(макед.)