Степан Акимовтың табыш йорто

Степан Акимовтың табыш йорто — Дондағы Ростовтың төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты, Ульяновск урамы, 14[1] адресы буйынса урынлашҡан. Бина фасадында йорт хужаһы — Степан Акимов — тураһында мәғлүмәт менән таҡта ҡуйылған. Ҡала халҡы араһында был йорт Парамоновтар ғаиләһе менән бәйле тигән имеш-мимеш таралған, әммә был мәғлүмәтте раҫларлыҡ бер ниндәй рәсми документтар[2] табылмай.

Иҫтәлекле урын
Степан Акимовтың табыш йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Ульяновская урамы, 14
Нигеҙләнгән XIX быуат аҙағы - XX быуат башы
Статус төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты
Бөгөнгө хәле реставрация талап ителә

Степан Акимов сығышы менән мещан ғаиләһенән, 1854 йылда донъяға килә ул. Канкринская урамы менән Соборный тыҡрығы мөйөшөндә урынлашҡан имение уның туғандарына ҡарай. Имение ике өлөшкә бүленгән булған: законға ярашлы, уның бер өлөшө Любовь, Екатерина һәм Иван Акимовтарҙыҡы була, ә икенсе өлөшө ҡатыны Мария һәм Анна исемле ҡыҙы булған Степан Акимовтыҡы була. Йорт 80 һум йыллыҡ килем килтергән. 1899 йылда Степан Акимов подвалы булған ике ҡатлы йорт төҙөү өсөн рөхсәт ала. Ул ваҡытта йорт биләмәһе Канкринская урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан була. Йорт 390 һум күләмендә йыллыҡ килем килтергән. 1911 йылда йорт Акимовтың ҡыҙы — Анна Степановна Акимова милегендә була. 1920 йылда йорт, снаряд эләгеү арҡаһында, өлөшләтә емерелә: шартлау тулҡыны тәҙрә быялаларын онтай, ҡыйыҡ емерелә, стеналарында ярыҡ барлыҡҡа килә. Шунлыҡтан бина артабан да емерелеүен дауам итә. 1922 йылдың март айында Воронеж губернаһы кешеһе Николай Корольков 300 миллион һумға баһаланған күсемһеҙ милекте һатып алырға риза була. Ул йортто тулыһынса тергеҙә алмай. Муниципаль милеккә күсергәндән һуң, элекке милек хужаһы йортто кире үҙенә ҡайтарырға тырышып йөрөй, ләкин ул быға иреште тип раҫларлыҡ факттар юҡ. Йорт реставрация эштәре үткәреүгә мохтаж.

Һүрәтләнеш

үҙгәртергә

Йорт хужаһының инициалдары «С. А.» яҙылған вензель йорт стенаһын биҙәп тора. Уның аҫтында ҙур булмаған Афродита һүрәттәре урынлашҡан. Фасадтағы һәр баш һүрәте артында диңгеҙ ҡабырсағы һүрәтләнгән була. Тап ул бина фасадындағы мифологик персонаждарҙы танырға мөмкинлек бирә лә инде. Бина революцияға тиклем төҙөлгән архитектура ҡомартҡылары иҫәбенә инә[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә