Стелларатор
Стелларатор — идара ителеүсе термоядро синтезын башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән реактор төрө. Атамаһы лат. stella — йондоҙ тигәндән яһалған, стеллараторҙа һәм йондоҙҙарҙың эсендә барған процестарҙың оҡшашлығына ишаралай. Л. Спитцер тарафынан 1950 йылда уйлап табылған, беренсе өлгөһө киләһе йылына уның етәкселегендә «Маттерхорн» йәшерен проекты[en] сиктәрендә төҙөлә.
Стелларатор | |
Модель элементы | Wendelstein 7-X[d] һәм Wendelstein 7-AS[d] |
---|---|
Стелларатор Викимилектә |
Ҡоролошо һәм эш принцибы
үҙгәртергәСтелларатор — юғары температуралы плазманы тотҡарлаусы йомоҡ магнит ҡапҡаны ул. Стеллараторҙың токамактан төп айырмаһы шунда: плазманы торроидаль камераның эске стеналарынан айырыу өсөн магнит ҡыры тулыһынса тышҡы кәтүктәр тарафынан барлыҡҡа килтерелә, был уны өҙлөкһөҙ ҡулланырға мөмкинлек бирә. Уның көс һыҙаттары әйләнеп, үҙгәртелеп тора, һөҙөмтәлә был һыҙаттар тор тирәләй күп тапҡырҙар үтә һәм бер-береһенә һалынған йомоҡ тороидаль магнит өҫлөктәр системаһын хасил итә.
ХХ быуатта эшләнгән бөтә стеллараторҙарҙа әйләнештә үҙгәртелеү конфигурациялары бер-береһенә оҡшаш була[1], ошондай конфигурацияларҙың береһенә СССР-ҙа авторлыҡ танытмаһы алыуға ғариза бирелә, был конфигурация Торсатрон[2] тип атала. Унда кәрәкле магнит ҡырын ике обмотка — винтлы һәм уны солғаған полоидаль обмоткалар — хасил итә[3]. «Торсатрон» тибындағы конфигурация камиллыҡтан алыҫ тора. Шуға оҙаҡ ваҡыттар плазманы токамактарҙа тотҡарлау стеллараторҙағыға сағыштырғанда өҫтөн була[1]. Әммә стелларатор-торсатрондарҙа плазманың тәртибен өйрәнеү артабан принципиаль яңы төрҙәге стеллараторҙар эшләү мөмкинлеген бирә.
Сутеллараторҙар XXI быуат башында компьютер технологияларының көсәйеүенә, атап әйткәндә, компьютер графикаһы программаларына бәйле яңы үҫеш ала. Улар ярҙамында стеллараторҙың магнит системаһы камиллаштырыла. Һөҙөмтәлә әйләнештә үҙгәртеүҙең өр-яңы конфигурацияһы барлыҡҡа килә — әгәр «торсатрон» конфигурацияһында кәрәкле магнит ҡыры ике обмотка — винтлы һәм полоидаль обмотка — ярҙамында хасил ителһә, яңы конфигурацияла магнит ҡыры модулле өс үлсәмле тороидаль кәтүктәрҙән торған бер обмотка ярҙамында ғына барлыҡҡа килтерелә, ә уларҙың ҡатмарлы кәкре формаһы үрҙә әйтелгән компьютер графикаһы программаларында хисаплана[1].
Эш барышы
үҙгәртергәТороидаль формалы вакуумлы һауытҡа (токамактан айырмалы стеллараторҙың азимуталь симметрияһы юҡ — магнитлы өҫлөк «йәмшек ҡулса» формаһына эйә) дейтерий һәм тритий тултырыла. Шунан плазма хасил ителә һәм йылытыла. Энергия плазмаға электромагнит нурланыш, йәғни циклотрон резонанс ярҙамында индерелә. Дейтерий менән тритий ядролары араһында кулон этәрелештәрен еңеү өсөн етерлек температураларға өлгәшкәс, термоядро реакциялары башлана.
Әле эшләтелгән ҡайһы бер стеллараторҙар
үҙгәртергә- Large Helical Device (Япония)
- Wendelstein 7-AS (Германия)
- Wendelstein 7-X[4]
- Ураган-3М (Харьков, Украина)
- Л-2М (Мәскәү, Рәсәй) 2016 йыл 20 октябрь архивланған.
- TJ-II (Мадрид, Испания)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Е. П. Велихов, С. В. Путвинский Термоядерный реактор // ТЕРМОЯДЕРНАЯ ЭНЕРГЕТИКА. СТАТУС И РОЛЬ В ДОЛГОСРОЧНОЙ ПЕРСПЕКТИВЕ.. — 1999.
- ↑ Торсатрон — Авторское Свидетельство СССР 15.01.1976 — SU 433908 | База патентов СССР
- ↑ Энциклопедия физики и техники — Стеллараторы
- ↑ Правила слияния.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Физика һәм техника энциклопедияһы — Стелларатор
- Энергетика сайты — Стелларатор
- Спитцер Ла «Стелларатор» // 328-338 УФНА 71 (1960)
- Lyman Spitzer, The Stellarator Concept // Phys. 1 Fluids, 253 (1958); doi:10.1063/1.1705883
- John L. Johnson, at The Princeton Stellarator Evolution Theory of // International Stellarator workshop-springer, 13th
- The renaissance stellarator // Newsline ITER #172, 15 Apr 2011
- http://ocw.mit.edu/courses/nuclear-engineering/22-012-seminar-fusion-and-plasma-physics-spring-2006/assignments/stellarators.pdf