Сталиндың дәүләт музейы

Гори ҡалаһының иң билдәле шәхесе, — 1925 йылдан 1953 йылға саҡлы ғәмәлдә Советтар Союзы менән етәкселек иткән Иосиф Виссарионович Сталин торм

Гориҙағы Иосиф Сталин музейыГрузиялағы тарих музейы. 1925 йылдан 1953 йылға саҡлы совет хөкүмәте башлығы булған һәм Советтар Союзы менән ғәмәлдә етәкселек иткән Иосиф Виссарионович Сталин тормошона бағышланған. 1937 йылда асылған.

Сталиндың дәүләт музейы
груз. იოსებ სტალინის სახელმწიფო მუზეუმი
Нигеҙләү датаһы 1957
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Сталин Иосиф Виссарионович
Дәүләт  Грузия[1][2]
Административ-территориаль берәмек Гори
Урын Гори[2]
Рәсми асылыу датаһы 1957
Мираҫ статусы культурное наследие Грузии[d][2]
Адрес ქ. გორი, სტალინის გამზ. №13, გორი[2]
Рәсми сайт stalinmuseum.ge/indexeng…
Карта
 Сталиндың дәүләт музейы Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Музей өс бүлектән тора, улар барыһы ла ҡаланың үҙәк районында урынлашҡан. Төп корпус — сталинистик готика стилендә ҙур палаццо, һәм уны урындағы тарих музейы булараҡ төҙөү 1951 йылда башланған, әммә уның Сталин мемориалы булырға тейеш икәне аңлашылып тора.

Экспозицияла, уның кабинеттарынан йыһаздарҙы һәм бүләктәрен индереп, ғәмәлдә Сталиндыҡы йә фаразлау буйынса уныҡы тип иҫәпләнгән әйберҙәр күп. Шулай уҡ иллюстрациялар, картиналар, документтар, фотолар һәм гәзит мәҡәләләре бик күп. Экспозиция Сталиндың үлгәндән һуң эшләнгән битлегенең ун ике күсермәһенең береһен күрһәтеү менән тамамлана.

Баш музей алдында — Сталиндың тыуған һәм тәүге дүрт йыл ғүмерен үткәргән йорто.

Музейҙа Сталиндың шәхси тимер юл салон-вагоны күрһәтелә. Ул вагонды 1941 йылдан файҙаланған, шул иҫәптән Тәһран һәм Ялта конференцияларына шу вагонда барған. Уны музейға 1985 йылда Төньяҡ-Кавказ тимер юлы тапшырған.

Иллюстрациялар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Сталиниана
  • Сталин һәйкәле

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә