Спорт даны музейы (Ҡаҙағстан)

Спорт һәм Олимпия данының Республика музейыҠаҙағстан спорты һәм спорт ҡаҙаныштары тарихы музейы Алматы ҡалаһында, баҡсасы Татариновтың элекке йортонда урынлашҡан

Спорт даны музейы
Нигеҙләү датаһы 1972
Рәсем
Дәүләт  Ҡаҙағстан
 СССР
Административ-территориаль берәмек Алматы
Карта

Музей үҙгәртергә

Спорт даны музейы 1972 йылда Ҡаҙаҡ дәүләт физик культура институты янында ойошторолған[1].

1999 йылда Физик культура һәм спорт буйынса комитет Астанаға күскәндән һуң, музей баҡсасы Татаринов йортона күсә.

Яңы музейҙың экспонаттары Спорттың юғары ҡаҙаныштары музейы фондынан, шулай уҡ Спорт һәм физик культура комитеты, ЦСКА һәм «Динамо» ирекле спорт йәмғиәттәре, төрлө спорт төрҙәре буйынса федерациялар ярҙамында туплана.

Музейҙа донъя, Европа чемпионаттарында, ҙур халыҡ-ара турнирҙарҙа яулап алған кубоктар, миҙалдар, фотоһүрәттәр һәм Ҡаҙағстан спортсыларының башҡа раритеттары күргәҙмәгә ҡуйылған. Музей экспозицияһында В.Жиров Атланталағы (АҠШ) Олимпия уйындарында яулаған Баркер кубогы үҙәк урынды алып тора. . Әлеге ваҡытта Баркер Кубогы Ҡаҙағстан Президенты Музейында һаҡлана[2].


Музей экспозицияһы составында «Бойондороҡһоҙ Ҡаҙағстан», «Донъя, Европа һәм Азия чемпиондары» һәм «Сәләмәт тормош рәүеше» залдары бар[3].

Музей бинаһы үҙгәртергә

Бина XIX быуат аҙағында төҙөлгән. Сама менән архитекторы П.В. Гурдэ булған. һуңыраҡ йортҡа көньяҡ һәм көнбайыш яҡтан төкәтмә төҙөлә. Бина әҙәбиәттә Балалар приют директорының ҡаҙны йорто, Полковник Сапжниковтың тол ҡатыны йорто йәки Баҡсасы Татариновтың элекке йорто булараҡ телгә алына[4].

1917 йылдан һуң ҡоролма һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы була. Бында Алматының санитар-эпидемиологик станцияһы урынлаша.

1986 йылда архитектор В.М.Плисс проекты буйынса бинаға комплекслы реставрация яһала.

1992 йылдан алып 1999 йылға тиклем бинала Ҡаҙағстандың Милли Олимпия комитеты урынлаша[5]

Архитектураһы үҙгәртергә

Бина тянь-шянь ҡарағайынан төҙөлгән бер ҡатлы бинанан ғибәрәт. Йорт таш нигеҙҙә һәм кирбес цоколдә төҙөлгән. Стеналары штукатурланған һәм ағартылған.


Ағас архитектура төҙөлөшө ҡомартҡыһы һәм Верный ҡалаһының сауҙагәр төҙөлөшө өлгөһө булып тора[6].

Ҡомартҡы статусы үҙгәртергә

2010 йылдың 10 ноябрендә Алматы ҡалаһының урындағы әһәмиәтенә эйә булған мәҙәниәт һәм тарих ҡомартҡыларының яңы Дәүләт исемлеге раҫлана, бер үк ваҡытта уға ярашлы алдағы ҡарарҙар көсөн юғалтҡан тип таныла[7]. Был Ҡарарҙа урындағы әһәмиәткә эйә булған Татаринов йорто ҡомартҡы статусын һаҡлап ҡала. 2014 йылда һаҡлау зонаһы сиктәре раҫлана[8].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Музей спортивной и олимпийской славы
  2. Республиканский музей спортивной и Олимпийской славы(недоступная ссылка)
  3. КУЛЬТУРНАЯ ПРОГУЛКА: Республиканский музей спортивной и Олимпийской славы 2019 йыл 19 ғинуар архивланған.
  4. Верный - Алма-Ата - Алматы. Дом Сапожниковой
  5. Достопримечательности г. Алматы. Музей спортивной Славы Республики Казахстан 2019 йыл 6 апрель архивланған.
  6. Управление культуры г. Алматы. Жилой дом. Бывший дом садовода Татаринова 2019 йыл 6 апрель архивланған.
  7. Постановление Акимата города Алматы от 10 ноября 2010 года N 4/840 «Об утверждении Государственного списка памятников истории и культуры местного значения города Алматы»
  8. Решение ХХХI сессии маслихата города Алматы V созыва от 10 сентября 2014 года N 261 «Об утверждении границ охранных зон, зон регулирования застройки и зон охраняемого природного ландшафта объектов историко-культурного наследия города Алматы»